Дөйөм мәҡәләләр
27 Декабря 2024, 04:53

Полиция Ҡыш бабайы Белоретта

Район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре шефлыҡҡа алған приют балаларын ҡотланы.

Полиция Ҡыш бабайы БелореттаПолиция Ҡыш бабайы Белоретта
Полиция Ҡыш бабайы Белоретта

Күптәнге йола буйынса, балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приют тәрбиәләнеүселәре Яңы йыл иртәлегенә дуҫтарын саҡырҙы. Полиция хеҙмәткәрҙәренән тыш, балалар менән байрамды бүлешергә полиция бүлеге ҡарамағындағы Йәмәғәт советы вәкилдәре, запастағы яугирҙар ойошмалары, ирекмәндәр, рәсми кешеләр килде.

Әле учреждениела 31 бала иҫәпләнә, уларҙың һәр береһенә ҡунаҡтар бүләктәр тапшырҙы, балалар һәм педагогтар исеменә иң изге һүҙҙәр һәм ҡотлауҙар яңғыраны.

Район буйынса эске эштәр бүлеге начальнигы, полиция полковнигы Тимур Сәйетгәрәев балаларға һаулыҡ, изге теләктәр теләне һәм законға буйһонған граждандар булып үҫеүҙәрен теләне.

Малайҙар һәм ҡыҙҙар Ҡарһылыуҙың ялға китеүе тураһында театрлаштырылған тамаша әҙерләгән, ә уның урынына Шыршыла ут тоҡандырыусы роленә Атаманша, Кикимора, Ҡыҙыл Ҡалпаҡ, Ҡар королеваһы һәм Мәскәй әбей дәғүә итә. Әлбиттә, уларҙың береһе лә мөғжизә тыуҙырманы, әммә, тарих бәхетле тамамланды, балалар балҡып торған шыршы тирәләй әйләнде.

Байрам бергәләп фотоға төшөрөү менән тамамланды. Акция дауам итә. Белорет полицейскийҙары мөғжизә эйәһе ролендә, хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булған хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләренә барҙы, уларҙы Яңы йыл байрамдары менән ҡотланы һәм бүләктәр тапшырҙы.

“Полиция Ҡыш Бабайы” Бөтә Рәсәй акцияһы ярҙамында йылдан-йыл күп балаларҙың теләктәрен үтәлә, мөғжизәләргә ышаныуҙары арта, ә өлкәндәр тәртип һаҡсыларының хәстәрлеген һәм ярҙамын тоя.

Гүзәл ДРОНОВА, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.

Александр БОРИСКОВ фотолары.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас