Ни өсөн былай эшләргә кәрәкмәгәнлеген түбәндә аңлатабыҙ.
1. Һәр йорт хайуаны матди сығымдар талап итә, ҡайһы берҙә хатта бик ҙур. Аҙығы, ветеринария хеҙмәттәре, уйынсыҡтар, амуниция, тәрбиә саралары, клеткалар һәм ятаҡтар - былар барыһы ла арзан түгел. Яңы хужалар етди финанс нвестицияларына әҙер булмаҫҡа мөмкин һәм был хәл иткес фактор булып тора, һуңынан улар йорт хайуандарынан баш тартырға мөмкин.
2. Йорт хайуаны кешенең буш ваҡытын талап итә һәм яңы хужа өсөн ҙур йөк булыуы бар, мәҫәлән: ашатыу, урамда йөрөү, йыуындырыу, өйрәтеү, ветеринария клиникаһына барыу. Бәлки, бүләкте алыусы эт йәки бесәйҙең ашаған һауытын йыуыу, өйҙө уның йөнөнән таҙартыуға ваҡытын сарыф итмәҫ өсөн бығаса алмағандыр. Шулай уҡ уның эш графигы бик уңайһыҙ йәки эше командировкаларға бәйле булыу сәбәпле, уны ҡалдырыр кешеһе юҡтыр.
3. Бүләк итеүсегә йәки уның ғаилә ағзаларында йөнгә аллергия булыуы мөмкин. Был осраҡта йорт хайуаны ҙур проблемаға әйләнер.
4. Йорт хайуанын тоторға урын юҡ икән, яңы хужа өсөн яңы проблема. Мәҫәлән, фатирҙарын ҡуртымға биреүселәр, ғәҙәттә, хайуандары булғандарға бирергә тырышмайҙар.
5. Ғаиләлә даими иғтибар һәм финанс сығымы талап иткән бәләкәй балалар бар. Был осраҡта хайуан ғаиләгә өҫтәмә сығымдар, мәшәҡәттәр һәм проблемалар килтерер. Өҫтәүенә бөтә балалар ҙа (ҡайһы берҙәре йәшенә ҡарап) хайуан менән нисек аралашырға кәрәклеген аңламай һәм өлкәндәр балаға быны аңлата алмай.
6. Хайуан оҡшамауы ихтимал. Мәҫәлән, кеше бесәй тураһында хыяллана, ә һеҙ эт бүләк итәһегеҙ. Кеше чихуахуа теләй, ә һеҙ ҙур тоҡомло эт бүләк иттегеҙ. Йорт хайуаны характеры буйынса яраҡһыҙ булыуы мөмкин. Мәҫәлән, урман буйлап оҙаҡ йөрөргә, йүгерергә яратҡандарға һеҙ мопс бүләк иттегеҙ, йәки өйҙә ултырырға яратҡан кешегә - хаски эт.
7. Һәм иң күңелһеҙе - бүләк алыусыға был хайуан бөтөнләй кәрәкмәй һәм ул уны урамға ташлай. Бәлки, был ысынбарлыҡҡа оҡшамағандыр, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шундай хәлдәр ҙә була.
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ! Әгәр һеҙгә был хаҡта һораһалар ғына, хайуанды бүләк итергә мөмкин. Кеше йорт хайуандарын алырға ниәтләгәндә, тоҡомо һәм енесе килешелгән булһа ғына, бүләк матур сюрприз булыр.
Район-ҡала ветеринария станцияһы.
Фото: wclub.ru