Әммә сифатлы ялдың мөһимлеген баһалап бөткөһөҙ - тап ул көстө тергеҙеүгә, һаулыҡты һаҡлауға, йәшәү сифатын яҡшыртыуға һәм стрестан һаҡланырға ярҙам итә. Ҡаланың экологик яҡтан таҙа, матур күренештәре булған районында, матур урман массивында урынлашҡан “Белоречье” санаторий-профилакторийы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә һәр кем бюджетлы хаҡҡа рәхәтләнеп ял да итә, сәләмәтлеген дә нығыта ала.
Санаторий-профилакторийҙа ял итеүселәрҙе һауыҡтырыуға йүнәлтелгән ҙур хеҙмәттәр комплексы бар. Санатор-дауалау тын алыу органдарын, терәк-хәрәкәт аппаратын, периферик нервы һәм йөрәк-ҡан тамырҙары системаларын, ашҡаҙан-эсәк трактын дауалау өсөн билдәләнгән.
Стоматология, һыу аҫты массажы, йөҙөү бассейны, тренажер залы, сауна, һыу менән дауалау бүлеге, гидромассаж, парафин менән дауалау, “Валента” компьютер диагностикаһы, спелеотерапия кабинеттары, дауалау туҡланыуы, гидрокинезотерапия, гальваник-батҡаҡ менән дауалау, фитотерапия бүлектәре, фотобар эшләй, һәр кемгә индивидуаль рәүештә һауыҡтырыу физик күнекмәләре һайлана.
Түләүле нигеҙҙә амбулатор дауалау, заманса стоматология ҡорамалдарында тештәрҙе терапевтик дауалау үткәрелә. Шулай уҡ бында клиенттар өсөн сауна, сабыныу бүлмәһе, ҙур һәм бәләкәй бассейн, ял итеү урыны бар.
Санаторий-профилакторий пациенттарға төрлө медицина консультациялары биргән тәжрибәле табиптарға эйә. Табиптар дауаланыусылар менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә, уларҙың һаулыҡҡа ихтыяжын аңлай һәм индивидуаль дауалау планын төҙөй.
Һаулыҡтарын нығытыусылар сәләмәт һәм сифатлы туҡланыу менән тәьмин ителә. Менюҙы төрлө ауырыуҙар менән сирләгән пациенттарҙың диетик ихтыяждарын иҫәпкә алып, тәжрибәле ашнаҡсылар һәм диетологтар төҙөгән. Тәмле һәм файҙалы ризыҡтар әҙерләү өсөн кухняла төбәктә үҫтерелгән яңы аҙыҡ-түлек һәм үләндәр ҡулланыла.
Санаторий-профилакторий 4 ҡатлы бинанан һәм йылытылған үткәүел менән тоташтырылған 3 ҡатлы дауалау корпусынан тора. 200 урынлыҡ һауыҡтырыу бинаһында ике, өс урынлыҡ номерҙарҙа һәм бер, ике урынлыҡ люкс номерҙарында йәшәү ойошторола.
Юлия ГАЛЧЕНКОВА, өлкән администратор:
- “Белоречье” шифахана-профилакторийында теләгән һәр кемгә һаулығын нығытырға мөмкин. Беҙҙән путевка ла, курсовка ла (көндөҙгө бүлек) һатып алырға була. Сентябрҙән май айына тиклем эшләйбеҙ. Йәй көндәрендә “Әсә һәм бала” акцияһы үткәрелә. Унда, нигеҙҙә, Металлургия комбинаты хеҙмәткәрҙәрен балалары менән 4 заезда ҡабул итәбеҙ. Йәйге осорҙа шулай уҡ балаларҙың ялын ойоштороусы тәрбиәселәр эшләй.
Беҙгә сәләмәтлектәрен нығытырға Бөрйән, Учалы, Әбйәлил райондарынан һәм социаль страховкалау фонды аша республиканың башҡа район-ҡалаларынан да киләләр Уртаса алғанда, айына 70-130 кешене хеҙмәтләндерәбеҙ.
Хаҡтар башҡа ял йорттары менән сағыштырғанда түбән, ә дауалау сифаты бер нимәһе менән дә айырылмай. Хаҡтар менән www.profbel.ru сайтында танышырға мөмкин. Беҙҙең адрес: Белорет ҡалаһы, Баҡса урамы, 25, телефондар: 8 (34792) 4-79-20, 8 (34792) 4-79-22.
Теләктәр китабынан: “Белоречье” санаторий-профилакторийында ике аҙна дауамында йылылыҡ һәм хәстәрлек ҡурсыуында булдым. Урынлашырға килгән саҡта ишек төбөндәге ҡыҙҙар алсаҡ йөҙ менән, йылмайып ҡаршы алдылар, барыһын да яҡшы итеп аңлаттылар. Администратор санатор-курорт картаһын грамоталы итеп рәсмиләштерҙе, һәр бер кабинетта, һәр хеҙмәткәр иғтибарлы, һаулыҡ, яҡшы көн теләп, яҡты йөҙ менән процедураларға саҡырҙы. Бында үҙеңде өйөңдәге ише тояһың. Шул тиклем үҙ эшен яратҡан, изге йөрәкле, һәр дауаланыусыға иғтибарлы, ихтирамлы хеҙмәткәрҙәр булыуына шатмын. Барыһы өсөн дә ҙур рәхмәт! Е. Мерзякова.