1 ғинуарҙан 9 ғинуарға тиклем Рәсәй Эске эштәр министрлығының район буйынса бүлегенә 400 ваҡиға тураһында мәғлүмәт килгән: һаулыҡҡа ауыр зыян килтереү факты - 2, мутлашыуға маташыу - 1, урлашыу - 2, башҡаларҙың мөлкәтенә зыян килтереү менән бәйле 1 енәйәт теркәлгән.
Мәҫәлән, 1 ғинуар көнө Инйәр участка дауаханаһына ире күкрәк ситлеге өлкәһен бысаҡ менән яралаған ҡатын килтерелә. Шулай уҡ 5 ғинуарҙа Боғанаҡ ауылында йәшәүсе ҡорһаҡ ҡыуышлығы яралары менән дауаханаға оҙатыла. Баҡтиһәң, бысаҡ менән иргә уның тормош иптәше һөжүм иткән. Һаулыҡҡа аңлы рәүештә ауыр зыян килтереүҙә шикләнелгән ир ҙә, ҡатын да таныу күрһәтмәләре бирә. Енәйәт эштәре ҡуҙғатылған.
5 ғинуарҙа Эске эштәр министрлығының район бүлегенә 36 йәшлек ир 9 йәшлек улын яңылыш юлдан яҙҙырған һәм банк иҫәбенән 25 мең һум аҡса урларға маташҡан билдәһеҙ кешене яуаплылыҡҡа тарттырыуҙы һорап мөрәжәғәт итә. Ғариза биреүсе, өлкәндәр йоҡлаған саҡта, улының популяр ҡушымтала онлайн-уйындар уйнауын һөйләй. Мессенджерҙа уның менән бот бәйләнешкә инә, ул робукстар (уйындағы валюта) һатып алырға тәҡдим итә. Хат алышыуҙа әңгәмәсе малайға ата-әсә телефонында банк ҡушымтаһында башҡарылырға тейешле төрлө күрһәтмәләр бирә һәм телефонға килгән кодтарҙы атауын һорай. Был ғәмәлдәр һөҙөмтәһендә бәлиғ булмаған бала атаһының иҫәбенән 25 мең һум аҡсаны үҙенең телефонына күсерә, әммә, һуңынан аҡылына килә, хат алышыуҙы туҡтата һәм булған хәл тураһында ата-әсәһенә һөйләй. Бәхеткә күрә ғаиләгә матди зыян килтерелмәй. Мутлашыуға маташыу факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, тикшереү дауам итә.
6 ғинуарҙа дежур бүлеккә ғариза менән 58 йәшлек ҡатын мөрәжәғәт итә. Уның һөйләүенсә, 2 ғинуарҙа коллегаһы өйөндә ҡунаҡта була. Ул сығып киткәндән һуң, сумканан 25 мең һум аҡса юғала. Үҙәнбаш ауылынан 35 йәшлек ҡатын урлашыуын таныны, хужабикә ауылдашына күсәтәнәс йыйып иғтибарын ситкә йүнәлткәндә, ҡулаҡсаны тартып алыуы тураһында һөйләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, урланған аҡсаны кире ҡайтара алмай, сөнки бөтә сумманы шәхси ихтыяждарына тотонған. Ул енәйәт эше фигуранты булды.
Гүзәл ДРОНОВА, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.