Яныбай Хаммат улы Хамматов Белорет районының Исмаҡай ауылында тыуған. Яҙыусы, дәүләт, хужалыҡ, партия һәм комсомол органдары ветераны, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы, ВЦСПС һәм СССР Яҙыусылар союзы премияһы, Ким Әхмәтйәнов исемендәге һәм Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премиялар лауреаты.
Яныбай Хаммат улы 15 йәшенән Үрге Әүжән алтын приискыһында эшләй. ШМАС (школа младших авиационных специалистов), йәғни кесе авиация белгестәре мәктәбен тамамлай.
КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты ҡарамағындағы ике йыллыҡ партия мәктәбендә уҡый (1954). 1946 йылдан ВЛКСМ-дың Белорет район комитетында инструктор, унан бүлек мөдире була. 1947 йылда 1-се секретарь итеп һайлана.
1949 йылдан ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетында, унан һуң 1952 йылға тиклем «Башзолото» тресында сәйәси бүлек етәксеһе урынбаҫары булып эшләй.
1954 йылда КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетына инструктор итеп күсерелә.
1956 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтын (хәҙерге Башҡорт дәүләт университеты) тамамлай.
1960 йылдан хеҙмәтсәндәр депутаттарының Әбйәлил район Советы башҡарма комитеты рәйесе булып эшләй.
1963-1969 йылдарҙа БАССР Эске эштәр министрлығында бүлек етәксеһе була.
Ижади эшмәкәрлеге
40-сы йылдарҙың икенсе яртыһында башлап әҫәрҙәре баҫыла башлай. Беренсе хикәйәләре старателдәр тураһында була.
«Бөртөкләп йыйыла алтын», «Аҡман-тоҡман», «Йәшенле йәй», «Юрғашты», «Руда» романдарын эсенә алған пенталогияһы алтын эҙләүсе старателдар тураһында. Башҡортостанда алтын эҙләү тарихына, алтын табыу сәнәғәте формалашыу тарихына арнала.
Тәүге өс роман нигеҙендә 4-сериялы нәфис фильм төшөрөлгән (1979 йылда, режиссеры Абдразаҡов Асҡар Әмир улы, БАССР-ҙың Телевидение һәм радиотапшырыуҙар дәүләт комитеты).
Районда арҙаҡлы яҡташыбыҙҙың исемен мәңгеләштереү маҡсатында күп эштәр эшләнә. Тыуған ауылында Яныбай Хамматовҡа арналған музей бар. Ҡаланың 22-се башҡорт гимназияһы, Сермән ауыл модель китапханаһы яҙыусы яҡташыбыҙҙың исемен йѳрѳтә. Белорет районы Советы президиумы ҡарары менән проза ѳлкәһендә актив эшләүселәргә Яныбай Хамматов исемендәге премия булдырылған. «Яныбай Хамматов һабаҡтары»н үткәреү ҙә яҡшы йолаға әйләнгән. Белорет районының Почётлы гражданы. Әбйәлил районы Асҡар ауылы, Белорет районы Черновка ауылы урамдарына бирелгән. Өфөлә ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
Әҫәрҙәре
«Бөртөкләп йыйыла алтын, «Аҡман-тоҡман», «Йәшенле йәй», «Юрғашты», «Руда», «Йондоҙҙар нисек ҡабына», «Тыуған көн», «Башҡорттар китте һуғышҡа», «Комбриг Мортазин», «Ҡара яу», «Ағиҙел Иҙелгә ҡоя», «Салауат», «Һырдарья», «Башҡорт ханы», «Иҙел башы» романдары, «Төньяҡ амурҙары» (роман-дилогия), «Ҡаһарманлыҡ» (повесть), «Хәсрәтле бала саҡ», «Тормош һабаҡтары», «Әҙәбиәт һуҡмағында», «Ижад», автобиографик әҫәрҙәре, «Арҡайым» (повесть-фараз). Күп кенә романдары рус теленә тәржәмә ителгән.
Яҙыусы Яныбай Хамматов 20-ләгән роман, тиҫтәләгән повесть-хикәйәләр авторы.