Дөйөм мәҡәләләр
17 Января 2025, 06:35

Бөртөкләп йыйыла алтын (Романдан ѳҙѳк)

Яныбай Хаммат улы Хамматовтың тыуыуына 100 йыл тулыуҙы билдәләү маҡсатында «Урал» гәзитендә яҙыусының әҫәрҙәренән ѳҙѳктәр бирә башлайбыҙ.

Бөртөкләп йыйыла алтын  (Романдан ѳҙѳк)Бөртөкләп йыйыла алтын  (Романдан ѳҙѳк)
Бөртөкләп йыйыла алтын (Романдан ѳҙѳк)

Ер өҫтө байрамса биҙәлгән. Ҡуйы йәшел япраҡлы ағас ботаҡтары араһынан саҡ беленер-беленмәҫ үткән яҡтыға үлән өҫтөндәге ысыҡ тамсылары ялтырай. Сәскәләр еҫе аңҡый. Иңкеш, бал ҡорттары һәм тағы ла әллә нисәмә төрлө бөжәктәр геүләшә. Аҙыҡ эҙләп сәскәнән сәскәгә күсәләр. Үтәнән-үтә күренгән күм-күк һауа тағы ла юғарыраҡ күтәрелгәндәй тойола.

Тәбиғәттең ошо күренешенә мауығып, быҙауҙар көтөүе артынан улын эйәртеп килгән Хәйретдин  ҡапыл туҡтаны. Кәпәсен сисеп, тирле таҡыр башын ең осо менән һыпырҙы ла алда йәшел бәрхәт һымаҡ йәйелеп ятҡан киң яланға күрһәтте:

- Һин, улым, быҙауҙарҙы ошонда көт. Бик аулаҡ урын. Мин кисә башлаған тырансамды ярып бөтөрөп ҡуяйым. Үҙ иректәренә ҡуйылған быҙауҙар юлдан ҡайырылды. Улар кем уҙарҙан йәшел мул үләнде ялмай-ялмай ағас араһында таралышты.

Атаһынан айырым ҡалып өйрәнмәгән Ғәйзулла, күңелһеҙләнеп:

- Тыранса ярған урын алыҫмы? - тип һораны.

- Юҡ. Балта тауышы һиңә ишетелеп торор. Төшкө сәйгә килерһең.

- Быҙауҙарҙы унда көтөргә ярамаймы ни?

- Унда малға ярамаған аҫҡорһаҡ, ҡаҙаяҡ үләне күп шул. Һыуға ла алыҫыраҡ. Бында йылға эргәһендә. Эсермәй көтһәң, Хажисолтан бай быҙауҙары өсөн әрләп, теңкәгә тейәсәк. Аңдып ҡына йөрөй.

- Атай, төшкө сәйҙән һуң быҙауҙарҙы эсерһәм ярамаймы ни?

- Ярауын ярай ҙа ул, улым. Мин эшләгән урында малға ярарлыҡ үлән юҡ тинем бит инде. Шыр урман. Әллә ҡурҡаһыңмы?

- Эйе.

- Эй, алйот, кем тейһен һиңә? - Хәйретдин иркәләп, улының башынан һыйпап, ҡабырғаһынан һөйҙө. - Мин эргәңдә генә бит. Ҡурҡма. Иптәшкә быҙауҙарың бар.

Билбау аҫтына балтаһын ҡыҫтырып, урман араһына инеп киткән атаһы күҙҙән юғалғас та, Ғәйзулла алға киткән быҙауҙарын йылға буйына ҡайырҙы, һәшкелдәп, һалабаштан ишкән оҙон сыбыртҡыһын шартлатты. Быҙауҙар һыу эскән саҡта, ул ҡулын ҡумырыҡ аҫтына тығып, балыҡ эҙләне. Бәләкәй генә бер сурағайҙан башҡа балыҡ тота алмағас, быҙауҙарын ярға ҡыуып сығарҙы. Үҙе, буш ваҡытын нисек үткәрергә белмәйенсә, йылға буйына кире төштө. Ҡырсындан һайлап алған йоҡа таштарҙы шаршынан түбәнерәк тоноҡ һыу өҫтөнән кәйелтте. Йәйелгән түңәрәктәр ни тиклем һыуҙа күберәк күренһә, Ғәйзулла нығыраҡ ҡыуанды. Таш ырғытыуҙан барлыҡҡа килгән түңәрәктәрҙе һанап:

- Әһә, өс кәләш! - тип үҙ алдына ҡысҡырҙы һәм, мауығып, таш артынан таш ырғытты. - Быныһында дүрт! Хәҙер нисә кәләш алырмын икән? Табайым әле яҫыраҡ ташты! Алты кәләшкә еткереп ҡуяйым.

Үҙенә кәрәкле таш эҙләп йөрөгәндә, Ғәйзулланың күҙҙәре ҡырсын өҫтөндә ятҡан йоҙроҡ ҙурлығындай ялтырауыҡлы һары ташҡа төбәлде. Уны ҡулына алды. Бик ауыр һәм мауыҡтырғыс күренде был таш. Усында өйрөлттө. Ныҡлабыраҡ ҡарай торғас, уны мөгөҙлө кәзә тәкәһенә оҡшатты. Юрамал берәйһе эшләп ташлап киткәнме ни! Бер яғы мөгөҙ һымағыраҡ ослайған, аҡ таш ҡатнашҡан урыны һаҡалға оҡшаған. Ҡойроҡ һымаҡ күтәрелгән киҫәген онтарға теләп, таш менән һуғып ҡараны. Онталманы. Таш тейгән урыны еңел генә йәмшәйеп яп-ялтыр булып ҡалды. Быға ғәжәпләнгән Ғәйзулла уны тешләп ҡараны. Был юлы ла онталманы. Теш тейгән урыны еҙ самауыр һымаҡ ялтыраны. Нимә булырға мөмкин? Әллә самородок тигәндәре ошоноң һымаҡ буламы икән? Улай тиһәң, уны шахтанан ҡаҙып сығаралар тиҙәр. Был турала алтын приискыһында эшләгән Хисмәтулланың үҙенән әллә нисәмә ишеткәне бар. Алтындың тутыҡмауы һәм йәмшәйеүен дә ул әйткәйне. Бәлки, был ҙур самородоктыр? Шулай булһа, ниңә эшләмәйҙәр һуң бында? Ниңә алтын йыумайҙар? Әллә Юрғашты йылғаһының өҫ яғында алтын барын берәү ҙә белмәйме икән? Моғайын, шулайҙыр. Әгәр ҙә ҡулындағы киҫәк алтын булһа, ни эшләр ине икән? Әсәһенә - күлдәк, атаһына - күлдәк, апайҙарына - кәзәкей, үҙенә Хажисолтан бай малайыныҡы һымаҡ бумазый ыштан алыр ҙа ҡалғанын кәнфиткә алыштырыр ине. Ул баш бармаҡ ҙурлығындай алтынға һыйыр һатып алып була, имеш, тигән һүҙҙе иҫенә төшөрҙө. Әгәр ҙә шул дөрөҫ булһа, был - ысын-ысындан байлыҡ бит. Әҙәм ишетмәгән, зат-ырыуына теймәгән байлыҡ! Ошо самородок булһа, алтын приискыһының хужаһы Ғәлиәхмәт һәм Хажисолтан бай ни эшләрҙәр ине икән?

Оҙаҡ хыяллана торғас, Ғәйзулла самородок табыуы тураһында үҙен-үҙе нисек ышандырғанын һиҙмәй ҙә ҡалды, һәм уйланыуҙан тирләне, хәле бөттө. Уйҙары тарҡалды. Асығыуы һәм арыуы һиҙелмәне. Биҙгәк тотҡан кеше һымаҡ ҡалтыранды. Йөрәге дөпөлдәп типте. Төҫө ҡасты. Ҡулындағы һәлмәк металды күкрәгенә ҡыҫҡан һайын, шатланырға ла, ҡысҡырып көлөргә лә белмәне. Ҡайһы саҡта был күренеш төш һымаҡ күренде. Уяу икәнлегенә ышанмай үҙен-үҙе семтеп ҡараны. Семтелгән беләге күгәреп сыҡты. Унда ла ышанманы.

- Ғәй-зул-ла-а-ау! Әйҙә, сәй эсергә-ә!

Ғәйзулла тертләне. Атаһы ҡысҡыр-

ған яҡҡа ҡараны. Төш етеүен дә һиҙмәй ҡалған. Таралышҡан быҙауҙарына иғтибар итмәйенсә, эләгә-йығыла төтөн сыҡҡан яҡҡа йүгерҙе. Күлдәге һәм ыштанының балаҡтары ағас ботаҡтарына эләгеп йыртылды. Яланғас аяҡтары түңгәктәргә төкөлдөләр. Ағастан ағасҡа һуҙылған үрмәксе ауы әленән-әле көнгә янған битенә бәрелеп өҙөлдө. Ә ул, һаман хәл йыймайынса, йүгерҙе лә йүгерҙе. Ҡарттарҙың һүҙҙәрен иҫенә төшөрөп, аҙым һайын:

- Лоҡәтә, лоҡәтә... хазина, ха-хазина... таптым, хазина, - тип бышылданы.

Төтөнгә сирылып, сәйнүктә сәй бешереп маташҡан Хәйретдин, тыш та мыш килгән улына ҡарамайынса:

- Ниңә шул тиклем йүгерәң? Йөрәгеңә ҡыйын була лаһаң. Быҙауҙарыңды әпкилмәнеңме? - тип һораны. Ғәйзулла яуап ҡайтарманы. Сабышҡан ат һымаҡ, көскә тын алып, бер һүҙ ҙә өндәшмәйенсә, ҡулындағы ташты атаһына һондо.

- Нимә ул?

- Алтын шикелле. Ҡара әле, атый!

Хәйретдин ҡапыл тертләне. Ҡулынан төшөп киткән сәйнүктәге сәйе түгелде. Йәшел сәйнүк эргәһендәге үлән араһынан боҫ күтәрелде.

Үҙен ҡулға алырға өлгөргән Хәйретдин, улы алдында тыныс күренергә тырышып, һорауын ҡабатланы:

- Нимә ул? - Аптыранған тауышы хәйләһен белдертте. - Баҡыр ҙаһа. Ҡайҙан таптың?

- Йылға буйынан. Уйнап йөрөй инем. Һыу ағып ятҡан ҡырсында...

Ағас шытырҙаны. Хәйретдин, тиҙ генә улының ҡулындағы нәмәне тартып алып, уны буш туҙ тырызға тығып ҡапҡасын япты ла, бер ни ҙә булмағандай, тоҡтомалға ҡарағай ҡабығын әрсергә тотондо.

- Әссәләмәғәләйкүм!

- Вәғәләйкүмәссәләм!

- Йә, һаумы, иҫәнме, ағай? Эш шәп барамы, ағай?

- Ырамай. - Хәйретдин, уң ҡулының усын маңлайына ҡуйып, һаулыҡ һорашыусы кешегә ҡараны, - кем тип әйтәйем, йөҙөң таныш кеүек.

- Ниғмәтулла ағайым даһа, - тине Ғәйзулла.

- Вәт күҙеңде! Танымай ҙа торам. Үҙең һау ғына йөрөйһөңмө, ҡус-

тым? - Хәйретдин, ике ҡулын биреп, Ниғмәтулла менән күреште лә сал төшкән түңәрәк һаҡалын һыпырҙы. - Аллаһыәкбәр. Ҡайһылай үҫкәнһең. Күҙ-башҡа күренмәгәс ни... йәштәр үҫә, беҙ сүгәбеҙ.

- Шулай инде. - Ниғмәтулла ке-

йеҙ ҡалпағын башына батырыбыраҡ кейҙе. Ураған тәмәкеһен тоҡандырып һурҙы, һары тештәре араһынан сыҡҡан ҡуйы төтөндө борҡотоп өрөп, бөйөрөнә таянған көйө, Хәйретдиндең эшен күҙәтте. Өс урындан шына ҡағылған йыуан ҡарағай бүрәнәһен бармағы менән ҡарышлап үлсәне.

- Елде ағас. Нисә аршын?

- Һигеҙ.

- Бер түмәрҙән нисә тыранса яраһың?

- Төрлөсә. Түмәренә ҡарап.

- Ошо түмәрҙән?

- Шутлап ҡара. Шул түмәр биш йөҙ илле йәшлек ҡарағайҙыҡы.

- Йәшен ҡайҙан беләһең?

- Ҡарағай төбөнән. Бер түңәрәге бер йыл. Үҙәгенән шутлаһаң. Нисәмә балдаҡ, шунса йәш. - Хәйретдин балдаҡтарҙы һананы. - Берәү, икәү, өс... йөҙ... өс йөҙ... биш йөҙ алтмыш. Әйттем бит, шул сама булыр тип.

- Йөҙөн ни саҡлыға яраң?

- Нисек килешәһең бит. Бәғзе ота, бәғзеһе үҙе отола. Баҙарҙағы шикелле, һатыулашмай булмай. Хәҙер хаҡы төштө. Юҡҡа аҡса әрәм итмәйҙәр. Өй башын япҡаны яба, япмағаны тора. Тормошо шулайыраҡ булып китте бит.

Һүҙһеҙ торҙолар.

- Һине, ҡустым, бай яҡтарҙа йөрөп ҡайтҡан, имеш, тип ишеткәйнем. Ул яҡта ашам-эсем яғы нисек?

- Ялан яғын әйтәһеңме?

- Эйе. Унда иген сәсәләр бит. Икмәк күптер инде.

- Әҙерләгәндәр. Үҙҙәре ҡырылалар. - Ниғмәтулла, һары тештәрен күрһәтеп, кеткелдәп көлдө. - Кәжән буйында алтынды асмаһалар, һеҙ ҙә һоздар инегеҙ. Алтынды яманлаһағыҙ ҙа, файҙаһы тейә.

Хәйретдин ҡарағай олононоң осон тумырып өҙҙө. Ботаҡтарын өйөп яндырҙы ла яра башлаған бүрәнәләге шыналарға алмашлап балта төйҙәһе менән һуҡҡылап сыҡты. Улар эргәһенә эрерәк шына ҡуйып ҡаҡты. Бүрәнә шытырҙаны, сарсылды һәм урталай ярылды. Уларын да, ун ике өлөшкә ваҡлап, муртыҡ үҙәгенән айырҙы. Шунан бүленгән киҫәктең осона балтаһын саба һәм айырылған ярыҡҡа бармаҡтарын тығып тартҡас та, тыранса һыҙырылып сыға. Нәҡ һалабаш йүкәһен һыҙырғандағы һымаҡ, һыҙырылған тырансаны етеҙ, өйрәнгән ҡулдары менән ырғыта ла икенсеһенә йәбешә. Урманда сайыр еҫе аңҡый. Ярты сәғәт самаһы ваҡыт үтеүгә, хәтһеҙ эш эшләнде. Хәйретдиндең һәр хәрәкәтен күҙәтеп торған Ниғмәтулла:

- Ауыр эш. Юҡҡа мәшәҡәтләнәһең икән, - тине.

- Алыусыһы булһа, мәшәҡәте һиҙелмәҫ ине лә ул, алыусыһы юҡ, - Хәйретдин сайырға буялып, тир һеңгән йыртыҡ күлдәге итәгенә ҡыҙарынған битен һөрттө. Кәпәсен сисеп кейҙе. - Был кәсеп булғас та, аллаға шөкөр, һәйбәтен ҡайҙан алаһың.

- Һе. Теләһәң, була ул. Теләгең генә булһын. Теләйһеңме, беҙҙең менән, әйҙә! Хур булмаҫһың, һиңә ауырлыҡ һалмабыҙ. Ауырлыҡты үҙебеҙ күтәрәбеҙ, һинең ярҙамың ғына кәрәк. - Ниғмәтулла серле итеп күҙҙәрен ҡыҫты. - Аңлайһыңмы? Байығылһа, үҙеңә, кейәү ҙә булып ҡуйырмын, һинең ҡыҙың бар. Мин буйҙаҡ. Килешер инек әле. Быныһы аҙаҡ. - Ул, күҙен аҡшайтып, Ғәйзуллаға ҡараны. - Бар кит әле һин. Атайың менән генә һөйләшәһе һүҙ бар. - Малайҙы күҙе менән оҙатып һораны, - йә, ризамы? Үкенмәҫһең.

Ниғмәтулланың нимәгә төрттөргәнен ҡарт шунда уҡ һиҙҙе. Хәйер, унан рәтле һүҙҙе көтөүе мөмкин дә түгел ине. Ул еңел "кәсеп" итә. Ең һыҙғанып эшләүҙән кеше талауҙы һәм урлауҙы артығыраҡ һанай. Бынан дүрт йыл элек, ата-әсәһенең берҙән-бер һыйырын урлап һатып киткәс, оҙаҡ юғалып йөрөнѳ. Унан әйләнеп ҡайтҡас та, үҙе һымаҡ япа-яңғыҙ Ҡолсобай менән иҫке өй урынын ҡаҙып, ниндәйҙер көршәктәге алтынды эҙләнеләр. Хәҙер, ас бүре кеүек, ҡайҙа етте шунда үҙенә яңы табыш эҙләй.

- Юҡ, улым, ҡарт көнөмдә гонаһлы булырға теләмәйем. - Хәйретдин, уң ҡулынан балтаһын төшөрмәйенсә, һул ҡулы менән һирәкләнгән түңәрәк һаҡалын тартҡыланы. - Хәләл малға ни етә...

- Үҙең миңә ҡатнашмаһаң, улайһа, атыңды биреп тор. Мин күрше ауылдан берәй нәмә осортайым. Хаҡын түләрмен.

- Юҡ инде, улым, һин мине харамға тартма...

- Үкенерһең...

Ниғмәтулла тәмәке төпсөгөн ырғытты ла, елһеҙ урман эсенә һаҫыҡ тәмәке еҫен ҡалдырып, йәшел ағастар араһында юғалды. Уның китеүен түҙемһеҙлек менән көткән Ғәйзулла, уҡмашҡан ләпәкәйҙәрҙе сәпелдәтеп һуға-һуға, ҡайын башынан төшөргә өс аршын ҡалғанда, ергә һикерҙе, һикергәндә, ҡайын ботағына эләгеп, ыштанының балағы йыртылды.

- Алйот, ыштаныңды ни эшләтәһең! Ғүмере ҡыланмағанды ҡыланаһың! Анауы һуйыл бөткәнсе һыҙырыуҙы көтәһеңме?

Үҙенә тырнаҡ та тейҙермәйәсәген аңлаған Ғәйзулла атаһының һүҙенә ҡолаҡ та һалманы. Аяҡ аҫтында тәгәрәп ятҡан туҙ тырызды ҡулына алды ла, утҡа баҫҡан бесәй һымаҡ, түҙемһеҙлек менән урынында тыпырсынды. Тик шунда ғына Хәйретдин, улының яңыраҡ әйткән һүҙҙәрен иҫенә төшөрөп, тырыздан билдәһеҙ нәмәне сығарҙы. Ләкин ата шатланманы. Ағарынды. Кәзә мөгөҙөнә оҡшаған ерҙе тешләп ҡараны ла, уны сылғауға урап, улына һуҙҙы. Ғәйзулла, аптырап, атаһының күҙенә ҡараны.

- Әллә алтын түгелме?

- Алтын.

- Шулай булғас, нимә көтәбеҙ һуң? Әйҙә, тиҙерәк китәйек. Мин, мин беләм...

- Сеү, - Хәйретдиндең ҡобараһы осто, яҡ-яғына әйләнеп ҡараны ла, тауышын түбәнәйтеберәк, - ҡысҡырма, - тине.

Ул менән ата һүҙһеҙ ҡалдылар.

Хәйретдин ҡарт ярылып бөтмәгән тырансанан күҙҙәрен улына күсерҙе. Ғәйзулла, атаһына тура ҡарарға баҙнат итмәйенсә, ҙур ғәйепле кеше һымаҡ, ситкә ҡараны. Атаға балаһы ҡыҙғаныс күренде. Ул ярылып бөткән ҡулы менән малайының башын күкрәгенә ҡыҫты. Яғымлы күренергә тырышты.

- Яңылышмағанһың, һин тапҡан - алтын. - Баланың күҙенән шатлыҡ осҡондары яңынан ҡалҡып сыҡтылар. Уның күҙ алдына бөтөргөһөҙ байлыҡтар күренде, ниҙер әйтергә теләп, ауыҙын асты. Ләкин ата уны тыйҙы.- Беҙгә ул хазина өсөн шатланырға ярамай. Хазина байҙарға ғына килешә. Беҙҙең кеүек ярлы барыбер мандымай ул. Тау эйәһенең асыуланыуы ихтимал. Тау эйәһен асыуландырһаң, ҡаза артынан ҡаза килә. Ана Галасауҙы ни эшләтте...

Гольцов менән булған хәл күптәрҙе ҡалтыратты. Гольцов һуңғы йылдарҙа яҙғы ташҡын һыу ярҙамында йыуылып ташланған иҫке отвалдарҙы бутар итте, йәй, һыу ҡороған саҡта, кәҫ ҡатыш отвал урынын йыуҙы. Бындай алтын йыуыу юлы эште еңеләйтте. Бер старателгә ун йыл буйы йыуа торған отвалды көслө һыу ярҙамында егерме-егерме биш көн эсендә ағыҙырға була. Эре-эре таштар аҡҡан саҡта ла алтын аҡмай, ҡомдарҙы үтеп, кәрҫ ҡатыш ҡара ер ҡатламына ултыра. Гольцов та шундай эш ысулын ҡулланды һәм, халыҡ әйтмешләй, алтынды көрәп алды. Тапҡан байлығы артҡандан-артты. Кәжән аръяғына күсеп килеп, яңғыҙы һәйбәт йорт һалдырҙы, бер көтөү һыйыр һәм ваҡ мал һатып алды. Ләкин уның бәхете оҙаҡҡа барманы. Яҙғы һалҡын һыуыҡтан тейгән ауырыу уны аяҡтан йыҡты һәм ул оҙаҡ йәшәй алманы. Үҙе үлгәндән һуң, бөтә тапҡан малы ҡороно. Ире артынан ҡатыны, улы үлде, ә яңғыҙ ҡалған килене өйө менән бергә янды. Был ваҡиғаны халыҡ үҙенсә юраны. Улар байлыҡҡа туймаған Гольцовты ҡоротҡан - тау эйәһенең эше, тип һананылар. Имеш, кемдәр Гольцов иҫән саҡта уҡ асыулы тау эйәһе уның бутары өҫтөндә, өй кәртәһе эсендә ут булыуын күргән. Аҙаҡ килеп, уның зат-ырыуын ҡоротҡан да хужаһыҙ ҡалған алтынды алып киткән. Бынан һуң халыҡ күп ваҡыттар буйы Гольцовтың янған өйө эргәһенән үтергә лә баҙнат итмәне, һуңғы йылдарҙа ғына онотола башланы был хәл.

Төрөлгән алтын сылғау аша Ғәйзулланың ҡулдарын яндырған һымаҡ тойолдо. Хыялы урынына яуыз  тау эйәһе килеп баҫты. Самородокты ерҙән ҡуҙғатҡан өсөн ул рәхмәт әйтмәйәсәк. Ул ергә халыҡ бара башлаһа, зат-ырыуың ҡороясаҡ.

- Быны нимә эшләтәйем? - тип һораны Ғәйзулла.

- Ҡайҙан тапҡанһың, шунда апарып ташла, улым. Үҙеңдән башҡа берәү ҙә белмәһен. Алтын ярлыға бәхет алып килгәне юҡ. Мин, ишетә-күрә йөрөгәс, беләм.

- Шулай булғас, ниңә уны эҙләйҙәр һуң?

- Нәпсе эҙләтә. Күҙ туймай.

- Алтын барын белһәләр, бында ла ерҙе ҡаҙырҙар инеме икән?

- Аҫтын өҫкә килтереп аҡтарасаҡтар. Был урмандың әҫәре лә ҡалмаясаҡ. Сабындыҡ бөтәсәк. Анһыҙ ҙа күпме ерҙе, яландарҙы әрәм иттеләр. Ата-олатайҙар, был ерҙәрҙе һаҡлау өсөн, күпме йылдар көрәште, ҡан түкте... Күбеһе ҡорбан булды. Ә беҙ һаҡлап алып ҡала алманыҡ...

Улар икеһе лә тынысландылар. Ут эргәһендәге үлән өҫтөнә иҫке сәкмән йәйеп, сәй эстеләр ҙә Хәйретдин улын ашыҡтырҙы:

- Бар, тиҙерәк бул. Быҙауҙарың сәскәктәп таралмаһын. Көн эҫе. Ҡулыңдағын ырғыт, онотма. Бергә ҡайтырбыҙ.

- Һин бында оҙаҡ булаһыңмы?

- Юҡ. Солоҡто ҡарап киләйем тигәйнем. Ҡорт ҡунмағанмы икән? Оҙаҡлаһам-нитһәм, һин әкренләп ҡайта тор. Ғәйзулла быҙауҙары эргәһенә юрамал туранан-тура барманы. Әрәмәлеккә төшөп, яртылаш бешкән ҡарағат ашаны. Шунан һуң ғына йылға ситенән һуҙылған һуҡмаҡтан аҫҡа ҡарай йүгерҙе.

Тирә-яҡ тыныс. Юлды ҡыҫҡартыу теләге менән ул уңға киткән һуҡмаҡҡа боролдо. Ҡыштырҙап, юл арҡыры туҙбаш йылан үтте. Иҫке ғөрөф-ғәҙәткә ышанып, Ғәйзулла, юлын ҡыйҙырмаҫ өсөн, һуҡмаҡ юл ситенән йыландың алдына сыҡты. Ләкин йылан әллә ҡайҙа юғалды. Ерек ағасы төбөндәге кеҫәртке генә башын бороп ҡараны ла, ул да, үләндәрҙе ҡыштырҙатып, ҡайҙалыр инеп китте. Юл ҡыйған йылан күңелен ҡырҙы. Аҙымын йышайта башлаһа, уның йыртыҡ балағы буйлап ниндәйҙер һалҡын нәмә шыуып йөрөгән кеүек була, туҡтаһа - баҫыла. Ыштанын сисеп ҡараны. Бер ни ҙә күренмәй. Тора-бара балаҡ эсендә үрмәләгән нәмә йылан һүрәтенә әйләнгән тау эйәһелер тип борсола башланы. Ҡулындағы төргәкте ағас төбөнә һалды. Тау эйәһенең асыуын баҫтырыу өсөн, уҡынып, бер нисә аҙым атланы ла ыштанындағы ямауға ҡыҫылып торған үләнде күреп тынысланды. Балаҡтың йыртығынан инеп ҡалған шул үлән балтырҙы ҡытыҡлаған икән.

Ғәйзулла урынынан тороп, инде китәм генә тигәндә, ярға аяҡтарын һалындырып ултырған кешене күреп, ҡурҡты. Артҡа сигенде.

- Эй, малай, ҡайҙа ҡасаһың, туҡта әле. Шунда һаҡаллы кеше күренмәнеме? - Йөҙөн ағас япраҡтары ҡаплаған кешенең тауышынан Ниғмәтулла икәнен танып, Ғәйзулла тынысланды.

- Юҡ.

- Ҡайҙа барып ултыраһың?

- Быҙауҙар көтөүе ҡашына.

- Һин көтәһеңме? - Ниғмәтулла урынынан тороп өҫтөн ҡаҡты. - Кем быҙауҙары?

Автор:Расима Салихова
Читайте нас