Дөйөм мәҡәләләр
17 Января 2025, 09:43

Туңдырма

Өйҙә туңдырма яһайыҡ әле.

ТуңдырмаТуңдырма
Туңдырма

Кәрәк: 200 г ҡуйыртылған һөт, 500 мл 33% -лы һөт өҫтө, 2 вафля йәймәһе.

Әҙерләү: иң башта туңдырма эшләй торған тәрән генә һауытты һәм миксерҙың болғағыстарын (венчики) ярты сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйып торорға. Һыуытылған һауытта һөт өҫтөн 5-7 минут юғары тиҙлектә күпертәбеҙ. Тиҙлекте яйлатып, ҡуйыртылған һөт ҡушып, 1 минут тирәһе болғатабыҙ. Унан алдан әҙерләп ҡуйылған вафля йәймәһенә килеп сыҡҡан массаны тигеҙләп йәйәбеҙ, вафляның икенсе ҡаты менән өҫтөн ҡаплайбыҙ һәм 4 сәғәткә туңдырғысҡа ҡуябыҙ. Һуңынан өлөштәргә бүләбеҙ.

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!

 

Фото Интернеттан.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас