Россельхознадзор “Меркурий” һәм “Хорриот” платформаларын интеграциялау буйынса эшен дауам итә. Был процестың беренсе этабы тамамланғандан һуң, әгәр продукция “Хорриот” системаһында иҫәпкә ҡуйылмаған хайуандан алынған булһа, етештереүселәр әйләнешкә индерә алмаясаҡ. Был хаҡта “Алтын көҙ - 2024” XXVI Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһендә сығыш яһап, Федераль хайуандар һаулығын һаҡлау үҙәге директорының мәғлүмәтләштереү буйынса урынбаҫары Александр Осминин хәбәр итте.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 2024 йылдың 1 мартынан Рәсәйҙә ауыл хужалығы малдарын маркировкалау мотлаҡ тип билдәләнде. Россельхознадзор хәбәр итеүенсә, маркировка булмаған осраҡта, Рәсәй Федерацияһының административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында Кодексына ярашлы, административ яуаплылыҡ ҡаралған.
Максималь штраф 20 мең һумға етергә йәки граждандар эшмәкәрлеген 60 тәүлеккә тиклем туҡтатырға тейеш. “Хорриот” системаһы Россельхознадзор тарафынан махсус рәүештә ауыл хужалығы малдарын иҫәпкә алыу өсөн булдырыла һәм ВетИС платформаһының мөһим компоненты булып тора.
Рәсәйҙә хайуандарҙы мотлаҡ теркәү һәм маркировкалау этаплап үткәрелә.
Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2023 йылдың 5 апрелендәге 550-се ҡарарына ярашлы иҫәпкә алынырға тейеш:
► 2024 йылдың 1 сентябренә тиклем эре мал (һыйыр малы, шул иҫәптән көмрө үгеҙ, буйволдар, һарлыҡ (як), сәнәғәт аҫрауындағы аттар (шул иҫәптән ишәк, ҡасыр (мул - бейә менән ишәк гибриды), сәнәғәт аҫрауындағы йорт ҡоштары, сусҡалар.
► 2025 йылдың 1 мартына тиклем шәхси ярҙамсы хужалыҡтағы аттар (шул иҫәптән ишәк, ҡасыр).
► 2025 йылдың 1 сентябренә тиклем бал ҡорттары, тиреле хайуандар, шулай уҡ сәнәғәттә тотолған дөйәләр, боландар һәм ҡуяндар.
► 2026 йылдың 1 мартына тиклем балыҡтар һәм башҡа хайуан сығышлы аквакультура объекттары, хеҙмәт хайуандары.
► 2026 йылдың 1 сентябренә тиклем һарыҡ һәм кәзә, шәхси ярҙамсы хужалыҡтағы дөйә, йорт ҡош-ҡорто (10 баштан ашыу), болан, ҡуян (10 баштан ашыу).
► 2029 йылдың 1 сентябренә тиклем йорт ҡошо һәм ҡуян (шәхси ярҙамсы хужалыҡта 10 башҡа тиклем).
Ветеринария белгестәре хайуандарҙы иҫәпкә ала, ә Россельхознадзор контролде тормошҡа ашыра.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ветеринария ҡағиҙәләрен боҙоу кире эҙемтәләргә килтереүе ихтимал. Ҡанундарҙы үтәгеҙ һәм хайуандарығыҙҙың именлеген тәьмин итегеҙ!
Район-ҡала ветеринария станцияһы.