Уҙған йылдың сентябрендә Ленин урамында йәйәүле ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде. ВАЗ-2110 автомобиле водителе юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙа: юл билдәләре менән билдәләнгән, көйләнмәгән йәйәүлеләр үткәүеле янына яҡынлашып, тиҙлеген кәметмәй һәм, юл бирмәйенсә, 63 йәшлек ҡатын-ҡыҙҙы бәрҙерә.
Билдәләнгән урында юл аша сыҡҡан зыян күреүсе төрлө йәрәхәттәр ала, шул иҫәптән мейеһе һелкенә һәм һөйәктәре һына, был һаулыҡҡа ауыр зыян килтереү тип баһалана.
68 йәшлек ир, күҙенә ҡояш төшөүе сәбәпле йәйәүлене күрмәгәнен аңлатып, үҙ ғәйебен таный. Тикшереү барышында водителдең - айыҡ, әавтомобилдең төҙөк хәлдә булыуы асыҡлана.
Ир Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 264-се статьяһында ҡаралған енәйәт билдәләре буйынса ҡуҙғатылған енәйәт эше фигуранты булды (юл хәрәкәте һәм транспорт сараларын файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоу). Әлеге ваҡытта тикшереү тамамланған, материалдар судҡа тапшырылған.
Рифат ФӘТҠЕТДИНОВ, район буйынса тәфтиш бүлеге начальнигы урынбаҫары.