Рәсәйҙең Хәрби дан көнөндә Геройҙар аллеяһында Ленинград блокадаһы бөтөрөлөүҙең 81 йыллығына арналған митинг уҙҙы.
Митингта муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Зөлфиә Ғәлийәнова, район хакимиәте һәм башҡа ведомстволар вәкилдәре, учреждение, белем биреү йорттары етәкселәре, ҡала халҡы, ҡаланың 1-се мәктәбенең юнармиясылар отряды, 20-се мәктәп кадеттары, студенттар һәм уҡыусылар ҡатнашты.
Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт гимндары яңғырағандан һуң һүҙ Зөлфиә Басир ҡыҙына бирелде.
- Был йылдар тарихтың мәңге онотолмаҫ биттәре булып тора. Бөгөн беҙ был хаҡта быуындан быуынға тапшырырға һәм һәләк булғандарҙы иҫкә алырға тейешбеҙ. Ҡаһармандарға хөрмәт һәм дан! - тине.
Ленинград блокадаһында һәләк булғандарҙы иҫкә алып бер минут тынлыҡ иғлан ителгәндән һуң, Мәңгелек утҡа венок, сәскәләр һалынды, майшәмдәр ҡуйылды.
Ленинград блокадаһы - тарихта бығаса күрелмәгән иң ауыр йылдар була - аслыҡ, һыуыҡ, бомбаға тотоу, кешеләрҙең һәләк булыуы... Блокада 872 көн дауам итә. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, ул 630 меңдән ашыу ленинград халҡының ғүмерен өҙгән, әммә тарихсылар иҫәпләүенсә, был һан миллиондан ашыу кешегә етеүе ихтимал.
Блокада башланғанда ҡалала ҡамауҙа оҙайлы ваҡытҡа етерлек аҙыҡ-түлек һәм яғыулыҡ булмай. Ленинград менән берҙән-бер бәйләнеш юлы булып Ладога күле аша һалынған маршрут тора. Ул дошмандың артиллерияһы, авиацияһы һәм хәрби-диңгеҙ көстәре һөжүме аҫтында була. Был транспорт артерияһы аша индерелгән нәмәләр ҡала халҡы ихтыяжын ҡәнәғәтләндерерлек күләмдә булмай. Һөҙөмтәлә, Ленинградта башланған аслыҡ, ҡыштың айырыуса сасҡау булыуы, транспорт һәм йылытыу системаһындағы проблемалар халыҡ араһында йөҙҙәрсә мең кешенең үлеменә килтерә.
1943 йылдың ғинуарында, Ленинград блокадаһы өҙөлгәндән һуң да, дошман ғәскәре һәм флоты уны 1944 йылдың ғинуарына тиклем ҡамауҙа тота. 1944 йылдың ғинуар - февралендә совет ғәскәрҙәре Ленинград-Новгород операцияһын үткәрә, һөҙөмтәлә, дошман ҡаланың көньяҡ сигенән 220-280 саҡрымға сигенергә мәжбүр була. 1944 йылдың июнь - авгусында совет ғәскәрҙәре Балтик флоты һәм авиация ярҙамында Выборг һәм Свирск-Петрозаводск операциялары үткәрә, 20 июндә - Выборгты, ә 28 июндә Петрозаводскты ала. 1944 йылдың сентябрендә Гогланд утрауы азат ителә. Диңгеҙ юлы миналар менән уратып алынғанлыҡтан, уның аша ҡалаға 1946 йылда ғына үтеү мөмкин була.
Ленинград блокадаһы кешенең Ватан намыҫы һәм азатлығы хаҡына теләһә ниндәй һынауҙар үтергә һәләтле булыуын күрһәтә. Ҡала халҡы һәм һаҡсылары уның күпме дауам итәсәген, күпме ҡайғы кисеререн, күпме ғүмер бирелерен белмәй. Әммә улар еңеү мотлаҡ килеренә ышана
Блокада йылдары тарихы беҙҙең өсөн бығаса булмаған кешелек батырлығы һәм сыҙамлығы, туғандарса үҙ-ара ярҙам итеү, илдең киләсәге хаҡына рус халҡының фиҙаҡәрлек һәм берҙәмлек өлгөһө булып тора.