Муниципаль район хакимиәте башлығын ваҡытлыса башҡарыусы Зөлфиә Ғәлийәнова митинг алдынан уның өйөнә барып изге теләктәрен, хөрмәтләү һүҙҙәрен еткерҙе, муниципаль район хакимиәте исеменән бүләктәр тапшырҙы: “Һеҙҙең ише кешеләр барыбыҙ өсөн дә өлгө булып тора. Һеҙ үҙ быуынығыҙ өлөшөнә төшкән ҡаты һынауҙарҙы намыҫ менән еңеп сыҡҡанһығыҙ, бала ғына көйөнсә аслыҡты, һалҡындарҙы кисергәнһегеҙ. Киләсәктә һеҙгә һаулыҡ, күңел, йән тыныслығы һәм оҙон ғүмер теләйбеҙ, - тине ул.
Кира Александровнаның атаһы 1941 йылда фронтҡа китә һәм ҡыҙға ике йәш булғанда һәләк була. Ул һуғышты һөйләүҙәре буйынса ғына хәтерләй. Әсәһе һәм ағаһы менән ҡамауҙа ҡалған ҡаланан Гатчинаға китә. Әммә беҙҙең ғәскәрҙәр дошман ҡулсаһын өҙөп сыҡҡас та, ғаилә Ленинградҡа ҡайта.
Кейәүгә сыҡҡас, Кира Александровна Белоретҡа күсеп килә, хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем механизацияланған төҙөлөш ҡоралдары заводында кадрҙар бүлегендә эшләй. Уның ҡыҙы Санкт-Петербургта йәшәй, ике ейәне һәм ике бүләһе бар.
- Балалар ҡайтып тора, үҙем дә барғылайым. Әммә юлда иң ауыры - Ленинрадта булыу. Миңә уның климаты килешмәй һәм бәлки бала саҡ хәтирәләре лә тәьҫир итәлер, һуңынан аҙналар буйы сирләйем, хәлемә ҡатйта алмай аҙапланып сығам. Белоретты яраттым, үҙ иттем, уның тәбиғәте бик матур, урман-тауҙары оҡшай. Тиҙерәк донъяла тыныслыҡ урынлашыуын, һалдаттарыбыҙҙың имен-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтыуын, барыһына ла имен тормош теләйем, - тине Кира Александровна хушлашҡанда.