Был көндө үткәреүҙең маҡсаты - халыҡҡа яман шеште хәҙерге цивилизацияның иң ҡурҡыныс ауырыуҙарының береһе булыуын аңғартыу, был ауырыуҙы иҫкәртеүгә, иртә асыҡлауға һәм дауалауға иғтибар йәлеп итеү, онкология ауырыуҙарының ни тиклем хәүефле һәм киң таралыуын аңлатыу. Онкология ауырыуҙары бөтә донъяла үлемдең төп сәбәптәренең береһе булып (ҡан әйләнеше системаһы ауырыуҙарынан һуң икенсе урында) тора.
Белгестәр билдәләүенсә, беҙҙең көндәрҙә онкологияның барлыҡҡа килеү сәбәптәре яҡшы билдәле һәм был ул сирҙәрҙең 40 процентын булдырмаҫҡа мөмкинлек бирә. Шул иҫәптән ҡайһы бер иҫкәртеү сараларын үтәү кәрәк:
► тәмәке тартмағыҙ;
► һимереүҙән һаҡланырға тырышығыҙ;
► актив һәм хәрәкәтсән булығыҙ, көн һайын физкультура менән шөғөлләнегеҙ;
► көн һайын, төрлөләндереп, йәшелсә, емеш-еләк ҡулланығыҙ һәм төрлөлөгөн арттырығыҙ. Уларҙы көнөнә кәм тигәндә 5 тапҡыр үҙ рационығыҙға индерегеҙ;
► хайуан майы булған аҙыҡты ҡулланыуҙы сикләгеҙ;
► алкоголь менән мауыҡмағыҙ;
► артыҡ ҡояш тәьҫиренән ҡасырға тырышығыҙ. Айырыуса балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе ҡояштан һаҡлау мөһим. Көнгә тиҙ янған кешеләр ғүмер буйы һаҡланыу сараларын ҡулланырға тейеш;
► яман шеш барлыҡҡа килтереүе ихтимал булған матдәләрҙең тәьҫирен булдырмау сараларын ҡәтғи үтәгеҙ.
Түбәндә һанап үтелгән симптомдарҙың береһе булһа ла, тиҙ арала табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ!
► Шешенеү.
► Мотивһыҙ көсһөҙлөк, арығанлыҡ.
► Субфебриль температура.
► Яра (сей яра), ул оҙаҡ йүнәлмәй (ауыҙ ҡыуышлығында ла булыуы бар)
► Формаһын, төҫөн йәки ҙурлығын үҙгәрткән тыумыштан булған тап.
► Тирелә барлыҡҡа килгән һәм үҫеүен дауам иткән боҙом.
► Тирелә йәки тире аҫтында, һөт биҙҙәре өлкәһендә, ҡултыҡ аҫты ҡыуышлыҡтарында, эстең аҫҡы өлөшөндә тығыҙлыҡ барлыҡҡа килеү.
► Лимфа төйөндәренең ҙурайыуы.
► Сәбәпһеҙ ҡан ағыуы.
► Оло ярауҙа ҡан, эрен, лайла булыуы.
► Эсәк, ашҡаҙан, аш һеңдереү юлы, башҡа ағзалар өлкәһендә оҙайлы ауыртыу.
► Туҡтауһыҙ йүтәл, тауыштың ҡарлығыуы.
► Сәбәпһеҙ ябығыу.
Әлеге ваҡытта граждандарға бушлай медицина ярҙамы күрһәтеү дәүләт гарантиялары программаһы сиктәрендә, Рәсәй Федерацияһында өлкәндәрҙең билдәле бер төркөмдәренә диспансерлау үткәрелә. Уның төп маҡсаты - халыҡтың һаулығын формалаштырыуға, һаҡлауға һәм нығытыуға, ауырыуҙарҙы иҫкәртеүгә һәм кәметеүгә, эшкә яраҡлы йәштә ваҡытынан алда үлемде иҫкәртеүгә, әүҙем оҙон ғүмерлелекте арттырыуға йүнәлтелгән саралар комплексын тормошҡа ашырыу. Диспансерлауҙың төп маҡсаттарының береһе булып онкология ауырыуҙарын иҫкәртеү һәм иртә асыҡлау тора.
Сәләмәт булығыҙ!
Рөстәм ХӘСӘНОВ, табип-онколог.