Һис шикһеҙ, яһалма ҡасырыуҙың күп ыңғай яҡтары бар. Беренсенән, үрсетеүсе рекордсмен-үгеҙҙәрҙең тикшерелгән сифатлы орлоғо ҡулланыла. Икенсенән, "яңы ҡан" "туғандар" араһында ҡауышыу хәүефен кәметә һәм, һөҙөмтәлә, тыумыштан килгән ауырыуҙар, үле тыуым һәм яңы тыуған быҙауҙарҙың үлеме кәмей.
Бынан тыш, рекордсмен-үгеҙҙәрҙең гендары ит һәм һөт етештереүсәнлеге яҡшырған продуктив тоҡом алырға мөмкинлек бирә. Өсөнсөнән, бер тапҡыр ҡулланыла торған стерилләнгән инструменттар ҡулланыу һөҙөмтәһендә туберкулез, лейкоз, вибриоз, трихомоноз, бруцеллез һәм башҡа йоғошло ауырыуҙар йоҡтороу хәүефе юҡ. Һәр төрлө инфекцион ауырыу етештереүсәнлекте һәм тоҡомдо юғалтыуға ғына түгел, ә хайуандың үлеменә лә килтереүе бар. Дүртенсенән, ҡасырыу кимәле ирекле осраҡҡа ҡарағанда күберәк. Бынан тыш, ветеринарҙар был йүнәлештә ыңғай һөҙөмтә күрһәткән Башҡорт тоҡомсолоҡ берекмәһе орлоғо менән эшләй. Орлоҡто симменталь тоҡомло үгеҙҙәрҙән алалар. Симменталь тоҡомо ит-һөт йүнәлешенә ҡарай, йәғни һыйырҙарҙа юғары һауым менән бер рәттән һимертелгән малдың артым күрһәткестәре лә юғары. Бынан тыш, симменталь тоҡомло мал талапсан түгел, йоғошло ауырыуҙарға сыҙамлы, Башҡортостандың таулы райондарында үрсеткәндә үҙен яҡшы күрһәтте.
Һыйырҙарға быҙаулағандан һуң витамин препараттарын биреү кәрәк. Был хайуандарҙың быҙаулағандан һуң тиҙерәк һауығыуына булышлыҡ итә һәм хайуандар киләһе ҡасырыуға тиҙерәк өлгөрә.
Йәғни хайуан хужаһына бөтә нәмәне “эйе” һәм “юҡ” бизмәнендә үлсәп ҡарарға һәм хайуандарҙы яһалма ҡасырыу пунктында (Белорет ҡалаһы ветеринария участкаһы, Сосновка, Ҡағы, Ломовка ауыл ветеринария участкалары) участка ветеринар табибы менән һөйләшергә кәрәк.
Өҫтәмә һорауҙар менән Белорет ҡалаһы, Тюленин урамы, 44-се йорт адресы буйынса район-ҡала ветеринария станцияһына (телефоны:4-73-79) мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Район-ҡала ветеринария станцияһы.
Фото Интернеттан.