Дөйөм мәҡәләләр
25 Февраля 2025, 04:49

Афған һуғышы - уңалмаҫ яра

Йыл һайын 15 февралдә Рәсәйҙә совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға арналған саралар уҙғарыла.

Афған һуғышы - уңалмаҫ яраАфған һуғышы - уңалмаҫ яра
Афған һуғышы - уңалмаҫ яра

Был көн Рәсәй тарихының иҫтәлекле даталары календарына индерелгән һәм дәүләт кимәлендә билдәләнә. 36 йыл элек һалдаттар һәм офицерҙар үҙҙәренең хәрби бурысын намыҫ, батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ менән үтәп тыуған еренә әйләнеп ҡайтты.

ДауытЮлтый исемендәге  башҡорт модель китапханаһында ла был ваҡиғаға арналған хәтер сәғәте булып уҙҙы. Был сарала ҡаланың лицей-интернат уҡыусылары әүҙем ҡатнашты.

Балалар Афғанстанда совет ғәскәрҙәре составында Башҡортостандан 9 мең ярымдан  ашыу кеше ҡатнашҡаны һәм уларҙың күпселеге орден һәм миҙалдар менән наградланғаны тураһында белделәр. Шулай уҡ Башҡортостандан 340-тан ашыу яугир-интернационалист яу  яланынан әйләнеп ҡайтмауы хаҡында мәғлүмәт бирелде.  Дөйөм алғанда, Афғанстанда беҙҙең ил 15 меңдән ашыу һалдат һәм офицерын юғалтҡан. Уҡыусылар һәм сараны ойоштороусылар бер минутлыҡ тынлыҡта тыуған ил  өсөн баштарын һалған барлыҡ яугирҙарҙы иҫкә алдылар.

Сара барышында “Афғанстан - беҙҙең хәтер һәм ҡайғы” исемле китап күргәҙмәһе менән таныштылар.

Әлфиә ЗӘБИРОВА,  библиограф.

Автор:
Читайте нас