Республика гәзит-журналдары араһында иғлан ителгән “Совет һалдатын таныйһыңмы?” акцияһына ҡушылып, уҡыусыларыбыҙға яҡшы таныш райондаштарыбыҙҙың Совет Армияһында хеҙмәт иткән осорҙағы фотоһүрәттәрен тәҡдим иткәйнек. Шуларҙың береһе - ветеран-уҡытыусы, тарихсы, Сабир Шәрипов исемендәге "Иҙел башы" яҙыусылар ойошмаһы ағзаһы, Яныбай Хамматов исемендәге премия лауреаты Ринат ШӘЙБӘКОВкә һүҙ:
- Комсомол путевкаһы буйынса килеп, Белорет - Шишмә тимер юлы төҙөлөшөндә эшләгәндә, Белорет ҡалаһы хәрби комиссариаты тарафынан әрме хеҙмәтенә саҡырылдым.
Ябыҡ типтағы Н...ск ҡалаһындағы йәшерен сәнәғәт объектын һаҡлау ине беҙҙең бурыс. Часыбыҙ Рейхстагты штурмлаған легендар командир капитан Неустроев батальоны нигеҙендә барлыҡҡа килеүе менән ғорурландыҡ һәр саҡ. Ә һаҡлаған объекттың мөһимлеген миңә, ябай бер һалдатҡа, шул саҡтағы оборона сәнәғәте министры Устиновты (аҙаҡ оборона министры булды), мәктәптә физика фәненән үҙем уҡыған дәреслекте яҙған авторҙарҙың береһен, тағы башҡа бик күп шундай ҙур кешеләрҙе постан үткәрергә тура килеүенән генә аңларға була ине! Шулай, бер тәүлек - часта, икенсе тәүлек - ҡарауыл хеҙмәтендә үтте ике йылым. Ә нимә һаҡлағаныбыҙ тураһында яңыраҡ ҡына, "йәшеренлек" алынғас ҡына аңланым. Хәҙер полкташтар сайты бар, шунда аралашабыҙ. Унда бергә хеҙмәт иткән “служактар”ҙан бер-икеһе, тәүге взвод командирым, замполит, тағы бер нисә офицер ҙа бар элекке таныштарҙан.
Башҡорт егеттәре һынатмай, тигәндәрен гел ишетергә тура килә. Мин часта ике башҡорттоң береһе булдым, Учалынан Рәүф Ҡаҙаҡҡолов менән һирәк кенә күрештек, сөнки ул хәрби йөк оҙатып йөрөүсе ротала. Бында хәрби хеҙмәткә илдең төрлө тарафтарынан саҡырылғандар. Урыҫтарҙан ҡала, украин егеттәре байтаҡ. Урта Азиянан ҡаҙаҡтар, үзбәктәр күп булды, ҡараҡалпаҡтар, тажиктар ҙа бар ине. Кавказдан әрмән, әзербайжан, грузин, ингуш, осетиндар булды. Чечен егеттәре башҡаларҙан айырылып торҙо. Хатта Эстониянан, Карелиянан саҡырылған финдар ҙа хеҙмәт итте. Әле ҡалала тороп ҡалған Никконен менән байрамдарҙа бер-беребеҙҙе ҡотлап алабыҙ. Әйтергә кәрәк, башҡа ерҙәрҙәге кеүек (ысынмы-бушмы) йәмһеҙ бабайлыҡ күренештәре беҙҙә булманы тиерлек. Бер аҙ яҡташтарҙың берләшеп маташыуы ғына бар ине. Чечендар бер-береһен йәберләтеүгә бирмәне. Кавказ халыҡтарынан осетиндар менән грузиндар, әрмәндәр менән әзербайжандар араһындағы мөнәсәбәттәр генә шул ваҡытта уҡ бер аҙ һиҙелә биреп ҡала ине. Шулай ҙа, милләт айырыу тигән нәмә булманы ул саҡта. Дуҫтарым араһында ҡаҙаҡ Әбдиев, грузин Карачава, ҡалмыҡ Мучкинов, чечен Мадаев, урыҫ Иванов, Мулялин, мордва Дрыгин, татар Ямалиевтарҙың булыуы ғына ла күпте һөйләй.
Хеҙмәт итә башлаған саҡтағы бер ваҡиғаны ғына һөйләйем әле. Өлкән сержант Саркисян ғәҙел взвод командиры ярҙамсыһы булды. Уға арҡаланыпмылыр, минән бер йыл ғына алда хеҙмәткә килгән Гемонян фамилиялы әрмән, үҙе нарядта саҡта, мине бәҙрәфкә саҡырып алып, писуар таҙарттырырға маташты. Мин: “Үҙем нарядта саҡта таҙартырмын, ә һинең өсөн - юҡ!” - тип яуапланым. Был миңә: “Сыно-о-ок, тегеләйтмәйем дә, былайтмайым! Хәҙер мин һине-е-е...” - тип осоп-ҡунып килә. Мин тоттом да бының моронон ҡанатҡансы һуҡтым да ҡуйҙым. Был танауын тотоп, Саркисянға йүгерҙе. Ул килеп “разборка” башланы: “Синок ты откуда, с юга?”. Мин асыу менән: “Да с юга - с Южного Урала!” - тип ҡысҡырҙым. “Башкир, что ли?” - тигән һорауына ыңғай яуап алғас: “Ладно, синок, живи! Толко руки болше не распускай!” - тип Гемоняндың үҙен туҙҙыра башланы. Аҙаҡ белдем - миңә тиклемге башҡорт егеттәре батыр, ҡыйыу булғандар икән. Уларға булған ихтирам, уларҙың даны миңә лә ярҙам итте. Сираттағы башҡорттар бер йылдан һуң ғына часҡа килде, икәүһе беҙҙең ротаға эләкте. Миндәктән Вәлит менән әле аҙна һайын тиерлек хәбәрләшеп торабыҙ, ә Радик, йәл, мәрхүм булып ҡалды.
Хеҙмәт итеү осоронда бер юлы рота писаре вазифаһын да башҡарҙым, ҡарауыл хеҙмәтенә лә даими йөрөнөм. Үткәреү посында тороуы миңә оҡшай ине. Фотом частың Дан аллеяһында эленеп торҙо, спортта ла һынатманым. Ҡырҡ саҡырымға марш-бросок ныҡ иҫтә ҡалды. Биатлонға оҡшаған “Патрулдәр уҙышы”нда беренселекте бирмәгән ротабыҙ командаһында мин дә булдым. Һигеҙ саҡрым араға йәйге йүгереүҙә ҡатнашып, ун көнлөк отпуск менән бүләкләндем. Яҙыша башлағас, әрме хеҙмәтенә арнап, “Еңмеш булһа ни...” тигән хикәйә лә яҙҙым, уны уҡыусым иҫләйҙер ҙә әле…