Дөйөм мәҡәләләр
28 Февраля 2025, 11:07

Иммунитетығыҙҙы нығытығыҙ!

1 мартта Бөтә донъя иммунитет көнө билдәләнә, был осраҡлы түгел, сөнки тап яҙ башы - иммун системаһы тураһында уйларға һәм уны бөтә мөмкин булған ысулдар менән нығытырға ваҡыт.

Иммунитетығыҙҙы нығытығыҙ!Иммунитетығыҙҙы нығытығыҙ!
Иммунитетығыҙҙы нығытығыҙ!

 Иммунитет - организмдың ҡаршы тороу һәләте, иммун системаһы сит күҙәнәктәрҙе, төрлө инфекцияларҙы һәм вирустарҙы зарарһыҙландыра, һуңынан уларҙы юҡҡа сығара.

 Йыш ҡына һалҡын тейеү, температураның оҙаҡ күтәрелеүе, хроник арығанлыҡ синдромы, быуындар һәм мускулдар ауыртыуы, йоҡоһоҙлоҡ, йыш баш ауыртыуы, тирелә эрендәр барлыҡҡа килеүе - былар барыһы ла иммун системаһының ҡаҡшауын аңлата.

Иммунитетыбыҙға стресс, депрессия, йоҡоһоҙлоҡ, алкоголь ҡулланыу, тәмәке тартыу, антибиотиктарҙы оҙаҡ ҡулланыу, физик көсөргәнешлек етмәү зыян килтерә.

Иммунитетыбыҙға сынығыу, һыу менән ҡойоноу, контрастлы душ, уртаса ҡояш ванналары, ыңғай эмоциялар, сәләмәт йоҡо, уртаса физик көсөргәнеш, гимнастика, саф һауала йөрөү,  дөрөҫ туҡланыу ярҙам итә.

Организмға витаминдар һәм микроэлементтар етерлек күләмдә инһен өсөн туҡланыу төрлөләндерелгән булырға тейеш. Иммун системаһының эшенә һыйыр бауыры, бал, диңгеҙ продукттары, имбир, ҡәнәфер, кориандр, корица, кардамон, лавр япрағы, хрен кеүек тәмләткестәр ҡулланыу  яҡшы тәьҫир итә.

А витамины бөтә ҡыҙыл һәм ҡыҙғылтһары емеш-еләктә һәм йәшелсәлә бар.

С витаминына цитрус, шиповник, мүк еләге, тоҙло кәбеҫтә бай.

Е витаминының сығанағы булып көнбағыш, зәйтүн, кукуруз майы тора.

В төркөмө витаминдары ҡуҙаҡлыларҙа, ярма, йомортҡа, йәшелсә һәм сәтләүектә бар.

Иммунитет өсөн кәрәкле микроэлементтар булып цинк һәм селен тора. Цинк етешмәүен балыҡ, ит, бауыр, сәтләүек, фасоль һәм борсаҡ ҡулланып тулыландырырға мөмкин.

Селендың сығанағы булып балыҡ, диңгеҙ продукттары, һарымһаҡ тора.

Организмды минераль матдәләр - тимер, баҡыр, магний һәм цинк менән субпродукттар, сәтләүек, ҡуҙаҡлы борсаҡ һәм шоколар ҡулланып байытырға мөмкин.

Яҡшы һәм сәләмәт йоҡоһоҙ яҡшы кәйеф һәм иммунитет кимәлен һаҡлау мөмкин түгел. Организм ихтыяждарына ҡарап, йоҡо ваҡыты көнөнә 7-8 сәғәт әтшкил итә. Йоҡоһоҙлоҡтан хроник арығанлыҡ синдромы барлыҡҡа килеүе ихтимал, был даими көсһөҙлөккә, тиҙ арыуға, депрессияға, насар кәйефкә сәбәпсе була. Көн һайын 30-40 минут тиҙ темпта йәйәү йөрөү ҙә файҙалы.

Стресс - иммунитеттың төп дошманы, ул шәкәр диабеты, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын барлыҡҡа килтереүе, гипертония кризисы тыуҙырыуы ихтимал. Нимә генә булмаһын, барыһына ла тыныс ҡарарға тырышығыҙ. Сынығыуҙың иң ябай ысыулы - контрастлы душ. Әммә шунда уҡ боҙло һыу менән һҡойонорға ярамай, башта йылы һәм һалҡын һыуҙы сиратлау зарур.         

Аҡһымдың оптималь сығанаҡтары булып һөт ризыҡтары, балыҡ, тауыҡ, күркә, быҙау ите, шулай уҡ үҫемлек ярмалары, ҡуҙаҡлылар, сәтләүек, көнбағыш кеүек орлоҡтар тора.

70 йәштән өлкән кешеләргә көн һайын хайуан аҡһымын ҡулланыу кәңәш ителә. Саф һауала йөрөү һәм дауалау физкультураһы файҙалы. Йәнә театрҙарға, музейҙарға, күргәҙмәләргә йөрөү кеүек күңелле ваҡиғалар кәрәк.

Иммунитетты шифахана-курортта дауаланыу, диңгеҙ буйында ял итеү, уртаса ҡояш ванналары яҡшы нығыта. Яман ғәҙәттәрҙән баш тартығыҙ, күберәк йәйәү йөрөгөҙ, стресстан һаҡланырға тырышығыҙ, яҡшы күңелсәк кешеләр менән күберәк ваҡыт үткәрегеҙ, сөнки яҡшы кәйеф - һаулыҡ нигеҙе!

Сәләмәт булығыҙ!

Эльвира ВӘЛИШИНА, терапия бүлеге мөдире.

 

Автор:
Читайте нас