Дөйөм мәҡәләләр
17 Марта 2025, 06:08

Эт - дуҫ та, дошман да

Башҡортостанда эттәрҙең кешеләргә һөжүм итеү осраҡтары дауам итә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Эт - дуҫ та, дошман даЭт - дуҫ та, дошман да
Эт - дуҫ та, дошман да

Республика Дәүләт йыйылышының аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Руфина Шаһапова хәбәр итеүенсә, бындай осраҡтар меңәрләгән иҫәпләнә.

“Статистика бик ҙур, меңәрләгән эпизодтарҙы теркәйбеҙ. Өҫтәүенә, улар хужалы эттәрҙең өлкәндәргә һәм балаларға морондоҡһоҙ һәм бауһыҙ һөжүм итеүе менән бәйле. Йыш ҡына оло кешеләр үҙ фатирҙарында тотош хайуандар приютын ойоштора, ә башҡа кешеләр ғазап сигә”, - ти депутат.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Енәйәт кодексында ла, Административ кодекста ла бындай осраҡтар өсөн яуаплылыҡ ҡаралмаған. Әммә гражданлыҡ ҡануниәте бар - әгәр эт кемделер тешләһә, граждандар оҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итә ала.
Суд-медицина экспертизаһы үткәрелә, әгәр һаулыҡҡа зыян килтерелә икән, гражданлыҡ тәртибендә зыянды ҡаплау өсөн аҡса түләтелә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала хайуандарҙы аҫрауға һәм йөрөтөүгә өҫтәмә талаптар раҫланды. Мәҫәлән, йорт хайуандарына даими рәүештә хужалар күҙәтеүе аҫтында булырға кәрәк, эттәргә муйынсаҡ, бер метрҙан да оҙонораҡ булмаған бау һәм морондоҡ кейҙерергә кәрәк (ҡулда булған осраҡтарҙан тыш). Һуҡырҙар өсөн оҙатыусы эттәргә был ҡағылмай. Урамда йөрөгәндә йорт хайуаны артынан экскременттарҙы йыйырға кәрәк.

Яңы ҡағиҙәләргә ярашлы, хайуандарҙың үҙен генә урамға сығарыу тыйыла. Эттәрҙе йәмәғәт транспортында махсус сумкаларҙа йәки ҡыҫҡа бау һәм морондоҡ менән йөрөтөргә рөхсәт ителә.

Йорт яны һәм башҡа ер участкаларында һәр 200 квадрат метрға бер ҙур йәки уртаса ҙурлыҡтағы, йәки өс бәләкәй эттән артыҡ тотоу рөхсәт ителмәй.

Хайуандарҙы балкондарҙа һәм лоджияларҙа, шулай уҡ дөйөм ҡулланылыштағы урындарҙа урынлаштырырға ярамай. Ә бына 18 квадрат метр майҙанда бер генә уртаса ҙурлыҡтағы эт йәки ике ваҡ хайуан булырға мөмкин. Юғиһә хужаларҙы штраф көтә. Һуңғы яңылыҡ республика халҡы араһында ҙур резонанс тыуҙырҙы.


ЭТ МЕНӘН ОСРАШҠАНДА ҮҘЕҢДЕ НИСЕК ТОТОРҒА?
► Бәйҙә торған эткә яҡын килмәгеҙ;
► таныш булмаған эткә яҡын бармағыҙ, теймәгеҙ һәм һыйпамағыҙ;
► эт һеҙгә ҡаршы йүгерһә, ҡурҡмағыҙ һәм ҡысҡырмағыҙ;
► йүгермәгеҙ, туҡтағыҙ. Сөнки эт хәрәкәт итеүсе кешегә йышыраҡ һөжүм итә;
► хайуандың аҙыҡ һауытына теймәгеҙ;
► этте аҙыҡ менән ымһындырмағыҙ, йортһоҙ хайуандарҙы ашатмағыҙ;
► эттең ризығын һәм уйынсыҡтарын тартып алмағыҙ;
► эт көсөктәренә теймәгеҙ;
► йоҡлап ятҡан эткә ҡағылмағыҙ;
► талашҡан эттәрҙе айырырға тырышмағыҙ;
► күсмә эттәр өйөрөнә яҡын бармағыҙ;
► эттәрҙе һөсләтмәгеҙ;
► һөжүм итеүсе эттең күҙенә ҡарамағыҙ.

ӘГӘР ҺӨЖҮМ ИТҺӘ:
► ҡабырғаға тороп, ҡаты тауыш менән бер нисә команда бирегеҙ (“Фу! Ярамай! Ултыр!”);
► киҫкен хәрәкәт яһамай, эттең хужаһын саҡырығыҙ (әгәр ул яҡында булһа) йәки өлкәндәрҙе саҡырығыҙ;
► әгәр һеҙгә бер кем дә ярҙам итмәһә, башта әкрен генә, унан етеҙ аҙымдар менән уның янынан китегеҙ;
► эттең күҙенә ҡарамағыҙ, был уны әүҙем ғәмәлдәргә этәрергә мөмкин;
► әгәр эт ултыра икән, ул һикерергә әҙерләнә. Танауығыҙҙы һаҡлағыҙ, эйәгегеҙҙе муйынға ҡыҫып тотоғоҙ, сумкағыҙҙы йәки пакетығыҙҙы битегеҙгә ҡуйығыҙ - һаҡланыу сараһын ысҡындырмайынса,әкрен генә ышыҡҡа табан сигенегеҙ.
► әгәр һеҙҙе эт тешләһә, шунда уҡ табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ.

Район-ҡала ветеринария станцияһы.

Автор:Расима Салихова