Дөйөм мәҡәләләр
27 Марта 2025, 10:07

Мәңгелеккә ҡалды тарихта

Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында Яныбай Хамматовың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған “V Хамматов уҡыуҙары” республика ғилми-ғәмәли конференцияһы үтте. 

Мәңгелеккә ҡалды тарихтаМәңгелеккә ҡалды тарихта
Мәңгелеккә ҡалды тарихта
 
Конференцияға мәртәбәле ҡунаҡтар  - Яныбай Хамматовтың ейәнсәре Алһыу Хамматова, бүләсәрҙәре Наилә һәм Әйшә, Республиканың  әҙәбиәт белгесе, ғалим, тәнҡитсе, Милли әҙәбиәт музейы директоры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Зәки  Әлибаев,  Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре,  Почетлы кинематографисы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, режиссер, Белорет районының Өфөләге “Артыш” яҡташтар ойошмаһы рәйесе Рәйес Исмәғилев, актёр, режиссёр һәм театр эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Хөрмәтулла Үтәшев,  Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт һәм бик күп әҙәби премиялар лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ҡәҙим Аралбай,  Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы,  Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре,  Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ринат Камал, мәғариф ветераны, гимназияның элекке директоры Зөбәржәт Суфьянова, Түңгәүер ырыуы вәкиле Хафиз Иҙрисов, мәғариф идаралығы начальнигы Эдуард Камалов, мәҙәниәт идаралығы начальнигы Ольга Овчинникова һәм башҡалар ҡатнашты.
 
Был күркәм сарала республикабыҙҙың төрлө район-ҡалаларынан -  уҡытыусылар, уҡыусылар ҡатнашты. Конференцияның “Өҫтәл уйындары”, “Интерактив уйындар”, “Кластан тыш дәрестәр өсөн методик эшкәртмәләр”, “Видеоролик”, “Сәхнәләштереү”, “Яныбай Хамматов әҫәрҙәренән өҙөк һөйләү” номинацияларында конкурсанттар ситтән тороп ҡатнашһалар,  “V Хамматов уҡыуҙары” республика ғилми-ғәмәли конференцияһының төп өлөшө булған “Эҙләнеү эштәре” гимназияла үтте. Уҡыусылар Яныбай Хамматовтың ижади мираҫын өйрәнеп, тәҡдим ителгән темалар буйынса эҙләнеү эштәрен яҡланылар. Секция- ларҙың  эше башҡорт, рус, инглиз телдәре йүнәлешендә  барҙы, уларҙың сығыштарын мәртәбәле жюри баһаланы.
 
Конференция барышында гимназия фойеһында оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Унда уҡыусылар ҡунаҡтарға махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир-егеттәр өсөн “Еңеү янсыҡтары”, маскировка селтәре үреү, оҙаҡ яныусы шырпы-факелдар, шлемдар өсөн маскировка селтәре, браслеттар эшләү тәртибен өйрәттеләр, кейеҙ баҫыу, муйынсаҡ, йыу- ғыс-скрабтар эшләү, башалтай биҙәү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. Гимназияның  спорт залында теләгән һәр кем уҡ атып, мәргәнлектәрен һынаны, шулай уҡ Яныбай Хамматов ижады буйынса ойошторолған уйындарҙа ҡатнашты.
 
Шулай итеп, конференцияға йомғаҡ яһар һәм еңеүселәрҙе билдәләр мәл етте. “Өҫтәл уйындары” номинацияһында ҡаланың 21-се мәктәбе уҡытыусыһы Баныу Астанова менән Инвалид балаларға дистанцион белем биреү республика үҙәге уҡытыусыһы Резида Шәйәхмәтова, “Интерактив уйындар” номинацияһында Өфө ҡала округының “Сит телде тәрәнәйтеп өйрәнеүсе 103-сө мәктәп” уҡытыусыһы Эльвира Һағынбаева, “Кластан тыш дәрестәр өсөн методик эшкәртмәләр” номинацияһында Баҡалы районы Баҡалы ауылының 1-се мәктәбенән Тәслиә Ғәлиуллина, “Сәхнәләштереү” номинацияһында Шығай мәктәбе уҡытыусыһы Гөлсөм Йылҡыбаева, видеороликтар буйынса Өфө районы Миловка ауылының “Гармония” мәктәбе уҡыусыһы Әмир Ғиндуллин, “Яныбай Хамматов әҫәрҙәренән өҙөк һөйләү”ҙә Федоровка районы Яңы Яуыш ауылы мәктәбе уҡыусыһы Инсаф Маликов, Баймаҡ ҡалаһының 3-сө мәктәбенән Эмилия Мостафина, Илеш районы Үрге Йәркәй ауылының 4-се мәктәбенән Риана Нәбиуллина, ҡала лицей-интернатынан Алина Төхбәтова еңеүсе тип билдәләнде.
 
Рус йәки инглиз телендәге “Эҙләнеү эштәре” конкурсында Стәрлетамаҡ ҡалаһының  23-сө полилингваль күп профилле мәктәбе уҡыусыһы Сабина Вәлиәхмәтова һәм Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт  гимназияһынан Нурсолтан Әхмәтов призер, Бүздәк районы Бүздәк ауылының 1-се мәктәбенән Артур Рәпиев (аҫтағы һүрәт) еңеүсе исеменә лайыҡ булды.
 
Башҡорт телендәге эҙләнеү эштәрен яҡлаусылар иң күбе булды. 13 ҡатнашыусы араһынан Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылы мәктәбе уҡыусыһы  Кинйә Псәнчин, Шығай мәктәбенән Гүзәлиә Сәйфуллина, Үткәл мәктәбенән Айгүзәл Төхвәтуллина, ҡаланың 13-сө мәктәбенән Гөлназ Шәғәлина призер, Хәйбулла районы Целинное ауылы мәктәбенән Эльвина Рәхмәтуллина һәм Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһынан Сәлих Абдуллин еңеүсе тип нарыҡланды.
 
Конференция еңеүселәренә һәм призерҙарына Дипломдар, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Байрам сараһын  гимназия уҡыусыларының матур йөкмәткеле концерты биҙәне.
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
Автор:Расима Салихова
Читайте нас