Дөйөм мәҡәләләр
27 Марта 2025, 10:37

Яҙыусының әҙәби мираҫын һаҡлап

Конференцияның икенсе өлөшөндә Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында Яныбай Хамматовтың кабинет-музейы асылды. 

Яҙыусының әҙәби мираҫын һаҡлапЯҙыусының әҙәби мираҫын һаҡлап
Яҙыусының әҙәби мираҫын һаҡлап
Яҙыусының юбилей датаһы хөрмәтенә ейәнсәре Алһыу Әнүәр ҡыҙы олатаһының кабинетын Белорет районына бүләк итергә йыйыныуы тураһында гәзит уҡыусыларыбыҙға уҙған йыл аҙағында хәбәр иткәйне. Яҙыусының яҡындары тарафынан шәхси кабинетындағы бөтә әйберҙәр яҡшы торошта һаҡланыуы был эште тиҙ арала  атҡарып сығырға булышлыҡ иткән. 
 
- Олатайымдың яҡты донъянан китеүенә быйыл 25 йыл тула һәм уға бағышланған бер ниндәй ҙә кабинет бығаса булманы. Мин уның кабинет-музейын асыу теләгемде тормошҡа ашырырға ярҙам итеүҙәрен һорап, муниципаль район хакимиәтенә мөрәжәғәт иттем һәм улар уның исемен йөрөткән башҡорт гимназияһынан бүлмә тәҡдим иткәс,  шатланып ҡабул иттем.
 
Бер йылдан ашыу кабинетты тергеҙеү буйынса эш алып барҙым: ремонт эшләнек, мебель һәм шәхси әйберҙәре Өфөнән килтерелде, интерьерҙағы башҡа әйберҙәрен эҙләнек.
 
Кабинетты эшләгәндә мин уның 1980 йылдарҙа Өфөнөң Цюрупа урамындағы фатирындағы кабинетын нисек бар - шулай биҙәргә, һынландырырға тырыштым. Ни өсөн тап шул осор - сөнки  был йылдар уның ижады буйынса ла, һаулығы буйынса ла иң бәхетле сағы булды, тап шул ваҡытта ул иң ҙур әҫәрҙәрен яҙҙы. 
 
Шуныһы ҡыуаныслы - әсәйем, өләсәйем уның әйберҙәрен тулыһынса һаҡлаған - уның яратҡан өҫтәле, ултырғысы, балаҫ һәм башҡалар. Диванға түшәлгән башҡорт аҫалы балаҫын уның 60 йәшенә ниндәйҙер райондан бүләк иткәйнеләр, ул да яҡшы килеш һаҡланған.  Был креслоларҙа олатайыма ҡунаҡҡа килгән бөтә ҡунаҡтар, ҡәләмдәштәре, дуҫтары ултырған. Мәҫәлән Заһир Исмәғилев, Сабир Шәрипов, Ноғман Мусин, Әнүр Вәхитов һ.б. Уларға ултырып ҡараһағыҙ,
ниндәйҙер көс күскәндәй тойола. 
 
Музейҙа шулай уҡ олатайымдың механик яҙыу машинкаһы урынлашҡан, ул яҡшы торошта һәм эшләй, теләгән кеше унда баҫып яҙып ҡарай ала. Был машинкаға 40-50 йыл самаһы.
 
Өҫтәлдәге һары абажур лампа бүлмәлә айырым йылы атмосфера булдыра, был үҙенсәлекле лампа һәр ваҡыт кабинеттың йәне булды. Уны әсәйем 60 йәшенә бүләк иткән ине, беҙ уның өлөштәрен эҙләп таптыҡ, материалын яңырттыҡ, тормош иптәшем яңынан электр үткәреп ҡуйғас, өр-яңы кеүек булды.
 
Обойҙарҙы, тәҙрә ҡорғандарын тап шул саҡтағы төҫлөһөн, оҡшашын бик оҙаҡ эҙләргә тура килде. Бигерәк тә фотообойҙы табыуы ҡыйын булды, олатайым 80-се йылдарҙа шишмәләр, тауҙар, урмандар төшөрөлгән һүрәткә ҡарап: “Был миңә тыуған Белоретымды хәтерләтә...” - тиер һәм эшләп ултырғанда уйланып китеп, ошо тәбиғәтте оҙаҡ итеп күҙәтер ине. 
 
Бер стенала уның баҫылып сыҡҡан китаптар күргәҙмәһе, Милли архивтың уның юбилейына арнап төҙөгән шәжәрәһе, икенсе стенала уның ВЛКСМ-да эшләгән  йылдарындағы һәм башҡа фотолар урын алған.
 
Бүлмәләге ике сервантта уның үҙе уҡыған һәм эшендә ҡулланған китаптары ҡуйылған. Бында СССР халыҡтарының рус теленә тәржемә ителгән үҙенсәлекле китаптары бар (уларҙың хәҙер ҡабаттан баҫылыуы икеле). Олатайым уларҙы уҡығанда үҙенә оҡшаған урындарының аҫтына һыҙып ҡуя торғайны. Был китаптар тик кенә тормаҫ, уны уҡыусылар алып уҡыр, уҡытыусылар үҙ эшмәкәрлектәрендә ҡулланыр тип ышанам.  Бында шулай уҡ бәләкәй генә булһа ла, ҙур әһәмиәткә эйә статуэтка бар. Уны ҡасандыр әбйәлилдәр бүләк иткән булған һәм мин тап шундайҙы эҙләп, һатып алдым. Әсәйем менән өләсәйем Дон Кихот тип атаған статуэтка олатайымды хәтерләтә, сөнки ул һәр ваҡыт ғәҙеллек өсөн көрәште, бәлки, уның характерын белеп тә был статуэтканы бүләк иткәндәрҙер. 
 
Бер мөйөш өләсәйем Фидан Ғәббәс ҡыҙына арналған, бында уның тәржемәләре, мәҡәләләре, һүрәттәре, ҡул эштәре, эҙләнеү эштәре, “Совет Башҡортостаны” гәзитендә сыҡҡан фотоһы, ул төшөргән портреттар һәм башҡалар урын алған.
Олатайымдың кабинет-музейында киләсәктә төрлө тематик конференциялар, дәрестәр, осрашыуҙар үтер, тип ышанам. Минеңсә, был кабинеттың ижад энергетикаһы бик шәп һәм бында олатайымдың ниндәйҙер юғары көсө һаҡланғандай, - ти яҙыусының ейәнсәре Алһыу Әнүәр ҡыҙы  һәр предмет тураһында һөйөү, ихтирам  менән һөйләп. 
 
Музейҙы асыу тантанаһында ҡатнашҡан Иҙел башы халҡы, шул иҫәптән Өфө ҡалаһынан килгән абруйлы ҡунаҡтар, яҙыусының дуҫтары, туғандары Алһыу Хамматоваға һәм уның яҡындарына хәтерҙе һәм әҙәби мираҫты һаҡлап ҡалырға мөмкинлек биргән йомарт бүләге өсөн рәхмәт белдерҙе.
Автор:Расима Салихова
Читайте нас