25 мартта Рәсәй Эске эштәр министрлығының район буйынса бүлегенә билдәһеҙ кешеләрҙең банк иҫәбенәдге тупланмалары менән ҡулланыуы тураһындағы ғариза менән урында йәшәгән ҡатын мөрәжәғәт итә. Зыян күреүсе әйтеүенсә, уның “Телеграм” мессенджерына билдәһеҙ номерҙан шылтыратыу килә. Шылтыратыусы үҙен элекке етәксеһе тип таныштыра һәм пенсионерҙың иҫәбенән күрше дәүләттең иҫәбенә күсереүҙәр башҡарылыуын аңлата. Ә аҡсаны юғалтмаҫ өсөн уны “хәүефһеҙ” иҫәпкә күсерергә кәрәк булыуын белдерә. Аҡса күсерелгәндән һуң, ҡатын бер эштең сәйер булыуын һиҙеп, полицияға мөрәжәғәт итә.
Ҡатын мутлыҡ ҡылыуҙың төрлө ысулдары тураһында телевидениела, Интернет селтәрендә белә, сюжеттар ҡарай, әммә был хәлгә туранан-тура юлыҡҡанда, мутлашыусылар ҡулына эләгеүен шунда уҡ аңлап етмәй.
Был факт буйынса Рәсәй Федерацияһының Енәйәт кодексының 159-сы статьяһының 2-се өлөшөндә ҡаралған енәйәт билдәләре буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Полиция хеҙмәткәрҙәре граждандарҙы таныш булмаған кешеләрҙең телефон талаптары буйынса аҡса күсермәҫкә саҡыра. Әгәр телефон аша һөйләшеүҙә һеҙгә банк иҫәбе менән бәйле проблемалар тураһында хәбәр итһәләр, аралашыуҙы тамамлап, яҡындағы банк бүлексәһенә йәки полицияға мөрәжәғәт итегеҙ.
Ксения СУЧКОВА, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.