Дөйөм мәҡәләләр
28 Марта 2025, 05:42

Һаулығығыҙ һеҙҙең ҡулда

Туберкулез - патоген микобактериялар тыуҙырған инфекцион ауырыу. Ул йыш ҡына үпкәләрҙе зарарлай, әммә башҡа ағзаларҙа ла үҫешергә мөмкин.

Һаулығығыҙ һеҙҙең ҡулдаҺаулығығыҙ һеҙҙең ҡулда
Һаулығығыҙ һеҙҙең ҡулда

Башлыса тын юлдары аша йоға. Туберкулез менән  кеше йүткереү, сөскөрөү, һөйләшеү ваҡытында ауырыу тыуҙырған тамсыларҙы тарата. Инфекция туберкулез микобактериялары булған һауаны һулағандан да барлыҡҡа килергә мөмкин.

Йыш ҡына туберкулезға ауырыу менән оҙайлы һәм тығыҙ бәйләнеш килтерә, шуға күрә сирләүсенең ғаилә ағзалары, хеҙмәттәштәре һәм дуҫтарына йоҡтороу хәүефе ҙур. Әммә һәр кем туберкулез менән ауырымай. Был организмдың һаҡланыу көстәренең кимәленә, кешеләрҙең гигиена ҡағиҙәләрен үтәүгә бәйле.

Иммунитеттың көсһөҙләнеүенә насар туҡланыу, артыҡ арығанлыҡ, стресс, алкоголь ҡулланыу, тәмәке тартыу, наркотиктар, төрлө хроник ауырыуҙар, ВИЧ/СПИД килтерә. Ауырыуҙың һәм уның ғаилә ағзаларының элементар гигиена
ҡағиҙәләрен үтәмәүе инфекцияның таралыуына булышлыҡ итә.

2024 йылда район-ҡалала бөтәһе 25 кешегә, шул иҫәптән 1 үҫмергә беренсе тапҡыр туберкулез диагнозы ҡуйылған.

Уларҙа туберкулездың түбәндәге формалары асыҡланған:

- инфильтратив туберкулез - 68%;
- диссеминирланған туберкулез - 16%;                                                                                                                                                                                                                                                                                                            - башланғыс туберкулез - 8%;
- туберкулома - 4%;
- фиброз-каверноз туберкулезы - 4%.

Сир арҡаһында 100 000 кешегә үлем осрағы 8,3% тәшкил итә, йәғни 8 кеше.

Туберкулез тәүгә асыҡланған кешеләр араһында ВИЧ инфекцияһы менән - 4, шәкәр диабеты менән - 6, үпкә туҡымаһының деструкцияһы менән 5 кеше иҫәпләнә. Үпкә туберкулезының асыҡ формаһы менән ауырыусылар - 15. Шуны белеү мөһим - бактерия бүлеп сығарған сирле йыл дауамында уртаса 10-15 кешегә туберкулез йоҡторорға мөмкин.

Сир яңы асыҡланған ауырыуҙарҙың 100%-ы Республика клиник фтизиопульмонология үҙәгенең Белорет филиалына дауалауға оҙатылған. Әле һуңғы дезинфекция үткәрелә. Үпкә туберкулезы менән сирләгән кешеләр менән бәйләнештә булғандар Белорет туберкулез диспансерында тикшереү үтә.

Абацилирланған, йәғни туберкулез микробактериялары бүлеп сығарыуҙан 34 кеше туҡтаған.

III группа диспансер сиратҡа (туберкулездың актив булмаған фазаһына) был отчет осоронда 41 кеше күсерелгән. Әлеге ваҡытта Республика клиник фтизиопульмонология үҙәгендә Белорет ҡалаһы һәм районынан туберкулез менән сирләүселәр 63 кеше иҫәпләнә (100 000 кешегә ауырыу күрһәткесе - 65,0%).

Миелодиспластик синдромлы үпкәтуберкулезы, ВИЧ инфекциялылар,шәкәр диабеты менән ауырығандар,килешеү буйынса эшләгәндәр (вахтаысулы), специфик булмаған үпкә ауырыуҙары менән ауырыған кешеләр туберкулез менән йыш ауырый.

Нәжип ФӘЙЗУЛЛИН, участка табип-фтизиатры.

Фото: Интернеттан.

Автор:
Читайте нас