Дөйөм мәҡәләләр
3 Апреля 2025, 11:16

Алкин бүләге

(БАШЫ.)

Алкин бүләгеАлкин бүләге
Алкин бүләге

-  Тимер мейесеңде урамға ҡуйҙыртып йәпле иткәнһең дәһә.  Ҡатығың унда леберләп кенә ҡайнап ултыра. Еҫе эй тәмле булып  таралған, ҡорот итәһеңдер инде. Берәй баш миңә лә индерерһең. Шул яңы ҡорот менән сәй эсергә яратам бит. Малды бөтөргәс, зәрә  ҡыйын, аҡҡа туйынып булмай, – тип урамдан уҡ һөйләнеп  килеп инде   күрше Фәғилә әбей. Иртә менән шулай көн дә кереп сыға ул. Быға өйрәнеп тә бөткәнбеҙ инде. Оҙаҡ та торламай үҙе. Хәл-әхүәл һорашып, бер аҙ ултыра ла: “Ярай, ҡайтайым әле”, - тип сығып та китә.  Был юлы ниҙер һөйлегеһе килгәне күренеп тора, бер аҙ ярһыған да һымаҡ.

- Ә-ә-ә, Фәғилә әбей һауғынамы, әйҙә,  үтеп ултыр. Әле генә һөт үткәреп алдым, яңы ҡаймаҡ менән ҡоротлап сәй эсеп алырбыҙ, - тип саҡырғас, ҡыҫтатмай ғына өҫтәл янына килеп ултырҙы.

- Йәнем көйөп йөрөй әле, килен, - тип башланы ул һүҙен, туҡтауһыҙ өҫтәл япмаһын ҡулы менән һыпырғылап.

- Нимә булды тағы?

- Фәнүрем ғаиләһе менән ялға ҡайтҡайны ла. Ишеткәнһеңдер әле. Шуларға үртәлеп  йөрөүем.

- Эйе, күреп ҡалғайным шул. Малайың бер минут тик тормай, нисә ҡараһаң да эш менән мәшғүл. Бигерәк эшкингән инде шул Фәнүр. Электән шулай булды ивет. Ҡайтһа, бөтә эшегеҙҙе эшләп китер ине. Килен балаҡай ҙа һөйкөмлө генә һымаҡ күренде.

- Күренде имеш, ана шул ҡатынына йәнем көйә лә инде. Әллә ниндәй тәрбиә күрмәгән бала булып сыҡты.

- Нимәһе оҡшаманы?

- Нисек кенә әйтәйем икән, Фәнүремә бигерәк пакуй бирмәй. Урамда эш менән булған кешегә килеп кереү менән тегенеһен-быныһын ҡуша ла тора. Арығандыр был, тип уйламай ҙа. Уйлай беләме ни ул. Тәрбиә күрмәгән, тип әйтеп торам бит. Унан, тегеләй үтһә лә, былай үтһә лә ҡосаҡлап, үпәсләп, иренә аҫылынып тик йөрөйсө. Килешмәгәнде.

- Яраталыр улыңды. Ҡыуанып ҡына  тик йөрө. Ундай бәхет тә һәр кемгә эләкмәй. Улыма бөтөнләй иғтибарын бүлмәй, тип  килендәренә зарланғандарҙы ла беләм мин, –тип бүлдергәйнем дә, әбейем ишетмәгән кеше кеүек һаман үҙенекен туҡыны:

- Бәпәй күрергә тип үҙҙәренә барғанда  ла шулай аптыратып бөткәйне. Фәнүр эштән ҡайтып инеүе була, баланы килтерә һалып тоттора. Тегеһе лә атаһын күреү менән ауыҙын йырып, талпынып тора бит әле. Уныһына бер һүҙем дә юҡ.  Һуң ғына атай булды, танһыҡ ҡына инде үҙенә лә. Яратып туя алмай, балаҡайым. Тик, эш кешеһенә ял да кәрәк. Уйнап ҡайтмай ҙа. Мин әйтмәксе булһам, ҡыҫылма, әсәй, тип тыя ищеү. Бер һүҙ әйттермәй. Йәнәһе, ҡатыны көн буйына бәпәй менән ултырып арый.

Ашарына ла бешермәй ултыра ҡайһы ваҡыт. Өлгөрмәнем, ти ҙә ҡуя. Анһат та.  Тегеһе лә килешкән, сәсрәтеп әрләр урынға, еңдәрен төрөп  тороп үҙе плитә янына барып баҫа. Бына шуға һин сыҙар инеңме, килен?

Ниндәйҙер күңелен тынысландырырлыҡ һүҙ ишетергә теләгәндәй, әбейем ике күҙен миңә төбәп тынып ҡалды. Бындай ваҡытта ниндәй кәңәш бирәһең инде? Бергә ҡушылып һөйләп ултырыу ҙа һис килешкән эш түгел.  Уйлап ҡараһаң, борсолорлоҡ бер нәмә  юҡ. Төпсөк кенә балалары булғас, көнләшәлер инде. Улының үҙҙәре менән кәңәшләшмәйенсә өйләнгәнен  дә кисерә алманы, шикелле.  Өлкән улдары буласаҡ кәләштәрен алып ҡайтып күрһәтеп, уларҙың ризалығын алып ҡына ғаилә ҡорғайнылар. Ә быныһы  оҡшаған кешеһен осратҡас, тотто ла  өйләнде.  Уға йәшәргә бит.  Йәше лә байтаҡ бит инде. Тегеһе оҡшамай, быныһы ярамай, тип һайланып йөрөр ваҡыты үткән.

Оло кеше хәҙерге заман йәштәрен аңлап бөтәме ни.  Әле ҡасан ғына: “Был бала бер ваҡытта ла ғаилә ҡормаҫ инде ул, йә ниндәй генә ҡыҙҙары булманы.  Береһенә лә өйләнмәне. Анау күҙ табибы булып эшләгән Рәмзиәһе бигерәк күңелемә яҡын ине. Юҡ инде. Нимәһен оҡшатмағандыр. Ейән-ейәнсәрҙәремде күрмәй генә үлеп китәм инде” - тип күпме көйәләнеп йөрөнө.  Ҡайтҡан һайын: “Ҡасан өйләнәһең инде”, - тип Фәнүренең ҡолаҡ итен ашаны. Хәҙер килеп кире яғы әйләнгән дә ҡуйғансы. Үҙенең яҙмышы бик еңелдән булмаған әсә әллә нимәләр кисерәлер инде.  Улының өйләнеүенә лә хәҙер ике-өс йыллап ваҡыт үткәндер, ә ул һаман тыныслана алмай.

Һәйбәт кеше ул Фәғилә әбей. Ярҙамсыл, кешелекле, юҡты-барҙы һөйләп йөрөй торған ғәҙәте лә юҡ. Бер ваҡытта ла  зарланғанын  ишетмәҫһең. Был юлы аптыратты шул.  Килен-кейәүҙәренә һүҙ тейҙермәй торғайны, юғиһә. Ҡарты Әкрәм бабай  менән бына тигән балалар тәрбиәләп  үҫтерҙеләр.  Хәҙер һәр береһенең үҙ ғаиләһе. Кинйәләре, ошо Фәнүр генә нишләптер оҙағыраҡ өйләнмәй йөрөнө.  Үҙенең берәй сәбәбе  булғандыр инде, башһыҙ малай  түгел дә. Институт бөтөргән, ҡайҙалыр ҙур начальник булып эшләй шикелле. Өс бүлмәле фатиры ла бар, тип ҡыуанып һөйләгәйне Фәғилә әбей.

Ҡырҡты уҙғас ҡына өйләнде Фәнүр.  Үҙенән күпкә йәш ҡала ҡыҙын алды ла ҡайтты.  Ошо көндө күпме көткәйне Фәғилә.  Ләкин буласаҡ  киленен тәү  күреүҙән  оҡшатманы  ла ҡуйҙы.  Күңеленә ятманы.  Етмәһә, ун алты йәшкә  үҙенән кесерәк. Аҙаҡ һанлармы икән улын?  Хан һарайы кеүек йортона  әҙергә мәҙер килеп кергән дә ул.  Их, бына тигән ҡыҙҙары бар ине лә бит. Тыңламаны.

Күршеләренән сыҡҡас,  Фәғилә әбей өйгә керергә ашыҡманы.  Йоҡлайҙарҙыр әле, тип аласыҡҡа ингәйне, унда ла йәм тапманы. Бабайы мөйөштә торған карауатта мыш-мыш килеп йоҡлай. Шулай ул, ҡайҙа башын терәй, шунда әүен баҙарына китә лә бара. Эй бошмаҫ та инде, тип ҡартына ла эсенән  асыуланып ҡуйҙы. Олоғайғас шундайға әйләнде. Ни ҡолағы ҡатыланды, рәхәтләнеп һөйләшеп ултырып та булмай үҙе менән. Ишетһен тип ҡысҡырырға ла ҡысҡырырға кәрәк. Ҡуй инде.

Тауыҡтарына ем  һибеп, ихатала бер аҙ торғас, әбейҙең күҙе лапаҫ яғына төштө. Ана бит, кинйәкәйе күпме утынды ярып өйгән. Ул яйлап баҫып лапаҫ эсендә ярылмай ҡалған бер йыуан түмәр өҫтөнә барып ултырҙы. Яңы ярылған ҡайын утынының еҫе танауҙы ярып инде. Әбей рәхәтләнеп, ҙур итеп тын алды. Бына ҡайҙа рәхәт. Күләгәлә һалҡынса ғына, тауыш-тын юҡ.

Шул саҡ бәләкәй саҡта үҙҙәренең оло апайҙар менән торф сығарғандары, уны киптереп яҡҡандары, машинаға тейәп  әллә ҡайҙарға оҙатҡандары иҫенә килеп төштө. Ул ваҡытта ҡайҙа инде бындай утын. Эштең ҡатыһы эләкте инде. Иген араһын утарға йөрөнөләр, ҡыйыҡ башын ябырға ҡамышын да урҙылар, фермаға мал ҡарашырға ла йөрөнөләр. Йәмилә исемле апай  Фәғиләне ни өсөндөр яҡын күрҙе. “Алкин бүләге бит ул. Ана ниндәй матур булып үҫеп киләһең. Ни эшләп үҙеңә Бүләк тигән исемде генә ҡушмағандарҙыр. Бигерәк килешер ине. Атаһына оҡшап ҡына тора бит әле үҙе”, - тип йыш ҡына ҡосаҡлап яратып  алыр ине. Ашарға туҡтағанда тәмлекәстәре менән дә бүлеште.

Ә ни эшләп Алкин бүләге? Фәғиләне шуныһы аптыратты. Йәмилә апаһынан һорағайны, уныһы  ҡыҙға матур итеп ҡарап йылмайҙы ғына, ә һуңынан күҙҙәре  йәшкә мансылды. Бәй, үҙе миңә күпме шулай өндәшеп йөрөнө лә, хәҙер илай. Бик ҡурҡыныс һүҙ булдымы икән ни? Әсәйҙән һорарға кәрәк. Тик нисек? Юҡ-бар нәмә менән башын ҡатырғанды яратмай ул.

Бәләкәй  сағында Фәғилә йыш ауырыны. Һалҡын тейеп ыҙалай ине. Тамағы шешһенме, йүткерһенме. Бер мәл бөтә тәнен ҡаплап ҡыҙылса сыҡты бит.  Ләж ятты, температураһы төшмәй ыҙалатты.  Бишкә ярылырҙай булып, ни эшләргә белмәй йөрөгән әсәһе шул ваҡыт: “Бер ауырыуҙан сыға белмәйһең, әллә ниндәй бала булдың”, - тип һуҡрана биреп ҡуйҙы. Фәғилә барыһын да аңлай,  былай ҙа үҙен һәр ваҡыт бөтә нәмәлә ғәйепле тоя, ләкин әле уның  ғәйебе нимәлә? Шунда телгә килеп:”Әсәй, балаларың  былай ҙа күп булған, унынсы бала итеп ниңә таптың инде мине”? - тип һорап ҡуйҙы. Әсәһенең яуабы башына таяҡ менән һуҡҡандай тәъҫир итте.  “Бәй, кешенең балалары  тыуа торҙо, үлә торҙо ла бит...”   Аҙағын уйлауы ла ҡурҡыныс.  Иҫенә төшһә әле лә ҡыйын булып китә. Мейеһендә мәңгелеккә уйылып ҡалһа ла  әсәһенә асыу тотманы.  Ун баланы үҫтереп ҡара әле. Бер үҙе бит.  Аталары һуғыштан әйләнеп ҡайтмаған. Фәғилә уны бер тапҡыр ҙа күрмәгән  хатта.

Бер  төндө  Фәғилә төшөндә әллә нимәләр күреп һаташып килеп уянды. Үҙе лыс һыу булып тирләгән. Ҡыҙылсаһы ҡалҡһын өсөн яңы һуйған кәзә тиреһенә урап һалғандар ине, шуға эҫе булып та киткәндер инде. Уның ыңғырашыуына әсәһе йүгереп янына килде. “Тыныслан, балам. Оҙаҡламай йүнәлерһең”, - тип башынан һыйпағайны, Фәғиләгә эй  рәхәт булып китте инде.  Иркәләнеп ҡәҙерле кешеһенә һыйынды. Әсәһе барыбер ярата уны. Үҙ балаһын артыҡ күргән әсәйҙәр була тиме ни? Ҡыҙ ҡулай  мәлде ҡулдан ысҡындырмаҫҡа булып,  мәлендә үҙен әллә ҡасандан борсоған һорауҙы биреп ҡалырға тырышты.

- Әсәй, бер нәмә тураһында һорашһам асыуланмаҫһыңмы икән?

- Әйҙә, һорап ҡара.

- Анау Йәмилә апай мине һәр ваҡыт “Алкин бүләге” тип ҡосаҡлап ярата ла һуңынан үҙе илай. Ниңә улайта икән?

- Хәҙер һуң инде балам, башҡа ваҡытта һөйләрмен.

 

БАШЫ. Аҙағы алдағы көндәрҙә буласаҡ.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас