Дөйөм мәҡәләләр
4 Апреля 2025, 06:58

Бөтә иғтибар - балалар сәләмәтлегенә

Ҡаланың 44-се муниципаль автономиялы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы 1991 йылда  күреү һәләте боҙолған балалар өсөн асыла.

Бөтә иғтибар - балалар сәләмәтлегенәБөтә иғтибар - балалар сәләмәтлегенә
Бөтә иғтибар - балалар сәләмәтлегенә
 2022 йылда уға 24-се балалар баҡсаһы ҡушылыу юлы менән үҙгәртеп ҡорола. Шулай итеп, мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында психик үҫеше тотҡарланған балалар өсөн төркөмдәр барлыҡҡа килә. Шул ваҡыттан алып ул ышаныслы, социаль әһәмиәтле муниципаль белем биреү ойошмаһы булып тора. Бында мәктәпкәсә белем биреүҙә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар (күреү һәләте, аутизм спектры боҙолоуы, психик үҫеш тотҡарланыуы) менән эшләү практикаһын һөҙөмтәле ҡулланалар, мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы тәрбиәләү һәм уҡытыу өсөн шарттарҙы уңышлы тәьмин итәләр. 
 
Учреждениела 10 компенсация йүнәлешле махсуслаштырылған төркөм (5 төркөм - күреү һәләте боҙолған, 5 - психик үҫеше тотҡарланған балалар өсөн), 1 инклюзив төркөм (комбинацияланған йүнәлеш төркөмө) эшләй, унда күреү һәләте боҙолған балалар сәләмәт тиҫтерҙәре менән берлектә уҡый, бынан тыш 4 ғәҙәти төркөм (дөйөм үҫеш йүнәлешле) бар. 
 
Эшмәкәрлектәренең төп йүнәлештәренең береһе булып, яраҡлаштырылған белем биреү программаларын тормошҡа ашырыу тора.
 
Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән һәм инвалид балалар өсөн белем биреү процесы насар күргән, күреү һәләте түбән (амблиопия һәм ҡылыйлыҡ, күреү һәләте боҙолоу һәм функциональ тайпылыш) булғандар һәм шулай уҡ психик үҫештә ҡалышҡандар өсөн яраҡлаштырылған мәктәпкәсә белем биреү программаһы нигеҙендә ғәмәлләшә. Учреждениела тормошҡа ашырылған бөтә программалар педагогик процестың бөтөнлөгөн тәьмин итә, һаулыҡ мөмкинлектәре сикле тәрбиәләнеүселәрҙең һәм инвалид балаларҙың мөмкинлектәре иҫәпкә алына.
 
Һаулыҡ мөмкинлектәре сикле балалар сәләмәт балалар менән тиң, тигеҙ шарттарҙағы махсус коррекцион-үҫеш мөхитендә тәрбиәләнә.
 
Балалар баҡсаһының үҫеш мөхите физик тәрбиә һәм һауыҡтырыу, күреү функциялары етешһеҙлектәрен төҙәтеү, телмәр һәм психик үҫеш, тәрбиә-белем биреү эше өсөн шарттар булдырыуҙы күҙ уңында тота.
 
- Беҙҙең баҡсала күреү һәләте боҙолған балаларҙы коррекцион уҡытыу һәм тәрбиәләүҙең бөтөн педагогик системаһы булдырылған, ул даими камиллаштырыла.
 
Балалар баҡсаһының интерьерын яҡшыртыу йәһәтенән, күреү функцияларын (уларҙың йәше һәм үҫеш үҙенсәлектәренә ярашлы) яҡшыртыуға йүнәлтелгән ҡорамалдарҙы төркөмдәрҙә урынлаштырғанда, йыһазландырыуға етди иғтибар бирелә.  Балалар баҡсаһында махсус коррекция-һауыҡтырыу мөхитен булдырырға етди ҡарайбыҙ. Мәҫәлән:
● махсус күреү ориентирҙары;
● спорт залындағы швед стенаһындағы, эскәмйәләрҙәге сигнал таптары;
●  төркөмдәрҙәге махсус коррекция мөйөштәрендә дидактик материал менән эш итеү өсөн баланың диагнозына ҡарап ауышлыҡ мөйөшөн үҙгәрткән подставкалар мотлаҡ предмет булып тора;
● төркөм бүлмәләрендә һәм белгестәр кабинеттарында табип, педагог-новатор Владимир Базар буйынса күреү траекторияһы схемаһы һәм  ғалим, күҙ табибы Эдуард Аветисов буйынса быялалағы тамғалар бар. Һәр уҡыу йылында педагогтар төркөмдәрҙе һәм кабинеттарҙы яңы коррекцион-үҫтереү әсбаптары менән тулыландыра, улар үҙ көстәре менән күреү һәләтен үҫтереү, күҙҙең функцияларын күҙәтеү өсөн эшләнә;
● дидактик материалды хәрәкәт режимында ҡабул итеү өсөн тәре-вертушкалар, тау-тулҡындар, күреү лабиринттары ҡулланыла;
● телмәр һәм күреү һәләте боҙолған балаларҙы дауалау, диагностикалау һәм коррекциялау өсөн компьютер программалары файҙаланыла;
● күреү һәләтен үҫтереү һәм күнекмәләр өсөн махсус уйындар һ.б. үткәрелә.
 
Балалар баҡсаһында медицина хеҙмәтләндереүе балаларҙың һаулығын нығытыуға, сәләмәт йәшәү рәүешен формалаштырыуға йүнәлтелгән. Көн режимы һаҡсыл һәм дауалау-педагогик характерҙа. Табип-офтальмологтың күрһәтмәләре буйынса, балаларға офтальмологик дауалау тәғәйенләнә, уны ортоптист-шәфҡәт туташы махсус йыһазландырылған офтальмология кабинетында үткәрә. 
 
Психик үҫешендә тотҡарлыҡ кисергән балалар өсөн учреждениела тейешле шарттар булдырылған. Һөҙөмтәле һәм уңайлы ҡулланыу өсөн төркөмдәрҙең бөтә арауығы төрлө элементтар ярҙамында зоналарға (үҙәктәргә) бүленә (күсмә ширмалар, төрлө уйын ҡорамалдары, йомшаҡ модулдәр, символдар, билдәләр һәм башҡалар). Шул уҡ ваҡытта арауыҡтың өстән бер өлөшө уйындарҙы ойоштороу өсөн буш тора.
 
Төркөмдәрҙә балаларҙың күреү һәм физик ял итеү өсөн үҙ мөйөштәре бар, унда тыныс төҫтәге келәм япмаһы түшәлгән, йомшаҡ балалар мебеле, “ҡоро” аквариумдар бар, тәбиғәт тауыштары менән магнитофон яҙмалары ҡуйыла. Төҫтәр палитраһы йылы пастель төҫтәрҙән тора, улар баланың организмына ыңғай йоғонто яһай.
 
Бынан тыш, һәр инвалид бала өсөн индивидуаль белем биреү маршруты булдырыла. Һәр маршрут өсөн  предмет-үҫеш мөхите һәм белем биреү алымдары индивидуаль яраҡлаштырыла. Бының өсөн мәктәпкәсә учреждение күп функциялы һәм конкрет үҫеш боҙолоуын төҙәтеүгә йүнәлтелгән күп һанлы уйындар һәм пособиелар менән тәьмин ителгән. Беҙҙә хатта Брайль шрифы менән яҙылған балалар китапханаһы бар. 
Инклюзив белем биреү уҡыусыларҙы психологик-педагогик оҙатыу буйынса саралар комплексын берләштерә, ул психологик-педагогик тикшереүҙе, индивидуаль һәм төркөм коррекцион-үҫтереү дәрестәрен үткәреүҙе, шулай уҡ уларҙың үҫеш динамикаһын күҙәтеүҙе үҙ эсенә ала.
 
Шулай уҡ  инвалид балаларҙы социумға йәлеп итеү өсөн ышаныслы нигеҙ булдырыу өҫтөндә эшләйбеҙ. Уҡытыуҙың инновацион формалары һәм ысулдары даими индерелә, предмет-үҫеш мөхите тулылана.
 
Уңайлы мөхит булдырыуға ҙур иғтибар бүленә. Шул иҫәптән пандустарҙы йыһазландырыу, өҫтәмә яҡтыртыуҙы тәьмин итеү, тәрбиәләнеүселәрҙең хәрәкәт юлдарын күреү һәм тауыш ориентирҙары менән йыһазландырыу һәм башҡалар.
Учреждение тулыһынса кадрҙар менән тәьмин ителгән, балалар менән квалификациялы педагогтар - психолог-педагог, тәрбиәселәр,  уҡытыусы-дефектологтар, музыка белгестәре, физик культура буйынса инструктор, уҡытыусы-логопедтар эшләй, - ти баҡса мөдире Лилиә Фәйзуллина.
 
Изге байрамды билдәләп
 
Ҡаланың 44-се балалар баҡсаһында Ураҙа байрамына арналған матур сара үтте. Уны тәрбиәсе Йәмилә Ҡазина һәм тәрбиәсе, башҡорт теле уҡытыусыһы Рәзилә Нәҙербаева ойошторҙо.
 
Балаларға һәр халыҡтың тамырҙары менән алыҫ үткәндәргә барып тоташҡан үҙ ғөрөф-ғәҙәттәре һәм йолалары барлығы, ошо көндәрҙә мосолмандар иң изге байрамдарҙың береһе - Ураҙа ғәйетен билдәләүе, Рамаҙан айында улар ҡояш ҡалҡҡандан алып байығансы ашау-эсеүҙән, насар ғәҙәттәрҙән тыйылыуы, тик изге ғәмәлдәр ҡылыуы тураһында һөйләп үтелде.  
 
- Ураҙа байрамына бер нисә көн ҡалғас, өйҙө таҙарталар, бар нәмәне йыуалар һәм йыйыштыралар, тамамланмаған эштәрҙе ахырына еткерәләр, яңы кейемдәр һатып алалар һәм байрам килеүен көтәләр. Мосолман ғаиләләрендә лә, православие динендәгеләрҙә лә йолалар оҡшаш. Шулай уҡ байрамдарға әҙерләнәләр, байрам ризыҡтары бешерәләр һәм күршеләрен, яҡындарын өйҙәренә барып ҡотлайҙар. Балалар, атай-әсәйҙәрегеҙгә өйҙә нисек ярҙам итеүегеҙҙе тикшереп, уйын уйнап алайыҡ, - тине алып барыусы һәм бәләкәстәр командаларға бүленешеп тиҙлеккә “иҙән һеперҙе”, “картуф ултыртты”.
 
“Чуча-чача” бейеү-уйынын уйнап, күңел асып алғас,  “Бесәй менән сысҡан”, “Энә менән еп”, “Бүре менән ҡуян” конкурстарында үҙҙәрен отҡорлоҡта һәм сослоҡта һынанылар, ҡалаҡҡа йомортҡа һалып йүгерҙеләр. 
 
Сара һуңында алып барыусы Йәмилә Ҡазина Ураҙа байрамының йәнә бер матур өлөшө - “Әйсәләү йолаһы” тураһында ҡыҫҡаса һөйләп үтте һәм  конкурстарҙа ихлас ҡатнашҡан балаларға тәмлекәстәр таратылды. Балаларҙың шиғыр һөйләүҙәре менән үрелеп барған байрам: “Беҙ бөтәбеҙ ҙә төрлө милләт кешеләре - башҡорттар, татарҙар, урыҫтар һәм башҡалар йәшәгән ҙур Рәсәй илендә көн итәбеҙ. Бөтә халыҡтарҙың да дуҫлыҡта, татыулыҡта йәшәүен теләйбеҙ!” тип, бергәләп “Тыуған яҡ” йырын йырлап, байрамды тамамланылар.
Автор:Расима Салихова
Читайте нас