Дөйөм мәҡәләләр
5 Апреля 2025, 04:13

Алкин бүләге

(Дауамы)

Добавить в предпочтительные источники Google
Алкин бүләгеАлкин бүләге
Алкин бүләге

- Әсәй, иртә таңдан һин эшкә сығып китәһең дә һуң ғына ҡайтып инәһең. Унда минең ҡайғы булмаясаҡ. Әле икебеҙ ҙә уянғанбыҙ, йоҡо ла ҡасҡан, бер кем ҡамасауламай, һөйлә инде.

- Улайһа тыңла. Һуғыш башланғас, атайыңды Алкинға уҡырға ебәрҙеләр. Һуғышҡа әҙерлек үтергә инде. Өс айҙан ҡайтырға тейеш ине, ләкин ҡайтарманылар. Ауылдаш бер ағай аша: ”Беҙҙе фронтҡа ебәрәләр. Өс көндән китәбеҙ. Килеп өлгөрөргә тырыш “, - тип әйтеп ебәргән. Ауылдан бер мин генә булмағанмын икән. Дүрт ҡатын йыйындыҡ та станцаға киттек. Йәмилә апайың да бар ине. Осраштыҡ, күрештек атайың менән. Ике көн бергә булдыҡ. Атайыңдарҙы һуғыш ныҡ ҡыҙыу барған ергә, алғы һыҙыҡҡа алып барып тығалар. Бер ай ҙа үтмәне, ҡара ҡағыҙы килде. Киләһе йылдың йәйенә һин донъяға килдең. Бына шул. Йәмилә апайыңдың да ҡыҙы тыуғайны, өс ай торғас, үлде. Ул шуға илай. Һинең балаларың күп, Фәғиләне миңә генә бир ҙә ҡуй, тип үҙеңде һорап та йөрөгәйне. Бирмәнем, ни эшләп бирәйем ти инде.

Бына нисек икән. Ул төндө Фәғилә бер тамсы ла йоҡлай алмай таң аттырҙы. Иртән торғас, үҙен бөтөнләй икенсе кеше итеп хис итте. Бөтә нәмә үҙгәргән кеүек тойолдо.

Атаһына оҡшаған, тиҙәр, ниндәйерәк кеше булды икән ул? Их, бер тапҡыр ғына булһа ла күр ине үҙен. Әсәһе шунда уны Йәмилә апаһына бирһә, яҙмышы нисегерәк булыр ине икән? Ой, юҡ, юҡ әлдә генә бирмәгән.

Иртәгәһен көтәүләберәк торһам да Фәғилә әбей кермәне. Бер өйрәнгәс, ҡыйын булып торҙо әле. Ҡайғыһын уртаҡлашырға кергән кешегә йүнле генә бер кәңәш биреп сығара алманы бит үҙе лә. Әллә шуға үпкәләнеме икән?

Әбейем икенсе көндө лә килмәгәс, бер-бер хәл булды микән тип, үҙем инеп сығырға булдым. Магазинға барып бәләкәскә бүләк алдым да киттем.

Ихатала Әкрәм бабай менән Фәнүр осраны. Ҡулдарына балта, сүкеш, нимәлер эшләргә йыйыналар. Фәнүр ҡаршыма йылмайып килеп, ике ҡуллап күреште. Әкрәм бабайҙың да кәйефе күтәренке генә. Хәбәрҙе оҙаҡҡа һуҙмай, Фәғилә әбейҙең өйҙәлеген белештем дә эскә үттем.

Күршем түрҙә бәйләм менән ултыра. Маңлайын һыҡтырып яулыҡ менән бәйләп ҡуйған. Эргәһендә генә сәңгелдәктә бала йоҡлай. Килене һауыт-һаба йыуа. Иҫәнләшеп, тиҙерәк әбейем янына үттем.

- Ҡан баҫымым бар, ахырыһы. Ике сикәм ҡыҫа, түбәм сығып килә. Мине юғалтҡанһыңдыр инде. Инә алманым, сырхабыраҡ торам әле, - тип хәлен аңлатты.

- Үҙегеҙ арыуғынамы?

- Аллаға шөкөр. Бына әле ваҡ-төйәк эштәремде бөтөрҙөм дә һинең янға ашыҡтым. Үҙең инмәгәс, аптырауҙың сигенә еттем.

Шул ваҡыт: 

- Әсәй, сәй әҙер. Мин Фәнүргә әҙерәк ярҙамлашып инәйем әле. Бала йоҡлағанда сәй эсеп алығыҙ, - тип аш бүлмәһе яғынан килен балаҡай күренде. Шунан йәһәт кенә кейенеп сығып та китте.

- Шуны матур ғына итеп үҙе яһап эсерә ала бит инде, гонаһ шомлоғо, - тип әбейем йәнә үртәлеп ултырып ҡалды.

- Ярай үҙем яһап эсерермен. Уның ни ҡыйынлығы, әҙер сәйҙе ни. Иркенләп һөйләшһен былар тигәндер. Ҡуйсәле Фәғилә әбей, юҡ менән булмайыҡ. Бөтөнләй үҙеңә оҡшамай башланың әле һин һуңғы ваҡытта. Мин белгән, мин яратҡан күршем ҡайҙа булған ул? Киленең һөймәлекле генә бала. Ана, Фәнүрең ҡалай бәхетле йөрөй. Ошо бала осрамаһа, бәлки, ғүмерлеккә яңғыҙ ҡалыр ине, ҡайҙан беләһең? Шөкөр ит.

Шул ваҡыт сәңгелдәктә ятҡан бала, минең турала оноттоғоҙмо әллә тигәндәй, тауыш биреп ҡуйҙы. Өләсәһе шуны ғына көткәндәй , йәһәтерәк янына барып баҫты.

- Иии, үҫкәнемде, бер үҙен ҡалдырып киткәндәр бит. Ҡарамайҙармы, улым? Асыҡҡанһыңдыр ҙа инде. Кил,  - тип алырға уйлағайны, ҡулының көсө етмәй кире һалды. Имеҙлек ҡаптырғас, тегеһе ҡабаттан йоҡлап та китте. Ейәненә һоҡланып, тағы ла әллә күпме онотолоп ҡарап торҙо әле ул. Килене алдында ғына күрһәтмәй, ярата ул бәләкәсен. Шула-а-ай, балаңдың балаһы балдан татлы тип юҡҡа әйтмәгәндәр. Әбейҙең артынан күҙәтеп ултырып, эсемдән генә эй ҡыуандым. Татыу ғына йәшәһендәр инде.

Фәғилә әбей ҙә был тормошта күпте күргән кеше. Башында нимәләр ҡайнағанын үҙе генә белә. Ултыра торғас, нишләптер бынан байтаҡ йылдар элек ниндәйҙер бер гәзиттә баҫылған мәҡәлә иҫемә килеп төштө.

Сәхнә йондоҙо, бөйөк актриса тураһында ине ул. Ушым китеп уҡығайным. Яҙмышы Фәғилә әбейҙеке менән ҡалай оҡшаш булған икән. Нишләптер был турала үҙенә һөйләргә башыма ла килмәгәнсе.

- Һин анау, Ғәлиәбаныуҙы уйнаған артисканы беләһең дә инде ивет, тигән һорау менән ҡаршы алдым, ейәнен йоҡлатып килеп ултырған әбейемде аптыратып.

- Бәй, белмәгән ҡайҙа, уны ла белмәгәс. Иң яратҡан әртисем бит ул минең. Йырлауы ғына нимә тора! Нимә, әллә бер-бер хәл булғанмы, тәүбә әстәғәфирулла?

- Аллаға шөкөр, бер ни ҙә булмаған. Әле бына иҫемә төшөрөп ултырам, уның да был донъяға килеү тарихы хас та һинеке кеүек булған бит. Хәтерем яңылышмаһа, фронтҡа юлланған атаһы ултырған поезд уларҙың ауылдарына йыраҡ булмаған бер станцияла оҙаҡ ҡына торорға тейеш була. Был турала ишеткән әсәһе оҙатып ҡалырға килә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, атаһы шул китеүҙән кире әйләнеп ҡайтмай. Уның ҡарауы, үҙенең төҫө, дауамы итеп ошондай талант эйәһен ҡалдыра.

- Китсәле. Бына Хоҙайҙың ҡөҙрәте, ошо осраҡлы осрашыу булмаһа, күпме кеше шундай матур тамашалар ҡылыуҙан мәхрүм булыр ине. Ә ундайҙар йөҙ йылға бер генә тыуа.

- Эй, Фәғилә әбей, был донъяға бер кем дә осраҡлы ғына килмәйҙер ул. Һәр кемдең үҙенең тәғәйенләнеше бар. Шулай булмаһа, Хоҙай Тәғәлә анауындай ваҡытта атайың менән әсәйеңде осраштырыр инеме лә, әле беҙ һинең менән ошолай һөйләшеп ултыра алыр инекме ни? Бына тигән балалар үҫтерҙегеҙ, көткән донъяғыҙ ниндәй, ауылдаштарға бөтә яҡлап өлгө булып йәшәйһегеҙ.

- Тырышҡан булабыҙ инде.

- Һин булмаһаң, Әкрәмең дә ни эшләгә белмәй ҡаңғырып йөрөр ине микән? - тип әбейемә хәйләкәр ҡараш ташлайым.

- Табыр ине шунда берәйһен, - тине лә Фәғилә әбей уйҙары менән алыҫ йәшлек йылдарына әйләнеп ҡайтты.

Әкрәме менән улар бер синыфта белем алды. Фәғиләнең уҡыуға бик барымы булманы. Ә бына егет бөтә фәндәрҙән дә тик “бишле”ләргә генә өлгәште. Төҫкә-башҡа ҡойоп ҡуйған кеүек инде. Синыфтарында берәү булды. Ҡыҙҙар иғтибарынан бер ваҡытта ла ситтә ҡалманы, яраттылар үҙен. Ә ул Фәғиләне һайланы. Үҙен һәр ваҡыт түбәнһетеп ҡарарға өйрәнгән ҡыҙ уны бер нисек тә етди ҡабул итә алманы. Әкрәм мыҫҡыл итәлер кеүек тойолдо. Бай ғаиләлә үҫкән анау тиклем сибәркәйҙәргә иғтибар итмәгәнде, уға нишләп ҡарап торһон инде. Үҙенең “өслө”ләргә генә өлгәшеүенә лә ғәрләнде.

Аҙаҡ егет армияға китте. Фәғиләгә көтөргә ҡушты. Фотолары менән хаттары килеп торҙо. Эх, үҙенә һалдат кейеменең килешеүен әйт әле. Һыу һөлөгө инде. Юҡ, Фәғиләгә пар түгел ул. Барыбер әҙәмгә һынамаясаҡ.

Ҡыҙ Өфөгә сығып китеп, ашханаға эшкә урынлашты. Сөм ҡара күҙле, ҡыйғас ҡашлы, нескә билле егәрле ҡыҙға күҙ атыусылар күп булды. Бергә эшләгән апайҙарҙың да уны ситкә ебәргеһе килмәне. Берәүһенең ауылдан килеп йөрөгән ҡустыһы бигерәк тынғы бирмәне. Йәбешкәк һымаҡ, эш аҙнаһы бөтөүгә тып итеп килә лә етә. Апаһы ла үҙен үлтерә яҙып маҡтағас, ярай, инде йәшем дә еткән, тип күңеле ятмаһа ла кейәүгә сығырға ризалығын бирҙе лә ҡуйҙы.

Яңлышты, ныҡ яңлышты ҡыҙ. Егет уның эштән бирелгән бүлмәһенә күсенеп килде лә, бергә йәшәй башланылар. Ләкин ире эшкә сығырға бик ашҡынып торманы. Фәғиләнең әйткәнен яратманы. Уның тапҡанын ашап, музыка тыңлап, күңел асып ҡына йәшәүҙе хуп күрҙе.

Күп тә тормай, холҡон да күрһәтә башланы. Эсеп ҡайтып боларҙы, Әкрәмдән килгән хаттарҙы, фотоларын уның күҙ алдында йыртып ташланы. Көнләшеп хатта ҡул да күтәрҙе. Ә Фәғилә ауырлы ине был ваҡытта. Шундағы үкенеүҙәре... Йә, күрмәгән-белмәгән кешегә тот та кейәүгә сыҡ. Шулай ҡыйырһытыр булғас, ниңә тырмашып артынан йөрөнө икән. Әҙер фатирға кереп, баш ҡалала йәшәгеһе килгәндер инде. Фәғилә түҙҙе-түҙҙе лә сабырлығы бөтөнләй ҡалмағас, Өфөлә йәшәгән ағаһын саҡыртып алды. Ипләп һөйләшеүҙән бер фәтүә лә сыҡмағас, ағаһы уға сумаҙанын йыйырға ҡушты. Шунда ғына иргә барып етте, ләкин һуң ине инде. Аҙаҡ, күпме килеп, инәлеп йөрөһә лә ҡатын уны яҡын да килтермәне.

 

Автор:Расима Салихова