Дөйөм мәҡәләләр
7 Апреля 2025, 05:34

Алкин бүләге (Хикәйә) Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА

(АҘАҒЫ)

Алкин бүләге (Хикәйә) Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВААлкин бүләге (Хикәйә) Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА
Алкин бүләге (Хикәйә) Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА

Һөйгәненең кейәүгә сыҡҡанын ишеткәс, Әкрәме ауылда яманаты сыҡҡан, эскесе бер ҡатынға өйләнә. Фәғиләгә үс итеп шуны тәрбиәләп, бына тигән кеше итеп алам, тип һөйләнеп тә йөрөгән, тиҙәр. Был турала ишеткәс, Фәғиләнең көйөнөүҙәре.  Мин үҙемде уға тиң түгел тип йөрөһәм, кемгә өйләнеп ҡуйған.  Эскән ҡатын менән эшлектән сығасаҡ бит.

...Ҡыҙына биш йәштәр самаһы булғандыр. Фәғилә уны йоҡлатып,  бәйләменә ултырҙы. Фатимаһына күлдәк башлағайны.  Бер ике юл сыҡтымы-юҡмы,  тәҙрәһе төбөндә генә берәү йыр башланы:

Йәш ғүмер бер уҙғас,

Ҡайтмай ул яңынан.

Тик минең йәшлек

Никтер ҡайтыр кеүек...

Фәғилә һикереп килеп торғанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Әкрәм йырлай ҙаһа.  Әллә ҡолағына ғына ишетеләме? Уларҙың йәш ваҡыттарында яратып йырлаған йыры. Ҡатын һиҙҙермәй генә тәҙрә ҡорғанының бер яҡ ситен күтәрҙе. Ҡулына гөлләмә тотҡан  Әкрәм тора шул. Ҡараңғы булыуға ҡарамаҫтан, Фәғилә уның күҙҙәренең зәңгәрлеген ап-асыҡ күргәндәй булды.  Ул ҡорғанды тулыһынса асып ебәрҙе. Егет ҡарашын тәҙрә яҡтыһы төшкөн яҡҡа борҙо. Күрҙе Фәғиләһен. Әллә күпме күҙҙәрен ала алмай ҡарап торҙо ла  ишек яғына ишараланы. Фәғилә ҡаршы алырға сыҡты.  Осраштылар һәм башҡаса айырылманылар.  Матур итеп донъя ҡорҙолар. Фәғиләнең ҡыҙын да үҙ балаһылай күреп яратты ире. Ул приборҙар эшләү заводына эшкә урынлашты. Һуңынан теүәл фәндәрҙе һыу кеүек эскән егет ситтән тороп авиация институтына уҡырға инде.  Барыһы ла һәйбәт кеүек ине. Тик Фәғиләнең күрере алда булған икән.

Бер ялды улар күмәкләп ауылға ҡайтып килергә булдылар. Фәғиләнең  дә күптән булғаны юҡ тыуған яғында,  һағындырған да икән.  Ләкин ҡәйнәһе  һалҡын ҡаршыланы уларҙы.  Уҫал тигән даны таралған Сабира әбей  инде ул. Үҙгәрмәгән икән. Ишектән кергәс тә:“Балалы ҡатындан башҡа һиңә ҡыҙҙар бөткән инеме ни?  Шул хәйерсегә иҫең китте бит. Кеше алдында ояты ни. Ете ят әҙәмдең балаһын үҫтерергә уйлайһыңмы?”– тип Әкрәмде бөрөп  алды.

Әсәле-уллы оҙаҡ һөйләштеләр. Һуңынан тынысландырҙы шикелле Әкрәм үҙен. Юлдан килгәс, сәй ҙә эсеп тә өлгөрмәгән Фәғилә ҡыҙын ҡосаҡлап йоҡларға ятты.  Ике-өс көнгә нисек тә түҙерҙәр әле.

Иртән торғас та килен менән ҡәйнәнең һүҙҙәре бырыҡманы.  Бигерәк тә тиктормаҫ  Фатимаға эләкте. Тегеңә теймә, быға тотонма, унда ултырырға ярамай, тип аҙым һайын киҫәтеп кенә торҙо әбей. Улы өйҙә саҡта һәйбәт кенә йөрөй ҙә, ул сығып киттеме, бәйҙән ысҡынған эт һымаҡ, быларға ташлана. Хоҙайым, шундай ҙа кеше булыр икән.

Бер көндө ҡәйнәһенең  көмөш балдағы юҡҡа сыҡты. Оло янъял ҡуптарҙы,  Фәғиләнең сумкаларын бушаттырып, эҙләмәгән ерҙе ҡалдырманылар. Ошо икәүҙең генә эше, оҙаҡламай өйҙәге бер нәмә лә ҡалмаҫ әле, тип Әкрәмдең күҙен дә астырманы.  Фатима алған булған икән. Бала кеше беләме ни, алып уйнаған да ҡайҙа һалғанын онотҡан. Һуңынан уйынсыҡтары араһынан табып алдылар.  Эй, тыуа-тыуғандан бер рәхәт күрмәне инде ул Фәғилә. Бәхетең булмағас, был донъяға ниңә тыуырға кәрәк булғандыр инде. Алкин бүләге имеш...

Әсәй кеше өсөн балаһын рәнйетеүҙәрен күреүҙән дә яманыраҡ яза юҡтыр. Иртәгә ҡайтабыҙ тигән көндө өйҙә йәнә тауыш ҡупты. Йыуған керҙәрен  тышта элеп йөрөгән Фәғилә ҡыҙының сай баҡырып ҡысҡырыуына йүгереп ингәйне, нимә күрһен... Балаҡайғынаһы түгелеп илай,  ҡәйнәһе аждаһа һымаҡ мөйөшкә һырыҡтырып баҫтырған да бына әрләй бит. Нескә генә беләген бороп семтеп алған сағында ғына,  Фәғилә йүгереп барып йән асыуына уны этеп ебәрҙе. Сайҡалып  стенаға барып һөйәлгән  әбей яу һалып ҡысҡырырға  тотондо. “Балаңды тәртипкә өйрәт башта. Ана, һандығымдың өҫтөн аҫҡа килтергән. Үлемтеккә тип йыйған әйберҙәремде тотош бутап бөткән, ҡәһәр һуҡҡыры нәмә”, – тип әйтмәгән һүҙен ҡалдырманы.

Семәрләп биҙәлгән был ҡупшы һандыҡ, килеп ингәс тә ҡыҙҙың иғтибарын йәлеп иткәйне. Бигерәк серле күренде, эсендә әллә нимәләр ятҡан һымаҡ.  Һәр ваҡыт йоҙаҡлы торған һандыҡты  яҡын килеп тотоп-тотоп ҡараны. Ә бөгөн ни ғәжәптәндер асыҡ ҡалған. Ҡыҙҙың унда нимәләр ятҡанын  бик ныҡ  белгеһе килде.  Төбөнә тиклем төштө, ләкин һабын, яулыҡ, төрлө туҡымаларҙан башҡа иҫ китмәле бер нәмә тапманы. Ҡурҡыныс әбей   беләгенән эләктереп алғанда,  әйберҙәрҙең яртыһы иҙәнгә сығарып һалынғайны инде.

Фәғилә тиҙерәк Фатимаһын ҡулына алып, күкрәгенә ҡыҫты. Уй, бәләкәсенең ҡулдары әллә нисә урындан күгәреп сыҡҡан даһа. Тимәк,  бер генә тапҡыр семтеп ҡалмаған.  Ҡыҙын йәлләүҙән Фәғиләнең тыны ҡыҫылды,  быуылып иларға тотондо. Әсәһенең илағанын күреп  өйрәнмәгән Фатима субырлап аҡҡан күҙ йәштәрен һөртә-һөртә: “Әсәй, ә минең бер ерем дә ауыртмай ул. Бына ҡара әле ҡулдарымды, тип бәләген алға һонғайны,  ундағы ҡыҙыл-зәңгәр таптарҙы күреп,  кире тартып алғанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Ҡәҙерлеһенә күрһәтмәҫкә, йәшерергә тырышты. Беләге түҙеп торғоһоҙ итеп һыҙлаһа ла әсәһенең муйынына һарылып, наҙлап сәстәренән һыйпаны.

Шул мәл Әкрәм ҡайтып инде. Уны күреп әсәһе аҡырып илай башланы: “Минән мыҫҡыл иттерергә генә алып ҡайтҡанһың  һин быларҙы. Ана, бөтә әйберемде туҙҙырып бөткән  ҡыҙы.  Түҙер хәлем ҡалманы”.

Ике ут араһында ҡалған Әкрәмдең дә сабырлығы бөткәйне.  Күҙ аҫтынан  ҡатынына ҡарап: ”Шул балаңды ҡарай алманың инде”, - тигәйне, былай ҙа ярһыған ҡатын әйберҙәрен йыя башланы.

- Юҡ, мин был йортта  бер минутҡа ла ҡалмайым. Етте, ошо көндән башлап  үҙемде лә, баламды ла берегеҙҙән дә рәнйеттермәйәсәкмен. Күп түҙҙем, түҙгән һайын нығыраҡ ҡотораһығыҙ.  Теләһәгеҙ ни эшләгеҙ, - тип ишекте шарт ябып,  Фәғилә ҡыҙы менән сығып  китте.

“Башҡаса бында ҡайтып йөрөйһө булмағыҙ”, - тип Сабира ҡарсыҡ арттарынан ҡысҡырып тороп ҡалды.  Әкрәм уларҙы туҡталышҡа етер саҡта ғына ҡыуып етте.

Ошонан һуң Фәғилә ысынлап та ныҡ үҙгәрҙе. Элекке күндәм, өдәшмәҫ ҡатындан бер нәмә лә ҡалманы. Берәйһе бер ҡыйыш һүҙ әйтеп кенә ҡараһын.  Бигерәк тә балаларына ҡарата. Бәпкәләрен яҡларға ынтылған инә ҡаҙ кеүек ҡанаттарын йәйеп ҡаршы сыҡты. Ҡәйнәһе янына ла башҡа ҡайтып йөрөмәне. Үҙе шулай теләне бит.

Уйының ошо еренә еткәс, әбей үҙе лә һиҙмәҫтән терт итеп ҡалды.  Мейеһен нимәлер телеп үткәндәй булды...  Фәғилә үҙе лә шул Сабира ҡарсыҡҡа әйләнеп бара түгелме? Бәләкәй килененең уға ниндәй аламалығы тейҙе әле?  Улы яратып өйләнгән, тағы ла нимә кәрәк? Үпкәләп ҡайтмай башлаһалар... Аллам һаҡлаһын.  Йәшәһендәр генә.

Үҙен урлашып тотолған кеше кеүек хис иткән Фәғилә әбей күршеһе берәй нәмә һиҙеп ҡуймаһын, тигәндәй,  ҡапыл ғына тороп баҫты ла инде апаруҡ бүҫкәргән самауырын күтәреп, аш бүлмәһенә сығып китте. Үҙенә шул тиклем рәхәт ине.

- Сәйҙе яңыртып алайыҡ әле, килен.  Килеп ҡалай һәйбәт иттең әле,  тип сутырлығы сыҡты.

Ҡапыл ғына шундай үҙгәреште күреп,  аптыраһам да өндәшмәнем. Нимәлер  башынан үткәрҙе был. Бая бер нөктәгә төбәлеп бик ҡаты итеп уйға ҡалғайны шул. Бүлдерергә баҙнат ҡына итмәгәйнем. Дөрөҫ эшләгәнмен, ахырыһы.

-  Ысынлап та был донъяла беҙ ҡунаҡ ҡына. Һәр бер атҡан таңға һөйөнөп,  бер- беребеҙҙең ҡәҙерен белеп йәшәүгә ни етә?!.  Һиңә рәхмәт,  килен,  ябай ғына, хатта шаяртыу ҡатыш ҡына биргән  һорауың  менән  тормошомдоң мөһим бер өлөшөнә байҡау яһарға һәм хатамды аңларға ярҙам иттең, күҙемде астың. Был турала нисек үҙемдең башыма килмәгәндер. Ярай, әле лә һуң түгел, бөтәһе лә һәйбәт.

Ниндәй һорауым шул тиклем ныҡ тәъҫир иткәндер, үҙем дә аңламай ҡалдым.  Күп һөйләштек бит. Ярай, уныһы мөһим түгел.

- Ә хәҙер тиҙ генә өҫтәл әҙерләйек.   Тегеләр ҙә асыҡҡандыр.  Әйҙә, ярҙам ит. Һин һыуытҡыстағы йәшелсәләрҙе сығарып, тиҙ генә турап, салат әҙерлә. Мин бәрәңге бешерергә ҡуяйым. Фәнүрҙәр тәмле  ыҫланған балыҡ алып ҡайтҡайны, - тип өтәләнде күршем.

Бер аҙҙан күмәкләп шау-гөр килеп өҫтәл артында һыйлана инек инде. Фәғилә әбейҙәге үҙгәреште  һиҙмәй ҡалманылар, әлбиттә. Өйҙәге хәл-торош  хужабикәнең кәйефенә ныҡ бәйле шул. Барыһы ла еңел тын алып ҡалғандай булғандыр, моғайын. Юғиһә, нисә көн энә өҫтөндә кеүек хис иттеләр үҙҙәрен.  Характер ҙа бар шул әбейеңдә.

 

Автор:Расима Салихова
Читайте нас