Дөйөм мәҡәләләр
8 Апреля 2025, 10:44

Баҡсасыға кәңәштәр

Үҫентеләрҙе пикировкалау серҙәре.

Баҡсасыға кәңәштәрБаҡсасыға кәңәштәр
Баҡсасыға кәңәштәр
  1. Пикировкаға бер нисә сәғәт ҡалғас, ер яҡшы дымланһын һәм йомшаҡ булһын өсөн үҫентеләргә яҡшылап һыу ҡойоғоҙ. Был дөйөм контейнерҙан үҫентеләрҙе сығарыуҙы еңеләйтә һәм тамырҙарға зыян килтереү ихтималлығын кәметә.
  2. Үҫентене дөйөм массанан орлоҡ япраҡтарынан тотоп, һаҡ ҡына айырырығыҙ. Уны бер ҡасан да һабағынан тотмағыҙ, сөнки ул бик нескә һәм еңел һыныусан.
  3. Үҫентене тупраҡтан алып, үҙәк тамырының өстән бер өлөшөн ҡырҡып алығыҙ. Был ҡабырға тамырҙары үҫеүен стимуллаштыра.
  4. Бәшмәк ауырыуҙарын иҫкәртеү өсөн тамырҙарҙы калий перманганатының көсһөҙ эретмәһендә (1 литр һыуға 1 г марганцовка) бер нисә минут дезинфекциялағыҙ.
  5. Әҙерләнгән көршәккә, йәки башҡа һауытҡа күсергәндә һабаҡтың сереүен булдырмаҫ өсөн артыҡ тәрән ултыртмағыҙ.
  6. Үҫемлектәргә бүлмә температураһындағы һыу ҡойоғоҙ. Унан һуң, бер нисә көнгә (яҡынса 3 көнгә) тура ҡояш нурҙарынан йәшереп, ҡараңғы урынға урынлаштырығыҙ. Был үҫентеләргә яңы шарттарға яраҡлашырға ярҙам итәсәк һәм күсереү стрессын кәметәсәк.
  7. Пикировканан һуң тәүге көндәрҙә тупраҡтың дымлылығын күҙәтегеҙ, киптерергә, йәки артыҡ дымлы булыуына юл ҡуймағыҙ. Пикировканан һуң ике аҙна самаһы үткәс, үҫентеләрҙе комплекслы минераль ашлама менән туҡландырырға кәрәк.

 

Автор:
Читайте нас