+23 °С
Облачно
Бәлеш өсөн 1 банка ҡуйыртылған һөт, 2 аш ҡалағы шәкәр пудраһы, 0,5 сәй ҡалағы сода, 2 йомортҡа кәрәк буласаҡ.
Тәүҙә йомортҡаны сода менән бергә туғыйбыҙ. Шунан ҡуйыртылған һөт һәм он өҫтәйбеҙ. Ҡуйы ҡаймаҡ шыйыҡлығында ҡамыр килеп сыға.
Артабан форманы майлап, әҙер ҡамырҙы ҡоябыҙ. 150-170 градустағы мейестә 25-30 минут бешереп алабыҙ. Бәлештең әҙерлеген белеү өсөн шырпы менән төртөп ҡарайбыҙ, әгәр ҙә шырпы ҡоро икән - әҙер. Ризыҡ әҙер булғас, өҫтөнә шәкәр пудраһы һибәбеҙ.