Дөйөм мәҡәләләр
16 Апреля 2025, 12:16

Тауыҡтар йомортҡа һалһын тиһәң

Тауыҡтар йыл әйләнәһенә йомортҡа һалһын тиһәң...

Тауыҡтар йомортҡа һалһын тиһәңТауыҡтар йомортҡа һалһын тиһәң
Тауыҡтар йомортҡа һалһын тиһәң

Аҙыҡ рационы

Тауыҡтарҙың (бигерәк тә йәш тауыҡтарҙың) туҡланыуында йәшелсә һәм үлән ҡатнашмаһы, иген, йомортҡа йәки йомортҡа тышы онтағы булырға тейеш. Шулай уҡ тауыҡ эскән һыу һәр ваҡыт таҙа булыуын күҙәтегеҙ. Көндәлек рационда тауыҡтар өсөн иң мөһиме - бойҙай бөртөгө һәм ул һәр ваҡыт күренеп торған урында булырға тейеш. Иртә яҙҙа йәш кесерткән үҫә башлай. Уны сей йәки бешерелгән йәшелсәләр менән бутау урынлы булыр.

Яңы ғына туралған ҡабаҡ, кишер, ҡарбуз, мал сөгөлдөрө, кукуруз һәм кәбеҫтә бик яҡшы. Картуфты бары тик бешерелгән һәм иҙелгән килеш бирергә кәрәк. Теләһәгеҙ, уға бер аҙ иген өҫтәргә була.

Ҡоротҡостарҙан азат итеү

Ҡайһы бер осраҡтарҙа тауыҡтар ҡауырһындарҙа йәшәгән ҡоротҡостарҙан яфалана. Шуға күрә, тауыҡ “өйө”нә ағас көлө һәм ҡом ҡатнашмаһы менән ҙур ҡумталар ҡуйырға кәрәк. Ҡоштар уларҙа рәхәтләнеп “һыу инәсәк”, шулай итеп, үҙҙәрен теләмәгән бөжәктәрҙән ҡотҡарасаҡ.

Өҫтәмә туҡландырыу

Ғәҙәттә, тауыҡтар биш айлыҡ сағынан алып йомортҡа һала. Әммә 11 айҙан һуң төләү (линька) осоро башлана һәм улар бөтөнләй  һалмай башлай. Был бер айҙан бер нисә айға тиклем дауам итә. Быны булдырмаҫ өсөн уларҙың аҙығына файҙалы микроэлементтар һәм витаминдар өҫтәгеҙ: ваҡланған кәбеҫтә, киптерелгән, йәки йәш үлән, сөгөлдөр япрағы һәм башҡалар.

Ҡайһы бер хужабикәләр тауыҡтарҙың йомортҡа һалыуы өсөн йомортҡа ҡабығы онтағы менән ҡатыштырылған аҡбур бик файҙалы тип билдәләй. Шулай уҡ ҡошҡа шытып сыҡҡан орлоҡтар, йәки һөйәк оно бирегеҙ.

Температура режимы һәм тотоу шарттары

Тауыҡтар йыл әйләнәһенә йомортҡа һалһын өсөн бүлмәлә дөрөҫ температура режимын үтәү мөһим: +4-тән +8 градусҡа тиклем. Яҡтылыҡ биреү принциплы түгел, барыһы ла йылдың миҙгеленә бәйле. Ҡышҡыһын улар торған урынды өҫтәмә яҡтыртҡыс ярҙамында арттырығыҙ. Яҡтылыҡ 12 сәғәттән кәм булмаҫҡа тейеш.

 

Автор:
Читайте нас