Дөйөм мәҡәләләр
16 Мая 2025, 09:52

Талпанды нисек тартып алырға?

Быны йәшәү урыны буйынса поликлиниканың травматология пунктында йәки теләһә ниндәй травматология пунктында табип ярҙамы менән эшләү яҡшыраҡ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Талпанды нисек тартып алырға?Талпанды нисек тартып алырға?
Талпанды нисек тартып алырға?

Талпанды үҙаллы тартып алғанда түбәндәге тәҡдимдәрҙе үтәргә кәрәк:

  • талпанды пинцет менән йәки таҙа марля менән уралған бармаҡ менән мөмкин тиклем башынан эләктереп, талпандың тәнен күсәр тирәләй әйләндереп, тире ҡатламынан тартып алырға. Был бөжәктән шулай уҡ талпан ҡаҙалған урынға боҙ киҫәге ҡуйып та ҡотолорға мөмкин.
  • талпан тешләгән урынды спирт йәки йод менән дезинфекцияларға кәрәк.
  • талпанды алғандан һуң ҡулдарҙы яҡшылап һабын менән йыуығыҙ.
  • әгәр ҡара нөктә ҡалһа, йәғни ауыҙ аппараты тирелә тороп ҡалғанда 5 процент йод менән тәбиғи рәүештә юҡ ителгәнсе эшкәртергә.
  • Унан һуң талпанды тығыҙ итеп ябылған банкаға һалырға (уны һыуытҡыста бер тәүлектән артыҡ һаҡларға ярамай) һәм лабораторияға алып барырға кәрәк. Әйткәндәй, тикшереү өсөн бөтөн талпандар ғына алына.

 

Автор:Расима Салихова