Дөйөм мәҡәләләр
23 Мая 2025, 05:39

“Һарыҡ ҡырҡыу” өмәһе үтте

Үҙәнбаш ауылында  замандың ауыр булыуына ҡарамаҫтан, мал тотҡан кешеләр күп кенә.

Добавить в предпочтительные источники Google
“Һарыҡ ҡырҡыу” өмәһе үтте“Һарыҡ ҡырҡыу” өмәһе үтте
“Һарыҡ ҡырҡыу” өмәһе үтте

Мал тотоу, уны үрсетеү еңел эш түгел. Тирә-яғын урман уратҡан ауылда сабынлыҡтар ҙа юҡ тиерлек. Бесән менән һаламды ялан яҡтарынан һатып алыу, уны алдыртыу ҙа әлле күпме сығым талап итә. Шуға ҡарамаҫтан тырышып, ең һыҙғанып бесәнен дә табып, малын да үрсетеп йәшәгән ауылдаштарыбыҙ байтаҡ. Кемдер үҙ техникаһы менән бесән эшләһә, кемдәрҙер һаман боронғоса ҡул салғыһы менән бесән саба. Ундайҙарға инде һоҡланып ҡарарлыҡ.

Йәштән үк һыйырын да, һарығын да  тотҡан ауылдаштарыбыҙ Шамиль менән Әлиә Мөхәмәтйәновтар   ошо арала “Һарыҡ ҡырҡыу” өмәһен үткәрҙе. Өмәгә йыйылыусыларҙы тәмле сәй табыны көтә ине.

Ғаилә башлыҡтары һарыҡтарҙы тотоп, тояҡтарын бәйләшеп, ҡолаҡтарына инәү һалып торғас, эшебеҙ күпкә еңелгә төштө. Эшебеҙҙе һарыҡ ҡырҡыу йолаһына тап килтереп, изге теләктәр теләп, һамаҡлап башлап ебәрҙек. “Ҡулдарыбыҙ еңел булһын. Һарыҡтарығыҙ үрсеп торһон. Үҙегеҙ имен-һау булығыҙ!” - тип хужаларға изге теләктәр теләнек.

 Кемдер берәү һарыҡтың башынан башлап: “Бәрәстәрең орғасы булһын, кәртә тултырып үрсеп китһендәр,” - тип һамаҡлаһа, икенселәре ҡойроҡ яҡлап башлап: “Бәрәсең тәкә булһын, нәҫел арттырырлыҡ ғаилә башы ла кәрәк” - тине. Һарыҡтын бил тирәһенән йөнөн уртаға ҡайырып һалып: “Бәрәстәрең игеҙ булһын, теләктәребеҙ изге булһын” - тип тә теләүселәр булды.

Ялтырап торған атлас таҫмаларҙан билдә ҡалдырып: “Эт-бүрегә юлыҡма! Ҡазаларҙан йыраҡ бул! Ҡайтыр юлың онотма! Йорт-хужаңа терәк бул!” - тип теләк теләй-теләй үреп  ҡуйҙыҡ.

Йөнөнән ейән-ейәнсәрҙәребеҙгә ойоҡ-бейәләйҙәр бәйләрбеҙ тиҙәр  хужабикәләр. Өмәне тамамлағас, хужалар һыйлы табын  артына саҡырҙы.

Үҙәнбаш ауылы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре.

 

Автор:Расима Салихова