

Ул тиҫтәләгән егет һәм ҡыҙҙы оло тормош юлына оҙатты.
Ҡаланың 17-се гимназияһында үткән байрамда муниципаль район хакимиәте башлығы Азат Хәкимов, мәғариф идаралығы начальнигы Эдуард Камалов, уҡытыусылар, мәғариф ветерандары, ата-әсәләр һәм башҡалар ҡатнашты.
- Хәйерле көн хөрмәтле сығарылыш класс уҡыусылары, хөрмәтле ата-әсәләр, коллегалар һәм саҡырылған ҡунаҡтар! Һеҙҙе бар күңелдән “Һуңғы ҡыңғырау” байрамы менән ҡотлайым һәм барлыҡ 143 сығарылыш клас уҡыусыһы дәүләт йомғаҡлау аттестацияһына индерелде тип хәбәр итәм. Бының өсөн уҡытыусыларыбыҙға хеҙмәттәре, һөнәри оҫталыҡтары өсөн рәхмәт әйтәм. Хөрмәтле ата-әсәләр! Беҙгә ышаныс белдергәнегеҙ, ярҙам иткәнегеҙ өсөн айырым рәхмәт!, - тине гимназия директоры Илүзә Шәғәлина. Артабан һүҙ Азат Салауат улына бирелде: Бөгөн Белорет районында 1400 - IV, 400 - XI класс уҡыусыһы мәктәп менән хушлаша. Уларҙың уҡытыусыларына һөнәрҙәренә тоғролоҡтары, эштәренә яуаплы ҡарауҙары, райондың йәмәғәт тормошонда актив ҡатнашҡандары өсөн рәхмәт әйтәм. Хөрмәтле сығарылыш класс уҡыусылары! Һеҙ ҙә район-ҡала өсөн бик күп изге эштәр эшләнегеҙ, яңыраҡ ҡына беҙ бергә Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығын билдәләнек, “Үлемһеҙ полк” акцияһында, парадта ҡатнаштыҡ. Барыһы өсөн рәхмәт һеҙгә! Бөгөн оло тормош юлына аяҡ баҫаһығыҙ. Киләсәк тормошоғоҙ яҡты, изге булһын, бер ваҡытта ла ауырлыҡтар алдында бирешмәгеҙ, тик алға табан барығыҙ, хыялдарығыҙҙы һәм маҡсаттарығыҙҙы тормошҡа ашырығыҙ, - тине ул. Сығарылыш класс уҡыусылары өсөн бөгөн шатлыҡлы ла, һағышлы ла көн. Бер яҡтан ҡарағанда, уҡыу йылы артта ҡалды, әммә ял итергә иртәрәк әле – алда сығарылыш имтихандары, юғары уҡыу йортона инеүҙең хис-кисерештәре... Аҡ юл, һеҙгә, сығарылыш кластары уҡыусылары!