Дөйөм мәҡәләләр
30 Мая 2025, 07:16

"Урал" менән тығыҙ бәйләнештәмен"

"Аҙна бүләге"

Добавить в предпочтительные источники Google
"Урал" менән тығыҙ бәйләнештәмен""Урал" менән тығыҙ бәйләнештәмен"
"Урал" менән тығыҙ бәйләнештәмен"

“Урал” гәзитенә киләһе ярты йылға яҙылғандар араһында уйнатылған “Аҙна бүләге”н гәзитебеҙҙең күптәнге дуҫы, штаттан тыш хәбәрсеһе, Сабир Шәрипов исемендәге “Иҙел башы” яҙыусылар ойошмаһының иң әүҙем ағзаларының береһе - Абҙаҡ ауылынан Әнисә ҒӘЗИЗОВА отто.

- Сығышым менән Мөхәмәт ауылынанмын. Район гәзитен бала саҡта атай-әсәйемдәр даими алдыра торғайны. Ғаиләләге 9 бала почта килеүен көтөп алып, талаша-талаша тиерлек уҡый инек. V класҡаАбҙаҡ мәктәбенә уҡырға төштөм һәм
унынсыны бөткәнсе ағайымдарҙа йәшәнем. Улар ҙа “Урал”ға яҙылмай ҡалмай торғайны һәм ғаиләләге иң яратҡан гәзит булды. Үҙем дә уға һәр ваҡыт яҙылам һәм күптәр ише почта килгәс иң һуңғы битенән уҡый башлайым. Гәзиттә бөтәһе лә бар - хикәйәләр ҙә, матур ғаиләләр, эшҡыуарҙар, данлыҡлы яҡташтарыбыҙҙың уңыштары тураһында ла, ашһыу, баҡса эштәре, кәңәштәр, доғалар һәм башҡалар. Хикәйәләрем, шиғырҙарым, ауылдаштарыбыҙ, матур ғаиләләр, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары тураһындағы мәҡәләләрем дә баҫылып тора. “Оло кешенең социаль портреты” конкурсында ла ҡатнашырға тырышам, ауылда үткән төрлө сараларҙы ла яҙып ебәрәм. Ғөмүмән, “Урал”дар менән һәр саҡ тығыҙ бәйләнештәмен.

Гәзитебеҙ оҙаҡ йылдар йәшәһен, милләттәштәребеҙ уға яҙылһын, уҡыһын ине. Барыһына ла иҫәнлек именлек, тыныс күк йөҙө теләйем, - тине Әнисә Ишмөхәмәт ҡыҙы.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Автор:Расима Салихова