

Рәсәй көнө алдынан Рәсәй Эске эштәр министрлығының район буйынса бүлеге, район-ара прокуратура, тәфтиш комитеты һәм суд приставтары вәкилдәре бергәләп хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренең балалары өсөн байрам сараһы - спорт турниры үткәрҙе.
Һәр ҡатнашыусы юғары әҙерлек һәм ҡыҙыҡһыныу кимәлен күрһәтте. Осрашыу аҙағында балалар лайыҡлы бүләктәр алды.
Хоҡуҡ һаҡлаусылар фекеренсә, бындай сараларҙы даими ойошторорға, дуҫлыҡ, ғаилә бәйләнештәрен һәм патриотик тәрбиә эшен нығытырға кәрәк. Рәсәй көнө - дәүләт ҡоролошо байрамы ғына түгел, ә ғаиләләрҙе берләштереү һәм йәш быуынды Тыуған илгә һөйөү рухында тәрбиәләү көнө лә булһын!
Ксения СУЧКОВА, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.