-2 °С
Облачно
Кәрәк: 1 стакан шәкәр, 500 г ҡаймаҡ, 500 г еләк-емеш, 3 аш ҡалағы желатин, 300 г бисквит.
Желатинға ярты стакан һалҡын һыу ҡойоп, 30 минутҡа ултыртып торорға, унан утҡа ҡуйып, ҡайнау хәленә еткерергә.
Ҡаймаҡты шәкәр менән бергә болғарға, унан желатинды ҡушырға.
Тәрән һауыт эсенә полиэтилен, йәиһә ҡурғаш йәйергә, унан сиратлап еләк-емеште, ҙур булмаған киҫәктәргә бүленгән бисквитты һалып сығырға. Һуңынан өҫтөнә ҡаймаҡ-желатин ҡатнашмаһын ҡойоп, 2-3 сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйырға.
Ашығыҙ тәмле булһын!