Дөйөм мәҡәләләр
9 Июля 2025, 12:19

Ҡурай еләгенән бәлеш

Еңел һәм тиҙ әҙерләнә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡурай еләгенән бәлешҠурай еләгенән бәлеш
Ҡурай еләгенән бәлеш

Ҡамыр өсөн: 2 стакан он, ярты стакан шәкәр, 150 г аҡ май, ярты стакан ҡаймаҡ, 1 балғалаҡ ҡамыр ҡабартҡыс кәрәк.

Эслек өсөн: 350 г ҡурай еләге, 1 стакан шәкәр, 1 йомортҡа, 1 стакан ҡаймаҡ, 2 ҡалаҡ он кәрәк.

Ҡаймаҡ, шәкәр, иретелгән аҡ майҙы бергә ҡушып болғатабыҙ ҙа он, күперткес өҫтәп ҡамыр баҫабыҙ. Йәйәбеҙ, ситтәре күтәрерлеп торорлоҡ итеп табаға йәйәбеҙ.

Йомортҡаға шәкәр, он, ҡаймаҡ ҡушып, тиҙ-тиҙ хәрәкәттәр менән төйөрҙәре бөткәнсе туғыйбыҙ. Ҡамырҙың өҫтөнә ҡурай еләктәрен теҙеп сығабыҙ ҙа, шыйыҡсаны ҡурай еләге өҫтөнә ҡоябыҙ.

180 градус эҫелектәге мейестә 50 минут самаһы бешерәбеҙ.

Ашығыҙ тәмле булһын!

Автор:Расима Салихова