1 литр һөт - 80, 200 грамм ҡаймаҡ - 200 һум, 1 кило май - 1000, 1 кило эремсек - 200, 1 литр шыйыҡ ҡорот - 200 һум, 2 литр сәскә балы - 2200, 10 дана йомортҡа - 110, 5 литр биҙрәләге картуф - 400, өй ҡыярының 1 килоһы - 200, ситтән килтерелгәне - 130, помидор - 150-250, черри сорты - 380, ташҡабаҡ - 180, татлы борос - 250-300, кәбеҫтә - 75, һуған - 75, кишер - 95, ҡайын еләге - 0,5 литры 500, 1 литры - 800, ер еләгенең 3 литры - 900, 1 литры - 300, 200 грамм виктория - 200, ҡарбуздың килоһы 50-60, ҡауын - 100-120, нектарин - 250-450, абрикос - 120-280 (5 литр биҙрәләгеһе - 500), персик - 450-550, слива - 120-280, һары сейә - 650 һум тора.
Район-ҡала халҡы сифатлы һөт продукцияларын сират тороп ала. Һатып алыу-ыларҙы шәхси хужалыҡта етештерелгән продукцияның сифатлыраҡ, тәмлерәк булыуы йәлеп итә. Айырыуса һөт менән ҡаймаҡҡа ихтыяж ҙур. Йүнселдәрҙең бер нисәүһе менән әңгәмәләшеп тә алдыҡ. Улар баҙар етәкселегенән торған урындарын көпләүҙе һораны. “Айырыуса ҡышҡы һыуыҡтарҙа үтәнән-үтә өрөп торған ел, яҙлы-көҙлө ямғырҙар үҙәккә үтә, килтергән продукцияны һатып бөткәнсе өшөп-туңып бөтәбеҙ, һуңынан сирләйбеҙ. Беҙ торған урын өсөн аҡсаһын түләйбеҙ, ошо мәсьәләне хәл итеүҙәрен үтенәбеҙ”, тине улар. Эйе, колхоздар бөткәс, үҙ хужалыҡтарында күпләп мал үрсетеүгә тотонған уңған ауыл ҡатындары, ошолайтып һөт-майҙарын һатып, ғаилә ҡаҙнаһын тулыландыра.
- Иртә торһаң, ит бешә, тиҙәр беҙҙең яҡтарҙа, шул мәҡәл йәшәү рәүешенә әүерелде, - ти оҙаҡ йылдар үҙҙәре етештергән продукцияларын тәҡдим иткән Учалы районы Озерный ҡасабаһынан Гөлшат Мырҙабаева, Сораман ауылынан Мәүжидә Хәйруллина, Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауылынан Рәмилә Мостафина (һүрәттә - һулдан уңға). - Һәр ҡайһыбыҙ ҙа күпләп мал-тыуар аҫрай. Миҙгелгә ҡарап, йә аҙнаһына икене, йә көн аша һатыу итергә киләбеҙ. Күпселек үҙебеҙ етештергән һөт ризыҡтарын, йәшелсә-емеш тәҡдим итәбеҙ, еләк йыйып һатабыҙ. Көҙөн иһә үҙебеҙ консервалаған аҙыҡтарҙы ла килтерәбеҙ. Һәр ваҡыт тиерлек бөтәһен дә һатып бөтөп ҡайтабыҙ, Аллаға шөкөр, - ти улар.