Дөйөм мәҡәләләр
11 Июля 2025, 07:07

Һәр йортҡа яңылыҡ өләшә

13 ИЮЛЬ - ПОЧТА ХЕҘМӘТКӘРҘӘРЕ КӨНӨ

Добавить в предпочтительные источники Google
Һәр йортҡа яңылыҡ өләшәҺәр йортҡа яңылыҡ өләшә
Һәр йортҡа яңылыҡ өләшә

Интернет, нанотехнологиялар һәм йыһанды яулау осоронда почтальондың эше, тәү ҡарашҡа, бер аҙ архаик булып күренергә мөмкин. Хәҙерге ваҡытта яңы мәғлүмәт алыу өсөн ҡайһы бер селтәр ресурстарын файҙаланыу етә. Әммә, хатта электрон хаттар дәүерендә лә, мессенджерҙар тормошон традицион почта ебәреүҙәрһеҙ күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Көн һайын күптәр хаттарҙы, донъяның төрлө мөйөштәренән ебәрелгән посылкаларҙы, көндәлек матбуғатты түҙемһеҙлек менән көтә. Ә бының артында почта элемтәһе хеҙмәткәрҙәренең ҙур өлөшө тора.

Үткәл һәм Хөсәйен ауылдарын 12 йылдан ашыу почта хеҙмәте менән тәьмин иткән Көнһылыу-Әлизә ЙОМАҒУЖИНА бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, эшен яратып атҡарған, алдынғы, тырыш, уңған почтальондарҙың береһе.

- Мин Егәҙе ауылында тыуғанмын. Әсәйем Йәмиға мин тыуғас мәрхүмә булып ҡала һәм мине 6 айҙан алып Үткәл ауылынан Хәснә Йомабай ҡыҙы һәм Мөнәжәт Баязит улы алып үҫтерә. Хәҙер инде гүр эйәһе булған атай-әсәйемә яҡшы тәрбиә биреп, үҙ балалары ише яратып-һөйөп үҫтергәндәре өсөн рәхмәтлемен. Йөрәгемдә улар тураһында иң яҡты хәтирәләр һаҡлана һәм ҡәҙерлеләремде хәтергә алған һайын күҙҙәремә йәштәр эркелә. Улар мине шул тиклем ҡурсып, наҙлап үҫтерҙеләр, үгәй бала икәнемде кейәүгә сыҡҡас, 19 йәшемдә генә белдем.

1984 йылда Үткәл ауылы егете Таһир Дилмөхәмәт улы менән сәстәребеҙҙе сәскә бәйләнек. Бер-бер артлы өс балаға ғүмер бирҙек. Ҡала медицина колледжын тамамлаған Надир улыбыҙ әлеге көндә Асы шифаханаһында массажсы булып эшләй. Шунда уҡ лаборант булып эшләгән Лидиә киленебеҙ менән 2 бала тәрбиәләйҙәр, татыу, матур ғүмер кисерәләр.

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлаған Эльвина ҡыҙыбыҙ Үткәл мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй. 

Башҡорт иҡтисади-хоҡуҡ колледжының ҡалалағы филиалын тамамлаған кинйәбеҙ Рәфил Белорет металлургия комбинатында эшләй. Киленебеҙ Алина менән 2 бала үҫтерәләр.

Уландарым икеһе лә Ватан алдындағы бурысын үтәп, хеҙмәт итеп ҡайтты. Аллаға шөкөр, балаларым менән ғорурланам һәм уларҙың бәхеттәренә һөйөнөп туймайым.

Тормош булғас, ағын да, ҡараһын да күрһәтә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 1998 йылда тормош иптәшем мәрхүм булып ҡалды һәм балаларҙы оло тормош юлына баҫтырыу үҙ иңемә төштө.

Тормошома зарланмайым. Минең ише йәрһеҙ ҡалған Фәйзулла Нәҡип улы менән гөрләтеп донъя көтөүебеҙгә быйыл 19 йыл тулды. Изге йөрәкле, аңлаусан, сабыр һәм аҡыллы хәләлемә барыһы өсөн рәхмәтлемен.

Почтальон булып эшкә урынлашҡанға тиклем, 14 йыл фельдшер-акушерлыҡ пунктында санитарка хеҙмәтен атҡарҙым. Почта эшенә урынлашҡанда эштең ауырлығынан башта бер аҙ баҙап, ҡурҡып ҡалһам да, тиҙ арала өйрәнеп киттем. Бығаса гәзит-журналдарҙы, хаттарҙы Шығай почта бүлексәһенән барып алып ҡайта инем. Ҡар-ямғыр яуғанда ла, ҡышҡы сатлама  һыуыҡта ла йөрөргә тура килә. Шулай бер мәл көслө буран ваҡытында туранан йәйәүләп юлға сығып, ҡар һырынтыһы аҫтында ҡала яҙҙым. Ул көндө сараһыҙлыҡтан илап бөткәнемде хәҙер көлөп кенә хәтергә алам. Еңел эш булмай тиҙәр, ауыр саҡтар ҙа, проблемалар ҙа килеп сыға, әммә түҙәм. Эшемде шул тиклем яратып, күңел биреп атҡарғанға мине бер һынау ҙа һындырмай.

Гәзиткә яҙылыу һәр кемдең күңел талабы - кемеһелер үҙе килеп яҙыла, ҡайһыларын өгөтләргә, ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу компанияһының тиҙҙән тамамланыуы хаҡында иҫтәренә төшөрөп торорға кәрәк. Беҙҙең эшмәкәрлек ябай кешеләр өсөн мөһим. Улар беҙҙе һәр ваҡыт көтәләр һәм айырыуса ололар почта килгәненә шатланалар.  

Бөтә почта элемтәһе хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамыбыҙ менән ҡотлайым! Иң мөһиме - ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм лайыҡлы эш хаҡы теләйем, - тине Көнһылыу-Әлизә Мөнәжәт ҡыҙы.

Автор:Расима Салихова