Байрам Ишле ауылының һәүәҫкәр артистарының дәртле йырҙары менән башланып китте һәм сараны асыу өсөн тәбрикләү һүҙе район хакимиәте башлығы Азат Хәкимовҡа бирелде.
Азат Салауат улы балалар майҙансығын үҙ көстәре менән эшләгән ауыл халҡына рәхмәт белдерҙе.
Халыҡтың бергәләп балалар өсөн спорт-уйын майҙансығын матур итеп эшләп ҡуйыуы һөйөндөрә. Үҙ көсөгөҙ менән эшләнгән эш ҡәҙерле булыуын барыбыҙ ҙа беләбеҙ. Дөйөм эш халыҡты берләштерә. Ошо матур традицияны бар хакимиәттәрҙә лә тергеҙәсәкбеҙ. Балаларының ҡыуанысын күргән ата-әсәләр ҙә бөгөн бик шат. Изге эшегеҙ өсөн рәхмәт, - тине ул.
- 2025 йылдың Башҡортостанда Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам йылы тип иғлан ителеүе бик урынлы. Шулай уҡ бөгөн күпбәйге спорт ярыштары үтә. Был сара беҙҙең яугирҙарыбыҙға арнала. Район-ҡалала махсус хәрби операция яугирҙарына ярҙам итеү буйынса ҙур эштәр алып барыла. Был изге эштән Ишле хакимиәтенә ҡараған ауылдар халҡы ла ситтә ҡалмай. Аҙыҡ-түлек, кейем, медикаменттар, реабилитация саралары, техника һәм инструменттар менән ярҙам итә. Улар шулай уҡ егеттәргә маскировка селтәрҙәре ебәрә. Мораль ярҙам да мөһим: яугирҙарға йылы һәм изге теләктәр менән балалар хаттары һәм һүрәттәр тапшырыла. Беҙ гуманитар ярҙам алып барғанда уларға район-ҡалала нимәләр эшләнеүен, яугирҙарға арнап үткәрелгән саралар, райондан ниндәй ярҙам күрһәтелеүе тураһында һөйләйбеҙ. Улар был яңылыҡтарҙы шатланып ҡабул итә, әлбиттә, яугирҙар ғаиләләрен, тыуған ерҙәрен һағына. Махсус хәрби операциялағыларға ярҙам итеүҙә әүҙем ҡатнашҡан, ихлас күңелдән был эшкә ҡушылған ауыл халҡына, ойоштороусыларға ҙур рәхмәт! Берҙәм көс менән еңеүҙе яҡынайтыуға өлөш индереп, яугирҙарыбыҙҙың тиҙерәк имен-аман әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйек, - тине ул.
Азат Салауат улы "Әсәлек даны" миҙалы менән 6 бала тәрбиәләгән, Олойылға ауылында йәшәгән Миләүшә Дамир ҡыҙы Ташбулатованы (өҫтәге һүрәттә) бүләкләне. Уңған әсәйгә, ғаилә ағзаларына һаулыҡ, бәхетле тормош теләне.
Артабан һүҙ Ишле хакимиәте башлығы Фәнис Даньяновҡа бирелде. Ул байрамға йыйылған халыҡты ҡотлап, ауыл халҡына бергәләшеп ҙур эш башҡарғандары өсөн рәхмәт белдерҙе.
- Балалар өсөн яңы спорт-уйын майҙансығы фәҡәт ауыл халҡының инициативаһы менән эшләнде. Әҙерлек эштәре күптәнән башланһа ла, бер нисә көн эсендә әҙер булған матур майҙансыҡ өсөн ауыл халҡына бик рәхмәтлемен. Уны эшләүҙә халыҡтың берҙәмлеге күренде, эшҡыуарҙар майҙансыҡты кәртәләп алыу өсөн төҙөлөш материалдары бирҙе, үҙҙәре лә эштә әүҙем ҡатнашты. Ир-егеттәр спорт, уйын ҡорамалдарын урынлаштырһа, ҡатын-ҡыҙҙар кәртәһен төрлө төҫкә сағыу итеп буяп ҡуйҙы. Үткән йылда Ишле ауылы халҡы “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашты һәм муниципаль этапта III урын яулап 90 мең аҡса алыуға өлгәште. 125 мең аҡса урындағы хакимиәт бюджетынан бүленде. Балалар ошондай уйын майҙансығы тураһында күптән хыяллана ине, - тине ул. Фәнис Даньянов барыһын да матур сара менән ҡотланы. Майҙансыҡты ҡәҙерләп, боҙмай-ватмай файҙаланыуҙарын, артабан да ауыл яҙмышына битараф ҡалмай төҙөкләндереү эштәрендә әүҙем ҡатнашыуҙарын теләне.
- Шулай уҡ Украинала барған махсус хәрби операцияла беҙҙең ауылдарҙан да күп кенә ир-егеттәребеҙ ҡатнаша. Әлбиттә, һуғыш булғас, Ватанын яҡлап һәләк булғандар ҙа бар. Беҙ уларҙың ғаиләләренә һәр ваҡыт ярҙам итеп торасаҡбыҙ. Яугирҙарға ярҙам ебәреүҙә Ишле хакимиәте лә ситтә ҡалмай. Үткән йылда мунса эшләп ебәрҙек, аҡсалата, әйберләтә ярҙам итәбеҙ. Ағымдағы йылдың мартында яугирҙар өсөн бик кәрәкле булған 80 меңлек аккумулятор һәм башҡа кәрәк-яраҡтар ебәрҙек, яңыраҡ егеттәр һораған "Днепр" мотоциклын райондың гуманитар ярҙамы менән бергә оҙаттыҡ. Һәр кем еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индерергә тырыша. Ауылдар халҡы, уҡыусылар маскировка селтәрҙәре, окоп шәмдәре әҙерләй.
Фәнис Рәшит улы Ишле ауыл советы депутаттары ҡарары менән ҡабул ителгән ауыл советының иң ҙур наградаһы "Ауыл биләмәһе алдындағы хеҙмәттәре өсөн" миҙалын махсус хәрби операция барышында һәләк булған Фәрит Миҙхәт улы Сәхәүетдиновтың ҡатыны Гөлнара Мөхәмәт ҡыҙы Сәхәүетдиноваға тапшырҙы. Балалар майҙансығын эшләүгә бағымсылыҡ ярҙамы күрһәткән шәхси эшҡыуарҙар Дмитрий Коробов, Айгөл Даньянова, Ксения Точилкинаға Ишле ауыл хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Шулай уҡ әүҙем тормош позицияһы алып барған, инициативалы, балалар майҙансығы төҙөүҙә берҙәм ҡатнашҡандары өсөн Гөлзирә Рәхимова, Люциә Ғиниәтуллина, Әлиә Мөхәмәтдинова, Альбина Мөхәмәтйәнова, Эльвира Гәрәева, Лидия Зиброва, Галина Лисицина, Рим, Рафаил, Флорид Сөләймәновтар, Рәсих Йомадилов, Владимир Волков, Сергей Бардин, Ирек Ғәлиастанов, Илсур Ғәлиастанов, Ильяс Солтанов, Алексей Юрьев, Сергей Ефименко ла ауыл хакимиәтенең Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Артабан кесеһе лә, олоһо ла майҙансыҡҡа үтте. Бигерәк тә кескәй балаларҙың ҡыуанысын күреп һөйөндөк.
Һуңынан барыһы ла күпбәйге спорт ярыштарында ҡатнашырға 4 командаға бүленде. Район хакимиәте башлығы Азат Хәкимов та "Илһөйәр" исеме аҫтында үҙ командаһын ҡуйҙы. Күпбәйге ярышының баш судьяһы булып Ишле хакимиәте башлығы Фәнис Даньянов раҫланды.
Ҡатнашыусылар суҡмар ырғытыу, таяҡ тартыу, бүрәнә менән түңәрәктән төртөп сығарыу, таҡтаға баҫып мендәр менән һуғышыу, көйәнтәләп биҙрәләргә яландан уйынсыҡтар йы-йыу кеүек һәм башҡа ҡыҙыҡлы уйындарҙа көс һынашты.
Шулай итеп, көсөргәнешле ярышта IV урын "Че Гевара" командаһына бирелде, III урынды "Йәшлек" командаһы яуланы, II урынға район хакимиәте башлығы командаһы "Илһөйәр"ҙәр лайыҡ булды, ярыштың еңеүселәре - "Спорт - туғанлыҡ" командаһы I урынды үҙ ҡулдарынан ысҡындырманылар.
Ғөмүмән, ярыш үҙ маҡсатына иреште, унда ҡатнашҡандар ҙа, бәйгене күҙәткән һәм дәртләндереп торған халыҡ та ҡәнәғәт ҡалды. Ярышта ҡатнашыусы командаларҙың барыһына ла бүләктәр, дипломдар тапшырылды. Байрам барышын Ишле клубының үҙешмәкәр артистары сығыштары биҙәне. Ишлеләр үҙҙәренең халыҡ йолаларын һаҡлауын, ҡунаҡсыллығын, ойоштороу һәләтен күрһәтеүгә өлгәште.