

Ҡаланың Металлургтар майҙаны халыҡты күпләп йәлеп итеү урыны һәм байрам сараларын йомғаҡлау нөктәһе булды.
- Бөгөн беҙ Ҡала көнөн - тыуған Белоретыбыҙҙың тыуған көнөн ғорурлыҡ менән билдәләйбеҙ. Шулай уҡ һөнәрҙәре көс, сабырлыҡ һәм оҫталыҡ талап иткән металлургтарыбыҙҙы ҡотлайбыҙ, традицион халыҡ байрамы - Һабантуйҙы байрам итәбеҙ. Был көн һеҙгә үҙ ерегеҙ өсөн шатлыҡ, ғорурлыҡ һәм онотолмаҫ тәьҫораттар бүләк итһен, - тине алып барыусылар байрамды асып.
Унан һуң сәхнә түренә муниципаль район хакимиәте башлығы Азат Хәкимов, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев, “Белорет металлургия комбинаты” акционерҙар йәмғиәте генераль директоры Виолета Нашатырова саҡырылды.
- Хөрмәтле белореттар, металлургия комбинаты хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары! Бар йөрәктән һеҙҙе Ҡала һәм Металлургтар көнө менән ҡотлайым. Белорет - металлургия арҡылы барлыҡҡа килгән, үҙенсәлекле характерға эйә ҡала. Һеҙҙең көндәлек хеҙмәтегеҙ республиканың ғына түгел, бөтә илдең сәнәғәт потенциалының мөһим өлөшө. Металлургия комбинаты ветерандарына комбинат данын күтәргән өсөн, уларҙың традицияларын дауам иткән йәш быуынға ҙур рәхмәт!
Бөгөн беҙ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар менән бергә тыныс хеҙмәт хаҡын яҡшы аңлайбыҙ. Яугирҙарыбыҙ һәм эш хеҙмәтсәндәре менән бергә балаларыбыҙҙың киләсәген булдырабыҙ. Үҙ бурыстарын үтәгән яҡташтарыбыҙға - ҡәҙерле ил һаҡсыларыбыҙға мөрәжәғәт итергә теләйем. Ҡәҙерле ил һаҡсыларыбыҙ! Ҡулыбыҙҙан килгәнсә һеҙгә ярҙам итергә тырышабыҙ. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ һәм имен һау әйләнеп ҡайтығыҙ, - тине Азат Салауат улы һәм бьарыһын да байрамдар менән ҡотланы.
Артабан һүҙ Константин Борисовичҡа бирелде. Ул барыһын да республика Башлығы һәм Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай исеменән байрам менән тәбрик итте һәм Радий Хәбировтың ҡотлау открыткаһын уҡып үтте: “Хөрмәтле белореттар! Һеҙҙе Металлургтар көнө менән бар йөрәктән ҡотлайым. Металлургия – Белореттың иҡтисадының нигеҙе, ғорурлығы, даны булып тора. Һәр ғаиләлә металлургия комбинаты хеҙмәткәре, йәки ветераны бар. Һеҙҙең хеҙмәт – ҡаланың, республикабыҙҙың, илебеҙҙең именлеген тәьмин итә. Белореттың иҡтисади яҡтан көндән-көн нығына барыуы ҡыуаныслы. Белорет районы сығарылған продукция күләме буйынсча 7-се урында тора. Хеҙмәтегеҙ өсөн ҙур рәхмәт, металлургтар! Белорет халҡы махсус хәрби операция зонаһындағы яугирҙарға ярҙам итеү, гуманитар йөк ебәреү йәһәтенән бик актив. Беҙ бергәләп Рәсәйҙең суверенитетын һаҡлайбыҙ. Бөгөн беҙҙең арала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар бар, илебеҙҙе һаҡлаған өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт! Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, именлек теләйем”, - тиелә унда.
Унан һуң Константин Боисович бер төркөм белореттарға наградалар тапшырыҙы. Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте һәм әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн шәхси эшҡыуар Рафаэль Фәрүәзов, Республиканың урындағы үҙидара органдарында намыҫлы хеҙмәте һәм актив йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн Абҙаҡ ауылы хакимиәте башлығы Хәмзә Мөхәмәҙиев Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың Почет грамотаһы, күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте, район-ҡала үҫешенә индергән ҙур өлөшө өсөн Рәхмәт хаттары менән крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы, Тимер юл ауыл советы депутаты Антон Козлов, “СтальПром” яуаплылығы сикләнгән компанияһы директоры Алик Лысюк, “Урал пружина заводы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе Динис Лоҡманов бүләкләнде.
“Белорет металлургия комбинаты” акционерҙар йәмғиәтенең тышҡы һәм эске коммуникациялар бүлеге белгесе Сергей Болонин, техник үҫеш департаменты директоры Игорь Бутырский “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған металлургы” исеменә лайыҡ булды.
Прокат цехының металл һәм әҙер продукцияһын биҙәү, сортлау, ҡабул итеү, тапшырыу, пакетҡа һалыу һәм төрөү буйынса бригадиры Александр Ерофеев, 3-сө канат цехының канаттарҙы төрөү буйынса машинисы Аркадий Медведков, 10-сы микроүткәргес цехының участка начальнигы Сергей Попов Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән нарыҡланды.