Дөйөм мәҡәләләр
20 Августа 2025, 05:52

Финдарса ҡыяр

Еңел һәм тиҙ әҙерләнә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Финдарса ҡыярФиндарса ҡыяр
Финдарса ҡыяр

Кәрәк: 3 кг ҡыяр, 3 л һыу, 6 аш ҡалағы тоҙ, 400 г шәкәр, 360 мл аш һеркәһе, 3 лавр япрағы, 1 зонтик укроп, еҫле ҡара борос.

Әҙерләү: ҡыярҙарҙы алдан ике сәғәткә һыуға батырырға. Банканы яҡшылап һыуып, аш һеркәһе менән сайҡатырға (стерилләү кәрәкмәй), ҡапҡасты 1-2 минут ҡайнатып алырға.

Кәстрүлгә һыу, шәкәр, тоҙ һәм тәмләткестәрҙе һалып ҡайнатырға ҡуйырға. Ҡыярҙарҙы 2-3 см ҙурлыҡтағы киҫәктәргә турарға. Маринад ҡайнап сыҡҡас, кәстрүлгә ҡыярҙарҙы һалырға һәм уларҙың төҫөн үҙгәрткәнен көтөргә (2-3 минут). Унан һуң ҡыярҙарҙы тәмләткестәр менән бергә банкаға тултырырға, аш һеркәһе өҫтәргә, ҡайнап торған маринадты иң сигенә тиклем ҡойорға һәм ҡапҡас менән нығытып, түңкәреп, йылы юрған аҫтына ҡуйырға.

Хәтерегеҙҙән сығармағыҙ - йодлы тоҙ ҡулланмағыҙ.

Ашығыҙ тәмле булһын!

Автор: