Мансур ағайыбыҙ барыбыҙҙы ла дәртләндереп, телефонынан тыуған яғына сәйәхәт ҡылырға өндәп кенә ҡалманы, миңә бер көн шәхсән “бараһың” тип кенә ҡуйҙы. Йәйҙең ямғырлы булыуы ла ҡурҡытманы, тәғәйенләнгән көндө ойошма ағзалары Инйәрҙә йыйылды. Туҡтауһыҙ ҡойған ямғырҙы ҡурҡытырға плащтар алдыҡ та, Ноҡат ауылына табан юл тоттоҡ. Күптән ремонт күрмәгән таш юлдан һуң ҡарурман эсенә инеп юғалабыҙ. Ҡуйы япраҡлы ағастар араһында төрлө ҡоштар һайрағаны ишетелә, яҡында ғына юл менән бергә бормаланып йылға аға.
Күп тә түгел, әҙ ҙә түгел, егерме саҡрымдай юл үткәс, ауыл исеме яҙылған билдә күренгәс, юл икегә бүленде һәм беҙ тауға менә башланыҡ. Бара торғас, һоро-йәшкелт тауҙарҙың һырты аша ауылға килеп еттек. Ноҡат ауылы уртаһынан аҡҡан йылға эргәһендәге яңы төҙөлгән ҙур ҡарағай йорт янында туҡтаныҡ. Бында йәнә аласыҡ-ашхана ла бар, эсендә ағастан эшләнгән оҙон өҫтәлдәр, эскәмйәләр теҙелеп киткән. Төҙөлөш дауам итә ахырыһы, тирә-яҡта материалдар ята. Беҙҙе ауылдың солоҡсолоҡ хужаһы Азамат Заһитуллин ҡаршы алды.
Ҡыҙылъярға барып еткәнсе күрәһеләребеҙ алда булған икән! Йылға буйында урынлашҡан Арышпар ауылына килеп еткәс, еңел машиналарҙы ҡалдырып, иҫке генә “Урал”ға күсеп ултырҙыҡ. Юл соҡор-саҡырлы, бер-беребеҙгә тотоношоп, ауа-түнә алға еләбеҙ. Ауыр һулағандай, гөрөлдәп, машинабыҙ тау үренә менә, эстән генә белгән доғаларымды уҡыйым. Бара торғас, бейек, оҙон тауҙың үренә етәрәк, машинабыҙҙың моторы һүнмәһенме?! Бәхеткә күрә, ямғыр туҡтаған ине, бейек ҡарағайҙар араһынан ҡояш нурҙары күренде...
Үҙ-ара гәпләшә-гәпләшә, Уралдың иҫ киткес матур тәбиғәтенә һоҡланып, йәйәү киләбеҙ.
- Мансур ағай, ҡасан төрткө тотҡан яландарыңа барып етәбеҙ?
- Ашыҡма, ашыҡҡан ашҡа бешкән, тиҙәр. Ошо урманды үткәс, тау түбәненә төшәһең, унан уйһыулыҡ булыр, үҙәненә төшһәк - Ҡыҙылъяр яланы башлана.
10-12 йәшемдән шул яландар буйлап төрткө тоторға йөрөнөм. Бер үҙемә көнөнә йөҙгә яҡын төрткөнөң тиреһен һыҙырып алған саҡтарым була торғайны. Тиреһе ҡиммәт булды, тик эшкәртеүе, ай-һай, ауыр, сей яраңды сығара, бигерәк тә селләлә.
- Абау, ҡара урманда бала ғына килеш нисек ҡурҡмай йөрөнөгөҙ?
- Хәлиҙә туғаным, заман башҡа - заң башҡа тигәндәй, төпкөл ауылдарҙа һатыу итергә бер ни юҡ, ә уҡырға кейем, ҡәләм-дәфтәр алырға аҡса табырға кәрәк. Уҡырға теләгем ҙур булған өсөн тырыштым, хатта ки йырып килеп сыҡтым. - Шул саҡ Мансур ағайҙың йөҙөндә моңһоулыҡ та, ғорурлыҡ та сағылыуын тойҙом.
Ямғырҙан һуңғы еүеш юлдан уға атлауы ауыр, ҡулы менән күкрәген баҫып-баҫып ала. Ниһайәт, Ҡыҙылъярға килеп еттек. Инйәр йылғаһы иҫ китмәле ташҡан, шаулап аҡҡан һоро һыуға ҡарап аптырашта ҡалдыҡ. Аръяҡҡа сығыу мөмкин түгел, ә унда - мөһабәт мәмерйәләр теҙмәһе.
Көн кискә ауышып бара, етмәһә, ҡапыл көслө ел сыҡты, Елмерҙәк тауы яғынан өйкөлөп ҡара болоттар килә. Туристарға йоҡлар өсөн өс бурама өй һалынған, аҙыҡ-түлек әҙерләргә аласыҡ әҙер, усағы бар. Тик электр уты ғына етмәй, шул мәлдә үҙебеҙҙе бала саҡҡа әйләнеп ҡайтҡандай хис иттек...
Төн етте. Йылға ярында баҫып торам. Тирә-яҡта иҫ китмәле матур йәшеллек, ел ағастарҙан һуңғы тамсыларҙы төшөрә, ҡоштар беренән-бере уҙышып һайрай. Шул мәлдә бөтә күңелең менән тойған матурлыҡтан өнһөҙ ҡалып, мөғжизә тыуыуын теләй башлайһың...
Төнгө усаҡ янында шиғриәт донъяһында йөҙҙөк, гармун моңон тыңлап кинәндек, Мансур ағайҙың яратып башҡарған “Рәйхан”, “Рамай” халыҡ йырҙары, “Шоңҡар” журналының биҙәлеш мөхәррире Айнур Аҡыловтың көслө тауышы менән оҙон көйҙө һуҙыуы күңелдәргә үтеп инһә, Рөстәм Миһрановтың гармунға бейетеүе кәйефтәрҙе күтәрҙе, етәксебеҙ Әлиә Саматованың ҡыҙыҡлы уйындар уйнатыуы күңелдәрҙә бөтмәҫ-төкәнмәҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы.
Иртәгеһенә ҡаяларға үрмәләнек, мәмерйәләргә индек, ҡая-ташты артылып, өҫкә сығырға маташтыҡ. Ир-егеттәребеҙ барыбер мораттарына иреште, афариндар!
...Мансур ағай тыуған яҡтарының һәр мөйөшөн һағышлы ҡарашы менән йотлоғоп байҡай, бала саҡтағы хәтирәләрен түкмәй-сәсмәй һөйләй. Ошо ҡая-тауҙар менән уратылған бәләкәй Ҡыҙылъяр ауылында заманында тормош ҡайнап торған... Усаҡ төтөнө, урман, бесән еҫе һеңдереп, батҡаҡлы юлдан йәйәү ҡайтып килгәндә, ифрат ҡәнәғәтлек тойҙом һәм бәхетле инем.
Был ваҡиғаларға бер йыл ваҡыт үтеп тә киткән. Күңеле һиҙенгәнме, әллә тыуған яҡтары хушлашырға тартҡанмы - аңлатыуы мөмкин түгел, Мансур Яҡшыбай улы сәйәхәтебеҙҙән һуң бер ай үткәс баҡыйлыҡҡа китеп барҙы... Үкенесле донъя... Әгәр кешенең үҙ ғүмерендә башҡарған хеҙмәтен тауҙай өйөп ҡуйыу мөмкин булһа, уның тормош юлы менән һоҡланырлыҡ, ғәжәпләнерлек ғәмәлдәрен күреп таң ҡалыр инек. Мансур ағай бер ниндәй заман елдәренә бирешмәйенсә, хеҙмәткә, йәшәйешкә булған һөйөү хисен юғалтмай, “ирмен” тигән исемгә тап төшөрмәй йәшәне. Оло йәнле, ихтирамға лайыҡ шәхесебеҙ беҙҙең хәтерҙә Ҡыҙылъяр ҡаялары кеүек мәңгелеккә тороп ҡалыр!