

Бындай икмәк айырыуса яңы ғына бешеп сыҡҡан ваҡытта тәмле, әммә икенсе көндө лә тәмен юғалтмай.
Кәрәк: 2 ташҡабаҡ (300-350 г), 2 йомортҡа, 1 стакан он, 100 г ҡаты сыр, 1 сәй ҡалағы ҡамыр ҡабартҡыс (разрыхлитель), 0,5 сәй ҡалағы тоҙ, борос, теләгәнсә йәшел тәмләткестәр.
Ташҡабаҡты ҡырғыстан ҡырығыҙ, бер аҙ тоҙлағыҙ һәм һуты сыҡһын өсөн 10 минутҡа ҡалдырығыҙ. Һуңынан һутынан һығып алығыҙ.
Тәрән һауытҡа йомортҡа һалығыҙ, уның өҫтөнә ташҡабаҡ, туралған сыр, тоҙ, борос, туралған йәшел тәмләткестәрҙе өҫтәгеҙ.
Ондо ҡамыр ҡабартҡыс менән бергә бутағыҙ һәм барлыҡ ингридиенттарҙы бер төрлө ҡуйы масса килеп сыҡҡансы болғатығыҙ.
Майланған формаға һалып (кекс өсөн оҙонса форма яҡшыраҡ), 180 градуста 40-50 минут самаһы, ҡыҙғылт төҫкә ингәнсе бешерегеҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын!