Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
11 Сентябрь 2025, 15:08

Ташҡабаҡты иҙеп аш

Кәрәк:

Ташҡабаҡты иҙеп аш
Ташҡабаҡты иҙеп аш

 2 ташҡабаҡ, 2 картуф, 1 кишер, 1 һуған, 100 мл 15-20 процентлыҡаймаҡ, 500-600 мл һыу, тәменсә тоҙ,борос, 1 аш ҡалағы үҫемлек майы.
Бөтә йәшелсәләрҙе таҙартығыҙ һәмҙур киҫәктәргә турағыҙ. Һуған һәмкишерҙе майҙа бер аҙ ҡыҙҙырығыҙ.Уға ташҡабаҡ, картуф өҫтәгәс, йәшелсәләрҙе ҡапларлыҡ итеп һыуҡойоғоҙ һәм барыһы ла йомшарғансы 30-40 минут бешерегеҙ.
Блендер менән иҙгәс, ҡаймаҡ, тоҙ,борос өҫтәгеҙ һәм тағы 5 минут уттатотоғоҙ.
Ашты сохарый, йәшел тәмләткестәр менән бирергә була.
Ашығыҙ тәмле булһын!

Автор: Расима Салихова
Читайте нас