Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
16 Сентябрь 2025, 11:17

Яугирҙарға тыуған яҡ күстәнәсе

Тимер юл ауылы китапханаһы мөдире Ирина Лебедева махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарыбыҙға кәбеҫтә тоҙларға йыйып алды.

Яугирҙарға тыуған яҡ күстәнәсе
Яугирҙарға тыуған яҡ күстәнәсе

Ағинәйҙәр етәксеһе Зәйлә Хәлилова Башҡорт өйөнә саҡырғас, “Изге ай” фольклор ансамбле ағзалары, етәкселәре Динә Шәйәхмәтова менән милли кейемдәребеҙҙе кейеп өмәгә килдек. Шулай уҡ ауыл хакимиәте, балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре, ауыл ҡатын-ҡыҙҙары ла изге эштә ҡатнашты.

Гөлдәр Ағзамова, Катя Жукова үҙ баҡсаларынан кәбеҫтә бирһә, Илина Зарипова күп итеп кишер алып килде.

Кәбеҫтәне тоҙлап, һауыттарға тултырғас, үҙебеҙҙә үҫкән мәтрүшкә, ҡарағат япраҡтарынан ир-егеттәребеҙгә тәғәйенләп сәй ҙә әҙерләнек.

Бер нисә көн алда мәҙәниәт йортонда ағинәйҙәр, “Изге ай” фольклор ансамбле ағзалары, Надя Швеленсова, Лена Вәхитова, Зәбиҙә Ғәлина, ирекмән Алеся Максимова, ауыл хакимиәте, балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре, ауыл ҡатын-ҡыҙҙары менән туҡмас та ҡырҡтыҡ. Кемелер һалма йәйеп, икенселәре электр ҡорамалы менән киптереп тороп, өсөнсөләре ҡырҡып, эшебеҙҙе дәррәү  генә тамамлап ҡуйҙыҡ.

Өмәлә ҡатнашҡандарҙың барыһына ла ҙур рәхмәт! Һуғышта йөрөгән егеттәребеҙ үҙебеҙҙең күстәнәстәрҙе ашап, хуш еҫле сәйҙәребеҙҙе эсеп, тыуған яҡтарын иҫкә алһындар, имен-һау, еңеү менән ата-әсәләре, балалары, туғандары янына әйләнеп ҡайтһындар, тип доғалар уҡып таралыштыҡ.

Флүрә ҒАРИПОВА, Тимер юл ауылының иң оло ағинәйе.

 

Автор:
Читайте нас