Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
19 Сентябрь 2025, 16:15

Хыялланырға яратаһығыҙмы?

Ҡайһы берәүҙәр хыял ҡанаттарында әллә ҡайҙарға осоп, йыш ҡына уйҙарға бата.

Хыялланырға яратаһығыҙмы?
Хыялланырға яратаһығыҙмы?

Ә икенселәр күберәк аныҡ, асыҡ хәл-ваҡиғаларға таяна, теүәллекте ярата. Уларҙы тормошҡа реаль ҡараусылар, ә тәүгеләрен фантазияға бай кешеләр тиҙәр. Ә һеҙ уларҙың ҡайһыһына ҡарайһығыҙ? Әйҙәгеҙ, тест ярҙамында тикшереп ҡарайыҡ.

  1. Һүрәт төшөрөргә яратаһығыҙмы?

Эйе – 2, юҡ – 1.

  1. Йыл күңелһеҙләнәһеҙме?

Эйе – 1, юҡ – 2.

  1. Нимәлер хаҡында һөйләгәндә, мауыҡтырғыс булһын өсөн үҙегеҙҙән өҫтәп ебәрәгеҙме?

Эйе – 2, юҡ – 0.

  1. Хәрефтәрҙе һуҙып, иркен итеп яҙаһығыҙмы?

Эйе – 1, юҡ – 0.

  1. Зауыҡ һәм мода буйынса кейенергә тырышаһығыҙмы?

Эйе – 2, юҡ – 1.

  1. Музыка тыңлағанда шул көйгә бәйле ваҡиғалар күҙ алдына киләме?

Эйе - 1, юҡ - 0.

  1. Эштә ялҡып китһәгеҙ,ҡағыҙға бер үк төрлө фигуралар төшөрә башлайһығыҙмы?

Эйе – 0, юҡ – 1.

  1. Оҙон-оҙаҡ хаттар (СМС) яҙаһығыҙмы?

Эйе – 2, юҡ – 1.

  1. Ғәҙәти булмаған нәмәләр тураһында төштәр күрәһегеҙме?

Эйе -1, юҡ – 0.

  1. Таныштарығыҙҙан ишеткән йә уҡып белгән, үҙегеҙҙе ҡыҙыҡһындырған урындарҙы күҙ алдығыҙға килтерәһегеҙме?

Эйе -1, юҡ – 0.

  1. Кино ҡарағанда күҙегеҙгә йәштәр киләме?

Эйе – 1, юҡ – 0.

 

Яуаптар:

  1. 14-16 мәрәй. Һеҙ хыял-фантиазияға, хис-тойғоға ғәжәп бай кеше. Әгәр урынлы файҙалана белһәгеҙ, бынан бүтәндәргә лә, үҙегеҙгә лә шатлыҡ килтерә алаһығыҙ.
  2. 9-12 мәрәй. Фантазияға һәләтлеһегеҙ. Теләгегеҙ булһа, уны тағы ла үҫтерегә, ошо йүнәлештә һөнәр һайларға мөмкин. Шулай уҡ ваҡиғалар ағымын аныҡ фекерләп, тормошто ҡәҙимгесә ҡабул итә беләһегеҙ.
  3. 5-8 мәрәй. Хыял ҡанатында осоу һеҙгә хас түгел. Үҙегеҙгә ҡәтғи талаптар ҡуйып, реаль тормош менән йәшәйһегеҙ. Был да насар түгел, сөнки һәр кемдең үҙ өҫтөнлөктәре бар.
Автор:
Читайте нас