Дөйөм мәҡәләләр
26 Сентября 2025, 10:31

Ҡабаҡтан һут

Рецепт.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡабаҡтан һутҠабаҡтан һут
Ҡабаҡтан һут

Кәрәк: 4 кг ҡабаҡ, 0,5 кг шәкәр, 2 балҡалаҡ лимон кислотаһы.

Ҡабаҡты ҡабығынан таҙартырға ла, шәкәр шаҡмағынан ҙурыраҡ итеп шаҡмаҡлап турарға. Ҡабаҡты кәстрүлгә һалып, өҫтөнә сыҡҡансы һыу ҡойорға һәм 15-20 минут бешерергә.  Бешкән массаны блендер (йәки картуф төйгөс) менән иҙергә. Пюрегә шәкәр, лимон кислотаһы ҡушып, 10 минутлап ҡайнатырға һәм стерилләнгән банкаларға ҡойоп, ябып ҡуйырға. Баҙҙа яҡшы һаҡлана.

Һутығыҙ тәмле булһын!

Автор:Расима Салихова