Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
6 Октябрь 2025, 16:24

Эске эштәр бүлеге ветерандарын ҡотланылар

Рәсәй Эске эштәр минстрлығының район буйынса бүлегендә Халыҡ-ара ололар көнөнә арналған сара үтте, унда эске эштәр органдары ветерандары саҡырылды.

Эске эштәр бүлеге ветерандарын ҡотланылар
Эске эштәр бүлеге ветерандарын ҡотланылар

 Йола буйынса, йыл һайын бүлек хеҙмәткәрҙәре элекке коллегаларын бүлектең таныш стеналарына саҡыра. Быйыл  да полиция хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең ғәҙәти йолаларын онотмай, остаздарын байрам менән ҡотланы.

Сараны асыу тантанаһында район буйынса эске эштәр бүлеге начальнигы, полиция полковнигы Тимур Сәйетгәрәев сығыш яһаны. Ул барыһына ла йәш хеҙмәткәрҙәргә биргән тәжрибәһе өсөн рәхмәт әйтте, ныҡлы һаулыҡ һәм именлек теләне.

Артабан  сараға йыйылыусылар хеҙмәт бурыстарын үтәгәндә һәләк булған хеҙмәткәрҙәргә арналған мемориалға сәскәләр һалды.

Ветерандар Советы рәйесе Илфат Байтурин өлкән быуын вәкилдәренә төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашҡандары өсөн рәхмәт белдерҙе.

Эске эштәр бүлеге ветерандарына мутлашыусыларҙың төрлө схемалары тураһында ла һөйләнеләр, уларҙы уяу булырға һәм енәйәтселәрҙең хәйләләренә бирелмәҫкә саҡырҙылар.

Осрашыу йылы мөхиттә сәй эсеү менән тамамланды. Ә ветерандар үҙ сиратында ярҙам күрһәткәндәре һәм бындай дуҫтарса мөхиттә осрашыу мөмкинлеге өсөн рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙе, эш көндәрен иҫкә төшөрҙө.

Ксения СУЧКОВА, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.

 

 

Автор: Расима Салихова
Читайте нас