Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
7 Октябрь 2025, 10:26

Йәшел картуфты нимә эшләтергә?

Уны кешегә лә, малға ла ашарға ярамай. Әммә бик һәйбәт ҡулланышы барлығын белә инегеҙме?..  Йәшел картуф орлоҡҡа бик шәп!

Йәшел картуфты нимә эшләтергә?
Йәшел картуфты нимә эшләтергә?


Яҙ көнө йәшелен, ғәҙәти картуф кеүек, алдан уҡ баҙҙан сығаралар.
Ул дымлы ергә эләккәнсе мул үҫентеләр бирмәй.
Үҫентеләр шытып сыҡҡанда ҡалын һәм ҡыҫҡа була, әммә ғәҙәти орлоҡло картуф кеүек ныҡ оҙонайып китмәй.
Йәшел картуф ерҙә лә тигеҙ үҫә һәм шытымдар бирә.
Шуға күрә йәшел картуфты ашап булмаһа ла, орлоҡҡа ҡалдырып мул уңыш алырға мөмкин.

Сығанаҡ: Башдонъя.

Автор:
Читайте нас