Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
10 Октябрь 2025, 11:26

Бал һәм имбир менән маринадланған кәбеҫтә

Рецепт

Бал һәм имбир менән маринадланған кәбеҫтә
Бал һәм имбир менән маринадланған кәбеҫтә

Кәрәк: 1 кг кәбеҫтә, 1 кишер, 2 аш ҡалағы ҡырғыстан ҡырылған имбир тамыры.

Маринад өсөн: 1 л һыу, 100 г бал, 1,5 аш ҡалағы тоҙ, 1 лимон һуты.

Әҙерләү: Кәбеҫтәне оҙонсалап турарға, кишерҙе эре ҡырғыс аша үткәрергә.

Ҡайнап торған һыуға тоҙ, бал һалып эрегәнсе болғатырға. Уттан алғас, имбир һәм лимон һуты өҫтәргә һәм кәбеҫтә өҫтөнә ҡойорға. Кәбеҫтәне ауыр әйбер менән баҫтырып ҡуйырға. 12 сәғәттән тәмле лә, файҙалы ла кәбеҫтә әҙер була.

Автор: Расима Салихова
Читайте нас