Транспорт сараһы менән идара итеү хоҡуғынан мәхрүм ителгән 39 йәшлек ҡатын иҫерек килеш руль артына ултырған. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре иренә ҡарата административ хоҡуҡ боҙоу тураһында протокол төҙөгән ваҡытта ҡатын руль артына ултыра һәм ҡуҙғала башлай. Тиҙҙән автомобиль туҡтатыла, ә машина водителе менән һөйләшеү ваҡытында ҡатындан алкоголь еҫе сыға. Тикшереү барышында, прибор һулыш һауаһында 0,929 мг/л этил спирты барлығын күрһәтә.
Күпмелер ваҡыттан һуң ҡалала йәшәгән 40 йәшлек ир юл-патруль хеҙмәте инспекторы тарафынан туҡтатыла, аралашыу барышында ирҙең иҫерек булыуы асыҡлана, атап әйткәндә, унан алкоголдең киҫкен еҫе сыға, телмәре аңлайышһыҙ була. Уға тикшереү үтергә тәҡдим итәләр, әммә ир баш тарта. Йәнә уның бер ай элек кенә ошондай уҡ хоҡуҡ боҙғаны өсөн водитель таныҡлығы тартып алынғаны асыҡлана.
Был факттар буйынса Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 264.1 статьяһының 1-се өлөшө буйынса енәйәт эштәре ҡуҙғатылған.
Енәйәт кодексының 264.1 статьяһы буйынса яуаплылыҡ 16 йәштән башлана. Был енәйәт өсөн санкция ике йылға тиклем иректән мәхрүм итеүҙе күҙ уңында тота, шулай уҡ өҫтәмә рәүештә өс йылға тиклем билдәле бер эшмәкәрлек менән шөғөлләнеү хоҡуғынан мәхрүм итеү тәғәйенләнә, ә автомобилде махсус туҡталҡаға урынлаштыралар.
Артур ИШБИРҘИН, район буйынса тәфтиш бүлеге тәүтикшереүсеһе.